Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2022, 19:54

Ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш

Республика Хөкүмәтендә аҙналыҡ кәңәшмә үтте.

ufa.bezformata.com
Фото:ufa.bezformata.com

Был аҙнала Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иҡтисадтағы хәл, газ үткәреү программаһы үтәлеше, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу, ғүмер оҙонлоғон арттырыу кеүек мәсьәләләр тикшерелде.

 

Иҡтисадыбыҙ алға бара

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәне яҡшы яңылыҡ­тан башланы. Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы йыл­дың беренсе кварталында 110,1 процент тәшкил иткән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, иҡтисадтың Көнба­йыш илдәре санкциялары баҫымы шарттарында эшләүен иҫәпкә алғанда, был – юғары күрһәткес.

Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев дөйөм иҡтисади хәл буйынса, ғинуар – март айҙары йомғаҡтары буйынса иң ҙур динамиканы электр ҡорамалдары етештереү, сей нефть һәм тәбиғи газ табыу, дарыу сығарыу тармаҡтары күрһәтте, тип белдерҙе.

Ҡайһы бер илдәрҙең санкция баҫымын арттырыу шарттарында республика Хөкүмәте сәнәғәт секторына 1,8 миллиард һумлыҡ ярҙам саралары ҡараған. Мәҫәлән, көрсөккә ҡаршы план сиктәрендә Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды предприятиеларға кредиттар буйынса процент ставкаһы өлөшөн компенсациялау өсөн 128 миллион һум аҡса алған. Еңел һәм туҡыу сәнәғәте тармағы өсөн быйыл 150 миллион һум субсидия ҡаралған. Тағы 40 миллион һум урман эшкәртеүселәргә бүленәсәк.

Төбәктә индустриаль парктарҙы үҫтереү дауам итә. Ғәмәлдәге майҙансыҡтарҙа 168 резидент эшләй. Уларҙың проекттарына йәлеп ителгән дөйөм инвестициялар күләме 44 миллиард һумдан ашыу. Шул уҡ ваҡытта 32 мең эш урыны булдырылған.

Шулай уҡ министр компания­ларҙың ҙур инвестиция программалары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ғәмәлдәге етештереүҙе яңыртыу сиктәрендә 44,6 миллиард һумға инвестиция проектын тормошҡа ашырасаҡ. “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салауат”, “Салауатбыяла” һәм башҡа компаниялар ҙа эштәрен дауам итә һәм ҙур инвестициялар һала.

Башҡортостанда социаль газ үткәреү программаһы 64 мең йорт хужалығын эсенә ала. Был турала “Газпром төбәк-ара газ Өфө” – “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһы идарасы ойошмаһының генераль директоры Альберт Лоҡманов белдерҙе.

Башҡортостанда әле 22 меңдән ашыу ғариза йыйылған да. Улар буйынса махсус план төҙөлгән, унда 1459 тораҡ пункт ингән. Дөйөм оҙонлоғо 3,2 мең километр булған 1,4 мең газ таратыу селтәре объекты төҙөргә кәрәк. Газды 32 мең йорт хужалығына тиклем еткерәсәктәр. Эштәрҙе быйылғы йылдың аҙағына тиклем тамамлаясаҡтар.

Социаль газ үткәреү програм­маһы сиктәрендә Башҡортостанда 4353 йорт хужалығына тиклем газ үткәрелгән дә. Уларҙың 3888-е газ селтәренә тоташҡан.

Альберт Лоҡманов ер мәсьәлә­һенә бәйле проблемалар тураһында ла әйтте. Радий Хәбиров июнь башында был тема буйынса айырым кәңәшмә ойошторорға ҡушты.

 

Сәләмәтлек иғтибар үҙәгенән төшмәй

 

Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау, ғүмер оҙонлоғон арттырыу темаларына ҡағылышлы һөйләшеү булды. Һау­лыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирустан вакцинациялауҙы тейешле кешеләрҙең 99,8 проценты тулыһынса тамамлаған.

Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эште әүҙемләштерергә ҡушты. Әле Баш­ҡортостанда хәлдәр сағыш­тырмаса тыныс, тик барыһына ла әҙер булыр кәрәк.

Башҡортостанда әүҙем рәүештә диспансерлаштырыу бара. Бөгөнгә ҡарата процедураны 293354 кеше үткән, был быйылғы йыл планының 28,4 проценты.

Шулай уҡ әле республика буйлап “Сәләмәтлек поездары” йөрөүен дауам итә. Улар алты маршрут буйынса таралған. Баш ҡала табиптары бер аҙнала 8582 кешене тикшергән. Азат Рәхмәтуллин бел­дереүенсә, был тикшереүҙәр һөҙөм­тәһе буйынса 11 кешелә – яман шешкә, 123 кешелә – шәкәр диабетына, өс кешелә – туберкулез һәм 384 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә шик асыҡланған.

20 майға тиклем “Сәләмәтлек поездары” Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мишкә, Шаран, Ғафури һәм Учалы райондарында эшләйәсәк.

Һаулыҡҡа ҡағылышлы тағы бер тема – “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектын тормошҡа ашырыу. Ул 2020 йылда төбәк етәксеһе баш­ланғысы буйынса өлкән йәштәге кешеләр әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барһын, ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнашһын өсөн барлыҡҡа килде.

– Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡты һаҡлауҙы милли өҫтөнлөк тип билдәләне. 2030 йылға ил буйынса уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәш тәшкил итергә тейеш, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Былтыр эпидемиологик хәл менән ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, проектҡа 500 мең кешене йәлеп итә алдыҡ.

“Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты саралары китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында, белем биреү учреждениеларында үтә. Проектта ҡатнашыусылар ижад, физкультура менән шөғөлләнә, “Өлкәндәр университеты” програм­маһы нигеҙендә яңы белем туплай. Пенсионерҙар араһында республика буйынса сәйәхәт ҙур популярлыҡ яулай. Үҙенсәлекле туристик мар­шрут­тарҙы күптәр яратып өлгөргән. “Өфө ҡунаҡтар ҡаршылай”, “Бөрө – тарих һәм бөгөнгөһө”, “Красно­усолдың изге сығанаҡтарына”, “Торатау геопаркы” һәм башҡа программалар күптәргә оҡшаған. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡ­тарына урындағы туристик мар­шруттарҙы эшләп бөтөргә һәм яңы нөктәләр өҫтәргә ҡушты.

 

Быйыл һабантуйҙар буласаҡ

 

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов кәңәшмәлә белдереүенсә, әле Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренең иң ҡыҙған мәле. Бөтә райондарҙа ла ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеү менән мәшғүл. Тәүлек һайын 130 мең гектар ер сәселә, 10 майға ҡарата план­лаштырылған майҙандың яртыһы йәки 1 миллион 81 мең гектар ер сәселеп бөткән дә.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә республика райондарында һабантуйҙар үткәреүгә әҙерлекте башларға ҡушты.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин быйыл балаларҙың йәйге ялын һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороу тура­һында һөйләне. Был турала яҙма гәзиттең алдағы һандарында буласаҡ.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: