Ниндәй баланың, бигерәк тә малай кешенең атаһына арҡаланып, уның менән балыҡҡа барып, иптәштәре алдында “атайым эшләп бирҙе”, “атайыма әйтәм” тип маҡтанғыһы, уның өсөн ғорурлыҡ хисе кисергеһе килмәй икән?!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән, төрлө етәксе урындарҙа эшләгән, әле булһа егеттәрсә дәрт менән район ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡарған Ансар Ғаттар улы Төлкөбаевтың ғүмерендә бер генә үкенес бар. Ул да булһа, бер ваҡытта ла атаһын күреп, уға “атай” тип әйтә алмауы. Уға ни бары ун көн тигәндә, атаһы Ғаттар Солтан улы Бөйөк Ватан һуғышына китә, ә өс айҙан уның Воронеж ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк булыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” килә.
Тәбиғәттең матур ҡосағында, күлдәр араһында һыйынып ҡына ултырған Аһылай ауылында тыуып үҫкән Ансарҙың бала сағын белемгә, донъяны танып белеүгә теләге шул тиклем ҙур була. Әсәһе, Фәйрүзә Ҡыяметдин ҡыҙы, өс баланы тәрбиәләп үҫтерә, аҙаҡ яңынан тормошҡа сыға.
Ансар Төлкөбаев күберәк олатаһы һәм өләсәһе хәстәрендә үҫә, тап уларҙың тәрбиәһе атайһыҙ үҫкән малай өсөн ғүмерлек тормош һабағын бирә. 1960 йылда ул Ташбулат урта мәктәбен тамамлай һәм Таштимер ауыл хужалығы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Ҡулына тракторсы дипломы алған егет тыуған ауылына бер аҙ ярҙам итешергә ҡайтҡан мәлдә, ауылдаштары уға Аһылай клубына етәкселек итеүҙе йөкмәтеп ҡуя. Бер юлы уңыш осоронда Шайморатов исемендәге колхозда комбайнсы ярҙамсыһы, аҙаҡ комбайнсы булып эшләргә лә өлгөрә.
Ансар Ғаттар улына хәрби бурысын данлыҡлы Байконурҙа үтәргә тура килә. Ул ваҡытта һәр малай космонавт булырға хыялланғандыр, моғайын. Ә бына геройыма илебеҙ ғорурлығы булған космонавтар Юрий Гагарин, Герман Титов, Николай Рукавишников һәм башҡалар менән шәхсән осрашыу бәхете тейә. Был йылдарҙың матур иҫтәлеге булып фотолар һаҡлана.
Бала саҡтан ойоштороусы һәләтенә эйә булған, белемле, маҡсатлы һәм зирәк, үҙе лә төҫкә-башҡа артистарҙан һис ҡалышмаған егетте әрменән ҡайтҡас та туған колхозында комсорг итеп һайлайҙар. Күп тә үтмәй, ҡасандыр үҙе белем алған Таштимер ауыл хужалығы һөнәрселек училищеһына директор урынбаҫары итеп саҡырыла. Белемен артабан камиллаштырыу, юғары белем алыу теләге Ансар Төлкөбаевты Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтына алып килә, унда ситтән тороп белем ала.
Партия мәктәбенең бар баҫҡыстарын да лайыҡлы үтә ул: “Йәнгел” совхозының партком секретары, халыҡ контроленең район комитеты рәйесе, Свердловск юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы, халыҡ депутаттарының Бүздәк район советы рәйесе, Халыҡтар дуҫлығы орденлы “Урал” совхозының партком секретары, тәбиғәтте һаҡлау буйынса район комитеты рәйесе. Ниндәй генә вазифаны башҡарыуына ҡарамаҫтан, Ансар Ғаттар улы үҙ принциптарына тоғро ҡала, һәр саҡ халыҡ мәнфәғәте өсөн көрәшә, үҙен бар яҡлап үҫтерә, абруй ҡаҙана һәм тәжрибәле, оҫта ойоштороусыға әйләнә. 2011 йылдан алып бөгөнгә тиклем һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының район советы рәйесе булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан ветерандар советы президиумы ағзаһы ла.
Шуныһы ҡыуаныслы: тап Ансар Ғаттар улының башланғысы менән Әбйәлил районының оло йәштәгеләр өсөн ауыл биләмәләре араһында башланған “Мин яратам һине, тормош!” художестволы смотр-фестивале бөгөн республика кимәлендә үткәрелә. Үҙҙәре башлаған конкурста республика буйынса Әбйәлил таланттары дүрт мәртәбә Гран-при яулауға өлгәшә, тиҫтәләрсә дипломға һәм Рәхмәт хатына лайыҡ була. Пандемия осоронда оло йәштәгеләрҙең йөрәктәренә дәрт, илһам өҫтәгән смотр-фестиваль бер аҙ туҡтап торһа, быйыл ул йәнә үтәсәк.
Район ветерандары ойошмаһы рәйесе булыу еңелдән түгел. Ололарҙың хәлен белеү, уларға тейешле ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, Ансар Төлкөбаев улар өсөн төрлө осрашыуҙар, сәйәхәт һәм семинар-кәңәшмәләр үткәреүҙе лә үҙенең төп бурысы итеп алған. Шулай уҡ оло йәштәге диндарҙар Учалы, Миәкә райондарының изге урындарына,Троицкиға мәшһүр Зәйнулла ишан Рәсүлевтең, Ырымбурҙағы данлы һәм шанлы Каруанһарайға барҙы. Шулай уҡ райондың оло йәштәгеләре өсөн Бөрйәндәге Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Баймаҡтағы Талҡаҫ күленә барыу мөмкинлеген дә таба алды Ансар Ғаттар улы.
– Оло кешегә бер йылы һүҙ, хәлен белешеү ҙә етә. Бөгөн күптәре балаларының ҡурсауында йәшәй, бәғзеләре үҙҙәре йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп донъя көтә, ә бына ҡайһыларының, ысынлап та, тормоштары, йәшәү рәүеше бик ауыр. Беҙ барыһының да мөрәжәғәттәрен күҙ уңынан ысҡындырмай, хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Кәрәк икән, район етәкселеге, Пенсия фонды, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү ойошмалары менән берлектә эш алып барабыҙ. Һәр ауылда ветерандар ойошмаһы яҡшы эшләй, уларҙың рәйестәре менән даими бәйләнештәмен. Бигерәк тә Хәлил ауылынан ветерандар советы рәйесе Әҙеһәм Хәмзин, Гусевтан Венера Шәйхисламова, Красная Башкириянан Мәрйәм Кашанова, Әлмөхәмәттән Булат Шөғөров, Байымдан Хәйҙәр Хөснуллин һәм Амангилденән Иштимер Ғүмәровтың, йәмәғәт башланғысы тип тормай, үҙ эштәренә яуаплы ҡарауын билдәләр инем. Ҙур рәхмәт уларға! – ти Ансар Төлкөбаев.
Һуғыш ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара, районда ни бары ике ветеран ҡалған. Ансар Ғаттар улы Төлкөбаевтың башланғысы менән Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа ике һәйкәл барлыҡҡа килә. Уларҙың береһе Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда эшләгәндәр һәм һуғыш осоро балалары өсөн ҡуйылған, икенсеһе мәшһүр мәғрифәтсе, халыҡты аң-белемгә өндәгән Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған. Икенсе һәйкәлде күптәр Китапҡа һәйкәл булараҡ та яҡшы белә. Бөгөн Ансар Ғаттар улы район буйынса китап сығарыу эше менән яна. Әлегә мәғлүмәт туплана, архив мәғлүмәттәре өйрәнелә, фотоһүрәттәр барлана. Бер үк ваҡытта китапты сығарыу өсөн аҡса табыу ҙа хәстәрләнә.
Уның фиҙакәр хеҙмәте төрлө юғары наградалар, маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән баһалана. Күптән түгел 80-ен билдәләгән абруйлы ир-уҙаманға һис кенә лә үҙ йәшен бирмәҫһең. Әле лә Ансар Төлкөбаев кәүҙәһен егеттәрсә тотоп, “текә” автомобилгә идара итеп, хас та йәштәрсә елдерә. Ә уйында – райондағы бар оло йәштәгеләрҙең проблемаларын хәл итеү, күңелендә тиҙерәк китап сығарыу, йөрәгендә – мәңге йәш ҡалыу.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.