Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2022, 20:07

Илебеҙҙең күренекле геологы халыҡ хәтерендә

Блохинды совет ғалимдарының беренсе рәтенә баҫтырған асыш.

Быйыл Ишембай нефть ятҡылығын беренселәрҙән булып асҡан талантлы геолог Алексей Александрович Блохиндың тыуыуына – 125, вафат булыуына 80 йыл тулды.

Алексей Блохин 1897 йылдың 31 мартында Ярославль губерна­һының Головин ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. 1909 йылда ауыл мәктәбен тамамлай. 1917 йылда Кострома ҡала­һындағы гимназияны алтын миҙалға тамамлай. Ошо уҡ йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә, ләкин аҡса юҡлыҡтан уны ташларға мәжбүр була. Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылғанға тиклем ауылда уҡытыусы булып эшләй. 1921 йылда хәрби комиссариат тәҡдиме менән Мәскәү тау академияһына уҡырға инә.

Ошо академияла уҡытҡан И.М. Губкиндың лекциялары уға ныҡ тәьҫир итә һәм, дүртенсе курста уҡыуына ҡарамаҫтан, геология факультетының өсөнсө курсына күсергә ҡарар итә. Уҡыған йылдарында ғаиләне ҡарау, ата-әсәһенә ярҙам итеү маҡсатында төрлө геологик экспедицияларҙа ҡатнаша. Был инде уға геология фәненең серҙәрен аңларға булышлыҡ итә.

1927 йылда Алексей Александрович академияны тамамлай һәм И.М. Губкиндың тәҡдиме менән Дәүләт тикшеренеүҙәр нефть инс­титутында эш башлай. 1929 йылдың майында Губкин дәүләт тикшеренеүҙәр нефть институ­тының Стәрлетамаҡ районы Ишембай ауылы тирәһенә ебәрелгән геология партияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

Совет дәүләтенең тәүге йылдарында уҡ В.И. Ленин Уралда илдең яғыулыҡ базаһын ойоштороу тура­һында уйлай. Ул тиҙ арала Геология комитетына нефть, ташкүмер, һәүерташ ятҡылыҡтарын асыу буйынса разведка-эҙләнеү эштәрен ойоштороу бурысын ҡуя. 1919 йылда “Главконефть” ойошмаһына Урал – Эмба бассейнында ошо эштәрҙе ойошторорға ҡуша. Әммә интервенция һәм граждандар һуғышы башланып китеүгә бәйле, илдә яңы тормош төҙөү, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу мөмкинлеге булмай.

Был йылдарҙа Башҡортостанда һәм Урал менән Волга араһындағы ерҙәрҙә нефттең булыу-булмауы тураһында төрлө ҡараштар була, шулай ҙа, бында ҡаҙылма байлыҡтың булыуы мөмкин түгел, тиеүселәр күберәк була. Урал тауы итәгендә “ҡара алтын” булыуына ныҡ ышанған академик И.М. Губкин тиҙ арала нефть эҙләү буйынса тәрән разведкаға быраулау эштәрен ойоштороуҙы тәҡдим итә.

1929 йылдың 12 майында профессор П.И. Преображенский етәкселегендәге геология-разведка партияһы тарафынан Үрге Чусыу ҡаласығы янында бырауланған 20-се скважинанан 332 метр тәрән­лектә нефть фонтаны урғыла. Сква­жинанан килгән нефть миҡ­дары тәүлегенә 40 тонна тәшкил итә. Шулай итеп, уйламағанда Урал менән Волга араһында беренсе нефть ятҡылығы асыла. Был инде Ишембай ауылы янында тиҙ арала быраулау эштәрен башлап ебәреү өсөн ныҡлы этәргес көс була. Ошо уҡ йылдың май айында Дәүләт тикшеренеүҙәр нефть институты Башҡортостанға өс геология партияһы ебәрә: А.А. Блохин етәкселегендәге партия – Ишембай ауылы тирәһенә, С.С. Осипов етәкселегендәге партия – Йүрүҙән районына, В.Н. Крестовников етәкселегендәге партия Көньяҡ Уралға ебәрелә. Блохиндан башҡа партияла тағы ла ике геолог – Лукьян Афанасьев менән Варвара Носаль була. Һуңынан Варвара Ивановна үҙенең яҙмышын, Блохин кеүек, Башҡортостан менән бәйләй.

И.М. Губкин үҙенең уҡыусыһы Блохинға: “Уралда унарлаған разведчик-эҙләнеүсе булды, әммә уларҙың түҙемлеге етмәне, шуға ла бер нимәһеҙ әйләнеп ҡайттылар. Әгәр ҙә ул һиндә етһә, ятҡылыҡты табырға тейешһең. Һәм иҫеңдә тот, мин Урал тауы итәгендә ҙур нефть ятҡылыҡтарының булыуына ышанам”, – ти.

А.А. Блохин эште төптән уйлап ойоштора. Тәрәнгә разведка-быраулау өсөн беренсе нөктәләрҙе билдәләү алдынан деталь геология карталарын үткәрә, ныҡлап район­дың тектоникаһын өйрәнә. Үҙенең отчетында: “Ишембай ауылы янында, районында Пермь системаһы ҡатламдарының бөгөлөп барлыҡҡа килгән киң көмбәҙ бар”, – тип яҙа.

Ҡатламдарҙың ошондай форма­һын И.М. Губкин нефть йыйылыу урыны булыуы мөмкин тип һанаған. Ышанмаусыларҙың ҙур ҡаршы­лығын еңеп, А.А. Блохин беренсе дүрт скважинаны быраулауға өлгәшә. 1931 йылдың 21 февра­лендә быраулау мастеры И.Ф. Лебедев етәкселегендәге бригада 703-сө разведка скважинаһын быраулай башлай. Апрель айында 701-се скважина (мастер Г.Е. Куценко), 704-се скважина (мастер Л.С. Рәхимҡолов) – май айында, билдәле булған 702-се скважина 3 июндә быраулана башлай (мастер М.И. Коровников).

702-се скважинаны быраулау 680 метрға тиклем дауам итә. Скважинала һынау эштәре 1932 йылдың 13 майында башлана һәм 16 майҙа көслө нефть фонтаны урғыла: дүрт сәғәт дауамында 50 тоннанан артыҡ “ҡара алтын” сыға. 14 майҙа 703-сө скважинанан бейеклеге 80 метрға еткән ҡеүәтле газ фонтаны алына. Унан 15 минут эсендә бер нисә тонна нефть урғыла. И.Ф. Лебедевтың быраулау бригадаһы скважинаны быраулауҙы 695 метр тәрәнлектә 3 июндә тамамлай. Тәүлегенә 320 тонна нефть менән скважина 27 июндә файҙаланыуға тапшырыла.

Блохиндың быраулау өсөн һайлап алған нөктәләре бик теүәл булып сыға. 702-се һәм 703-сө скважиналар сәнәғәт нефте бирә, шуға күрә 702-се скважинанан фонтан урғылған көн, 1932 йылдың 16 майы, Башҡорт АССР-ы нефть сәнәғәтенең тыуған көнө, ә Алексей Александрович Блохин башҡорт нефтен беренселәрҙән булып асҡан белгес тип һанала.

Был асыш Блохинды совет геологтарының беренсе рәтенә баҫтыра, фән донъяһында уның абруйын күтәрә. 1933 йылда ВКП(б) Үҙәк комитеты секретариаты ҡарары менән Алексей Блохин “Союзгеология” берләшмәһе етәксе­һенең ярҙамсыһы итеп, ә 1934 йылдың башында нарком Серго Орджоникидзе ҡарары менән СССР-ҙың Наркомтяжпромы, Башгидрогеодезия идаралығының баш инженеры итеп тәғәйенләнә. 1934 – 1941 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының геология институтында директор урынбаҫары, геология секторы етәксеһе булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта 1935 йылға тиклем ул “Востокнефть” тресы етәксеһенең баш фән кәңәшсеһе була. 1937 йылда Мәскәүҙә XXII Халыҡ-ара геология конгресының ойоштороу бүлеге ағзаһы була, Америка Ҡушма Штаттарынан, Англиянан, Франция конгресс деле­гаттарының Ишембай нефть промыслаларына килеүен ойоштора. 1937 йылда геология фәненә индергән ҙур хеҙмәттәре өсөн “Геология-минералогия фән­дәре кандидаты” тигән ғилми һәм профессор исеме бирелә. Ул юғары халыҡ-ара геология симпо­зиумдарының делегаты, 25 томдан торған “СССР-ҙың геологияһы” баҫмаһының баш мөхәррире була.

1935 йылда Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы башҡорт нефть ятҡылығын өйрә­неүгә күп көс һалған, скептиктарҙың ҡаршылығын еңеп, скважиналар быраулап, ҙур башҡорт нефть ятҡылығы асҡан өсөн инженер-геолог А.А. Блохинды Ленин ордены менән бүләкләү тураһында ҡарар сығарып, СССР-ҙың Юғары Советына тәҡдим итә, әммә ниндәйҙер сәбәптән А.А. Блохинды наградлау тормошҡа ашырылмай.

1941–1942 йылдарҙа А.А. Блохин СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан нефть экспеди­цияһы етәксеһе урынбаҫары була. Ошо экспедицияла күренекле ғалим-геологтар М.И. Варенцов, А.А. Богданов, Д.В. Наливкин да эшләй. Был экспедиция Башҡорт Урал тау итәгендә нефть һәм газ ятҡылыҡтарының, ҡатламдарының булыуын асыҡлау, иҫбатлау буйынса ҙур эш башҡара. Әммә һуғыш ваҡытында был бурыстарҙы башҡарыу өсөн мөмкинлек булмай.

Мәскәүҙә юғары вазифаларҙа эшләү дәүерендә лә Алексей Александрович Башҡортостан менән бәйләнешен өҙмәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның ғаиләһе Мәскәүҙән Өфөгә күсеп килә. 1942 йылдың 6 октябрендә А.А. Блохин ауыр йөрәк сиренән вафат була. Ишембай ҡалаһы һәм “Башнефтекомбинат” берекмәһе етәкселәре уны икенсе тыуған иле Ишембайҙа ерләү теләге менән ғаиләһенә мөрәжәғәт итә. Ризалыҡ алғас, А.А. Блохин Ишембайҙа ер ҡуйынына тапшырыла.

СССР Фәндәр академияһы академигы Д.В. Наливкин ҡул ҡуйған некрологта былай тип яҙылған: “Ул эш ваҡытында вафат булды, был сифат үҙенең ғүмерен Тыуған илен һаҡлауға арнаған совет ғалимына ғына хас”. Алексей Блохин тормош юлдашы Евгения Александровна Никольская менән ике ҡыҙ тәрбиә­ләп үҫтерә. Уның яҡты исемен мәңгеләштереү маҡсатын­да Стәр­ле­тамаҡ скульпторы М.П. Шабалин Ишембайҙа А.А. Бло­хинға аҡ мәрмәрҙән скульптура һәйкәле эшләй. 2001 йылдың 31 авгусында һәйкәлде асыу тантанаһы уҙа. Ул монумент Геология урамында, “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы бинаһы ҡар­шыһында ҡуйылған. Уның ҡарашы үҙенең хеҙмәт емеше һәм ғорур­лығы булған 702-се скважинаға төбәлгән. Ишембай ҡалаһында бер урам уның исемен йөрөтә. Уның исемендәге скверҙа шыршы ағас­тары ултыртылған, ҡәбере урынына һәйкәл ҡуйылған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла А.А. Блохинға иҫтәлекле таҡтаташ асылған.

Талантлы, күренекле геолог-ғалим А.А. Блохиндың яҡты исеме Ишембай геологтары, нефтселәре, быраулаусылары күңелендә онотолмай һаҡлана.

 

Юнир ТИМЕРБУЛАТОВ, Башҡортостан нефте ветераны.

Читайте нас: