Кеше, яңғыҙ-яры көн итһә, һис ҡасан да мантый алмай. Уға заруры тыуғанда таянырлыҡ, кәңәш-төңәш итерлек, бер йөрәкте ҡушарлап типтерерлек кемдер барыбер кәрәк. Йәмғиәтте беректерерлек дәртле кешеләре, уларҙың әүәҫлеген күтәрмәләп торған ил ағалары булған йәмғиәт һис ҡасан да бирешәһе түгел.
Ғәзиз Ватаныбыҙ йәнә лә ныҡлыҡҡа, берҙәмлеккә һынау тота. Һәммә донъяның һынамсыл да, үсле лә, хаслы ла, өмөтлө лә ҡарашы әлеге осорҙа Рәсәй-Әсәйебеҙгә төбәлгән. Был дәүләт ни хәл итер, эйелмәҫ-сигенмәҫме? Ғазазил әҙәмдәрҙең үжәтләнеүен иңенән һыпырып ташларлыҡ көстө үҙендә таба алырмы? Дошмандарға намыҫ итеп, беҙ донъяның ҡояшлы, сыуаҡ, йылы яғында ғына йәшәйәсәкбеҙ. Беҙгә был ышанысты башҡортобоҙҙоң аҫыл улдары Зекериә Аҡназаров, Муса Гәрәев, Мостай Кәрим, Сабир Ҡунаҡбаев, Йәлил Кейекбаевтар мираҫ итеп ҡалдырҙы.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә “Яҡташлыҡ – ҙур көс” тип исемләнгән йыйын үтте. Уға Башҡортостандың һәр тарафынан бихисап милләтле, ғөрөф-ғәҙәтле туғандарыбыҙ килде. Осрашыуҙар ҡыуанысы, хәтерләүҙәр рәхәтлеге, серҙәр уртаҡлығы. Һәр нәмә – уртаҡ. Йылдар, юлдар – бер йыл да, бер генә көн дә юғалмаған.
Тыуған ер – яҡын, тыуған ил – алтын
Күңелдәге яҡты сәхифәләрҙе ваҡыт ҡына юя алмай икән. Бәлки, ауылда тәбиғәт балаһы булып үҫкәнгәлер, урман-һыуҙарға, тау-далаларға туранан-тура мөнәсәбәтле кешеләр миңә үҙҙәрендә ни дәрәжәләлер мөғжизә йөрөткән һымаҡ тойола ине. Үҫеп етеп, республика буйлап йөрөй башлағас, юлымда төрлө һөнәр менән мәшғүл йөҙҙәрсә кеше осраны, һәм мин матди ҡиммәттәр тыуҙырған һәм рухты байытҡан һәр шөғөлдөң хәләллегенә инана килдем. Әлбиттә, иген үҫтергән ағайҙар менән томаналыҡ томанын таратҡан мөғәллимә апайҙар улар араһында айырылып тора, сөнки икмәк менән аң-белемгә тиңләшерлек ғәмәлдәр юҡ. Ә урман үҫтереүсе һуң? Эйе, был һөнәрҙең әһәмиәте әле булһа баһаланмаған.
Иртә көҙҙән йәйгә ҡәҙәр мәктәп юлын тапау бала-саға өсөн еңел эш түгел. Ярай әле беҙ үҫкәндә хәҙерге кеүек сумка тулы кәрәккән-кәрәкмәгән китап-дәфтәр, алмаш аяҡ кейеме юҡ ине. Шулай ҙа еңел-елпе генә өҫ-баш, мейесе иртән генә яғып ебәрелгән һыуыҡ мәктәп ҡара көҙҙәрҙә, оҙон ҡыштарҙа, яҙғы айҙарҙа тамам хәлде ала. Йәй етеп килә, морон төрткән һәр үләнде тының менән тартып алырҙай булаһың, сөнки тупраҡтан йәшеллек менән бергә тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ шытып сыға. Шунанмы, урмансылыҡ хужалығында эшләгән Ғәбдинур Сафин менән Хәмит Заһретдинов ағайҙарҙың ҡасан ат егерен, беҙҙе тейәп Урал яғына сығып китеү көнөн түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Урал тигәнебеҙ, хәҙер аңлағанса, меңәр саҡрымға һуҙылып ятҡан оло тау түгел инде. Беҙҙә Бөрйән яғына ҡараған шыр урманлы тау яҡтарын Урал тип йөрөтәләр. Ә инде семтеп, өҙөп, йолҡоп, ҡаҙып алырлыҡ ризыҡ урманда һәр ваҡыт табыла. Ғәбдинур менән Хәмит ағайҙың ат егеп юлға сығыр сағы беҙгә, бер яҡтан, байрам булһа ла, себен-серәкәйҙең нәҡ уҫаллашҡан ваҡыты булыуы хәлде ала. Ожмахты көтөү үҙе үк ожмах тигәндәй, эшләү мәшәҡәтлерәк булһа ла, урманда йөрөү барыбер ҡыуаныс. Ә инде кисен ялҡынланған оло усаҡ тирәләй ултырыуҙар! Дөм-ҡараңғылыҡ, беҙ гел утын өҫтәп торған усаҡтан тайпылып, тирә-йүндәге дәү ҡарағайҙар ышығына боҫҡан. Көндөҙ көләс, мең төрлө биҙәктәргә төрөнгән урман шулай төнгә табан серле лә, шомло ла донъяға әүерелә.
Эш ваҡытында әлһерәп, кисте көтөп ала алмай йөрөһәк тә, тамаҡ ялғап, усаҡ тирәләй йыйылыр мәл етһә, йәнә дәртләнеп китәбеҙ. Малай-шалайҙың арыу-талыуын бер һыныҡ икмәк менән көрөшкә сәй ҙә еңә икән. Ғәбдинур ағай йомоштарын теүәлләү менән үк ҡыуышына инеү яғын ҡарай. Хәмит ағай улай түгел. Ул – асыҡ күңелле, ипле генә итеп йор һүҙ ҙә әйтә белгән кеше. Һуғышта разведкала йөрөгән. Бабайҙың киң ҡулбаштарына, имәндәй муйынына, йыуан ботаҡтарҙы сыбыҡ урынына һындырған ҡулдарына ҡарайһың да разведчик тотоп алғанда дошмандың ни хәлдә булғанын күҙ алдына килтерергә тырышаһың.
Эй, был урман! Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин һине мәңгелек тип атаһа ла, һин дә хәлһеҙләнәһең икән! Ҡыҙғанам мин һине, бала сағым урманы, һинең тирәлә серәкәйҙәр генә безелдәп өйөрөлөп йөрөмәй шул. Улар һинең кейегеңде лә ҡырыр, үҫемлектәрҙе лә бөтөрөр, үҙеңдең дә тамырыңды ҡоротор. Яҙмыш шулай йөрөттөмө, ғүмер юлымдың хәтһеҙ араһы урман аша үтте. Ә унда йөрөгәндә урмансылар менән осрашмау мөмкин түгел.
Унынсы класта уҡып, мәктәптән һуң тәртәне ҡайһы тарафҡа борорға икән тип уйлана башлағанда, ауылыбыҙға мыйыҡ та сыҡмаған бер рус егете килеп төштө. Лесничий булып ифрат ҡыҙыу холоҡло, уҫал тауышлы Хәбил Ахунов исемле татар ағай эшләй ине. Әлеге егет Ахуновҡа ярҙамсы булып килгән икән. Йыуаш күренә, Хәбил ағай иһә һүҙен самалап һөйләгән кеше түгел. Сергей беҙҙән ике өй аша ғына, әлеге Ғәбдинур ағайҙарға фатирға урынлашты. Ул саҡта минең рус теле таҡыр булһа ла, йәштәшем Соколов менән тиҙ таныштыҡ, уның да төпкөл башҡорт ауылында морон төртөр урыны юҡ, әйләнә лә беҙгә килә. Ҡыҫҡаһы, мине университетҡа Сергей оҙатып ҡалды. Күп тә тормай, үҙе лә Свердловск урман-техник институтына уҡырға китте. Бик күп йылдар үткәс, хәбәр алдым: Сергей Соколов, ғалим булып, шул институтта уҡытып йөрөй икән.
Хәмит, Ғәбдинур ағайҙар менән серәкәй-күгәүендән талана-талана үҫтергән ағастарыбыҙ инде тамырын төпкә ебәргән баһадирҙарға әүерелгән. Аҡташ үҙәнендәге боронғо ҡоҙоҡта йәйге селләлә лә һалҡын һыу, бәлки, кипмәгәндер. Бала саҡта беҙгә осһоҙ-ҡырыйһыҙ күренгән урмандар бөгөн улай уҡ ҡуйы, бай түгел. Уларға хәҙер кемдәр хужа булыуын, кем хәстәрлегенә ҡалыуын аныҡ ҡына белгән кеше лә юҡ. Яугир Хәмит, Ғәбдинур ағайҙар күптән инде мәрхүм. Хәбил Ахунов та, олоғая башлағас, фронтовичка Камилә апай менән етеп килгән ҡыҙын һәм улын эйәртеп, ҡайҙалыр күсенеп китте. Улар йәшәгән матур, шаулап торған йорттоң сереп ергә һеңә барыуын күреп тә эс боша.
Хәйер, лесничий йорто ғына сереһә, нигеҙенә кемдер яңыһын күтәрер ҙә йәшәй башлар ине. Ҡасан ғына әле колхозлы, фермалы, һөт айыртыу пунктлы, техникалы, сельполы, ауыл Советлы, бригада конторалы, йылҡылы, көтөү-көтөү маллы, лесничестволы, ә иң мөһиме – рәсми документтарҙа 1786 йылдан теркәлгән мәктәбе ике быуат аң-белем таратҡан дүрт урамлы ауыл өнһөҙ-тынһыҙ ергә һеңә бара һымаҡ. Таулы-урманлы төбәк һаналһа ла, был яҡта ла иген сәсерлек баҫыуҙар, бесән сабып өйөрлөк туғай-болондар күп. Ул баҫыуҙарға трактор-комбайндар сығып әйләнмәгәнгә лә байтаҡ ғүмер үтеп бара. Күмәк хужалыҡ, уның ишле малы булмағас, шәхси ихаталарҙа мал-тыуар тоторлоҡ ир-ат ҡалмағас, ул туғайҙарҙа кем салғы сыңлатһын? Йөрөй торғас, “ауылдың үлеме ошомо икән әллә?” тигән уй йөрәкте һыҙлатып ебәрә.
“Еребеҙ ҙә алтын, һыуыбыҙ һалҡын, Ҡыҙыл буйы кеүек ер ҡайҙа?” – тип хисләнеп һәм ғорурланып һуҙып ебәрер ине ололар. Мөғжизә булып, улар әлеге ергә әйләнеп ҡайтһа, ни күрер ҙә ниндәй кисерештәргә сумыр ине икән? Әгәр ер эшкәртеп, иген сәсмәһә, һәр иртә малдарын көтөүгә ҡыумаһа, ауыл йәшәй аламы ни? Игенсеһе, малсылығы булмаһа, асфальт түшәлгән урамдарҙа кем йөрөр, газлы өйҙәрҙә кем йәшәр?
Иҫкермәй торған ҡиммәттәр
Уҙған быуаттарҙа башҡорттоң мөшкөл хәлен күреп, изге күңелле рус мәғрифәтселәре һәм дәүләт эшмәкәрҙәре “ошо халыҡты юғалтыуҙан һаҡлап ҡалыу сараларын ашығыс күрергә” тип саң һуҡҡан. Был йөрәкһеҙ хакимдар ҡолағына һәм күңеленә барып еткәндерме-юҡмы, әммә йәмәғәтселек уға битараф ҡалмаған.
– Донъяла ни әсе?
– Етемлек әсеһе әсе.
Был – халыҡтың әйткәне. Үҙең күптән – атай, хәҙер инде олатай исемен йөрөткән кешегә әллә ҡасан ғәйеп булған атаһын һағынып ултырыу рухтың йомшарыуы йә иһә сабыйлыҡҡа ҡайтыу түгелме икән? Хәйер, һиңә ғүмер биргән әсәйеңде, атайыңды онотоу йә хәтергә алыуҙың миҙгелдәрен, ваҡыт сиктәрен кем билдәләгән? “Әсәй”, “атай”, “балам” тигән изге һүҙҙәр кеше ғүмеренең бер генә мәлендә лә иҫкермәй. Улар, доға һымаҡ, ҡабатлаған һайын яңыра ғына баралыр. Хәтерҙең һүнеп барған ҡуҙына ут өрөп ултырыуымдың сәбәбе бер нисәү. Аллаһ Тәғәләнең ҡаты ҡәһәре төшкән немец атлы фашистарын Европала тонсоҡтороп, япон самурайҙарын Көнсығышта дөмбәҫләп, Икенсе донъя һуғышын еңеүле тамамлап ҡуйыуыбыҙға етмеш ете йыл тулды. Был хәлдең ололоғон, тантаналар үткәреүгә ҡарамаҫтан, беҙ әле булһа аңлап та, баһалап та етмәйбеҙ шикелле. Әммә һуғыш һәм уға бәйле хис-тойғолар ҡулға ҡәләм алырға йәнә мәжбүр итә.
Икенсенән, яуҙа ҡалған ҡайнымдың – Ғөзәйер Сәғит улы Сәғитовтың тыуыуына шул йылда – 110, атайым Әҡсән Ҡәйүм улы Ҡотлоғәлләмовҡа 100 йыл тулғайны. Илебеҙгә дошман баҫып ингәндә атайыма – 26, ҡайныма 36 йәш булған. Тәүгеһе, Темәс педагогия училищеһын ситтән тороп тамамлап, Хәмит, Булат, Ҡалмаҡ мәктәптәрендә мөғәллимлек итеп, өс балаға ғүмер биреп, 1942 йылдың ғинуарында фронтҡа киткән. Әсәйемдең әйтеүенсә, һуғышҡа инмәҫ борон унан ике генә хаты килеп өлгөргән. Хәҙер атайым тураһында “Кутлугаллямов Аксан Каюмович, 1915 г.р., уроженец д. Абдулгазино Абзелиловского района, красноармеец, пропал без вести в августе 1942 г.” тигән яҙыу ғына ҡалды.
Икенсе яҙыу: “Сагитов Гузаир Сагитович, 1905 г.р., уроженец д. Аюсазово Абзелиловского района, 287 СД, красноармеец, погиб 8 сентября 1942 г., похоронен: Орловская обл., Мценский район, д. Зеленый Холм”. Хәйер, улар ғына булһа... Атайымдың бер туған ағаһы Әнәс Ҡәйүм улы Ҡәйүмов, 30-сы уҡсы дивизияның 96-сы полкы яугире, 1942 йылдың 25 авгусында һәләк булған һәм Смоленск өлкәһенең Шаташа ауылы тирәһендә ерләнгән. Ғарифулла олатайымдың ҡустыһы Әҡсән Ихсанов 1942 йылда ғәйеп булған. 1942 йыл... Халҡыбыҙҙың ҡанға сәсәгән, илебеҙ яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған мәле. Атайымдың ауылдашы һәм хеҙмәттәше, күп йылдар үткәс, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы булып киткән, һуғыштан 1945 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһендә ҡайтып төшкән Мотаһар Билалов ағайҙың урыҡ-һурыҡ хәбәренән шуны аңланым. Атайым 1942 йылдың яҙы-йәйендә Харьков өсөн барған өмөтһөҙ һуғышта ғәйеп булған. Беҙҙең ғәскәрҙәр, тарихи белешмәләрҙән күренеүенсә, командованиеның фарманын үтәй барып, тәүҙә дошмандың оборона һыҙығын өҙә ала. Ә аҙаҡтан, өҫтәмә ярҙам килеп етмәү арҡаһында, Краматорск, Славянск эргәһендә көньяҡ-көнбайыш фронтының бер нисә армияһы фашистарҙың ҡамауына эләгә. “Дошмандың өҫтөнлөклө көстәре менән совет ғәскәрҙәре ауыр көрәш алып барҙы. Фашист авиацияһы күктә хужа ине, боеприпастар, яғыулыҡ, ризыҡ бөттө. Ҡамалған ғәскәрҙәр, бәләкәй төркөмдәргә бүлгеләнеп, дошман фронты аша Северский Донецтың көнсығыш ярына сығырға тырышты”, – тигән юлдар бар ошо ваҡиғалар тураһындағы яҙмаларҙа.
Ҡыҫҡаһы, ҡамауҙан 22 мең самаһы кеше сыға алған. Атайым менән хеҙмәткә бергә эләккән Мотаһар Билал улы: “Әҡсән йылғаны Харьковҡа ҡарай кискәндә күҙгә салынып-салынып ҡалды, ләкин немец беҙҙе кире бәреп сығарғас, уны башҡаса күрмәнем”, – тине. Мәскәү өсөн 1941 – 1942 йылдарҙа барған һуғыштарҙа Брянск фронты ғәскәрҙәре лә ҡатнашҡан бит. Бында ла фронттың армиялары ҡыҫым аҫтында тарҡала, байтаҡ ғәскәр ҡамауға эләгә. Әммә улар, сая ҡаршылыҡ күрһәтеп, Орел, Мценск, Поныри йүнәлешенән дошманға Мәскәүгә юлды яба. Уның ҡарауы, ошо тирәләрҙә туғандар ҡәберлектәре бихисап... Бер йыл ҡыш шулар араһынан Ғөзәйер Сәғит улының исем-шәрифенә яҡын яҙыулыһын таптыҡ. Нисек булһа ла, ошонда ул яталыр әле, тигән ышаныс менән ҡайттыҡ. Йөрәк яңылышмай ҙа инде...
Ғәрәсәт тымып, армия бер аҙ хәл алғас, имен ҡалған һалдаттар ҡайта башланы. Улар һуғышҡа киткәндә әле имсәк имгән сабыйҙар булғанғалыр, шинелле-итекле ағай-олатайҙарҙы танымайбыҙ. Ҡаҙмаштан сержант Нуретдин Әһелов, өлкән лейтенант Хәбибулла Зәйнуллин, рядовой Шаһишәриф Абдуллин, Әбделғәзенән өлкән лейтенант Бәшәр Әхмәтов, Рыҫҡужанан ағалы-ҡустылы Нуриәхмәт менән Нурғәли Әхтәмовтар, Әбделғәзенән өлкән лейтенант Мотаһар Билалов... Хәләлем Сания, Айыуһаҙы ауылынан ине, Күсемдә буй тартҡан, Ташбулатта хеҙмәт юлына баҫҡан кеше булараҡ, Айыуһаҙынан сержант Хужа Әхмәткирәев, Күсемдән лейтенанттар Вәдүт Әхтәмов, Ғүмәр Ғилманов, Теләштән ефрейтор Нәҡип Нәбиуллиндарҙың яу юлдарын үтеп ҡайтыуын ишеткәндер.
Бер шулай күрмәгән атайҙарыбыҙҙы ҡатыным менән (ул да хәҙер күптән мәрхүмә инде) хәтерләп ултырабыҙ. Уның атаһының фоторәсеме һаҡланмаған, минекен эҙләп-эҙләп тә таба алманыҡ, шуға килеш-килбәттәрен үҙебеҙсә күркәм, мөһабәт рәүештә күҙ алдына килтерәбеҙ. Әсәйҙәребеҙ улар тураһында тағы ла ниҙер һөйләр ине лә, үҙҙәре күптән баҡыйлыҡ илендә. “Етем илаһа, ер-һыу илар” тигән һүҙ бар. “Атаһы юҡтың яҡ-яғы юҡ” тип тә өҫтәйҙәр. Баштан төрлөһө үткәндер. Етем үҫеүҙең, матди мохтажлыҡтар менән бәйләнгән булыуынан бигерәк, ҡанатһыҙ икәнлегеңде тойоу ауырыраҡ. Ғүмерҙең ҡайһы бер мәлдәрендә “Әсәкәйем!” тип иңрәгәндә был өндәшеү-һыҙланыу атайыңа ла төбәлә. Уны һис ҡасан күрмәһәң дә, ҡулынан һыныҡ әпәкәй алмаһаң да. Тәүге көндәрҙә, фронтҡа йәшен-ҡартын һепергән көндәрҙә, ҡатынымдың атаһы Ғөзәйер Сәғитовҡа ҡағылмай торғандар. Мәсьәлә шунда: ХХ быуат башында уҡ әле Айыуһаҙы, Йәлембәт, Күсем, Нияҙғол ауылдары тирәһендә марганец мәғдәне ятҡылыҡтары асылған. Тимәк, руданы бер юлы бер нисә урында сығара башлағандар. Күсем руднигында, миҫалға, мәғдәндең тәүге партияһы 1916 йылда уҡ алынған. 1930 йылдан алып Күсемдә рудник асыҡ ысул менән эшләгән, ә биш йыл үтеүгә мәғдәнселәр ер аҫтына төшкән һәм шахтерҙар тип йөрөтөлә башлаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Күсем руднигында ғына 350 кеше эшләгән, Магнитогорск металлургия комбинатына ай һайын дүрт-биш мең тонна руда оҙатылып торған. Ә марганец ҡушмайынса броня ҡоросон ҡайнатыу мөмкин түгеллеге мәғлүм.
Ғөзәйер Сәғитов әлеге шахтала эшләгән һәм бер ни ҡәҙәр ваҡыт “бронь” уны фронтҡа саҡырыу ҡағыҙынан һаҡлаған. Ябай аҡыл менән уйлағанда, дәүләт өсөн кем кәрәгерәк: йүнләп ҡоралланмаған, рәтләп өйрәтелмәгән һалдатмы, әллә броня өсөн марганец сығарған таусымы? Әммә түрәләрҙең фекерләү логикаһы үҙенсә һәм ҡырҡ икенсе йылдың башында әлеге “бронь” юҡҡа сығарылып, шинель кейгән таусы бер нисә айҙан һуң һәләк була.
“Рәсәй йыйнаҡлана...”
“Атайһыҙ бала етем түгел, әсәйһеҙ бала етем”, тип тә раҫлай халыҡ. Ысынлап та, етемлек яҙмышы нисек кенә әсе булмаһын, әсәһе иҫән ваҡытта бала үкһеҙ ҡалмай. Ҡатыным менән мин әсәйҙәребеҙҙең сабырлығына һәм рухи ныҡлығына хайран ҡалып йәшәнек. Улар үҙҙәренең әсә бурысын дәүләт иңенә күсереп һалыу тураһында, аңлауыбыҙса, уйлап та ҡарамаған. Дәүләт яғынан ярҙам булһа, рәхмәт, юҡ икән, тимәк, уның беҙҙән дә былайыраҡ хәстәрлектәре барҙыр. Әсәйебеҙгә, мөғәллимдәребеҙгә йәнә бер яҡтан рәхмәтлебеҙ: улар беҙҙә һуғыш үткән һәр кемгә ҡарата эскерһеҙ ихтирам тәрбиәләне, һәр яугирҙә беҙгә атайҙарыбыҙ рухы күренгәндәй булды һәм, ысынлап та, ғүмер юлыбыҙҙа элекке фронтовиктарҙан күп изгелек татыныҡ.
Бер ваҡыт “Хәтер” серияһының йомғаҡлау томын әҙерләү сираты еткәс, миңә мөхәрририәттең эшсе төркөмө етәксеһе полковник Рафиҡ Вәлиев шылтыратты. “Һуңғы томды ниндәйҙер йомғаҡлау һүҙе менән ябыу кәрәк. Ғалим кеше, хөрмәтле бер һуғыш ветеранына мөрәжәғәт иткәйнек, Марсель атаһын яуҙа юғалтҡан егет, һуғыш темаһына ул ихлас мөнәсәбәттә, яҙырға тейеш, тип яуап бирҙе. Ризаһыңмы?” Бындай осраҡта ризалыҡты һорау – артыҡ эш. Әҙәм балаһының хәтере ныҡ та, игелекле лә булырға тейеш. Бөйөк Еңеүгә ете тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтһә лә, күптәр кешелекте һуғышҡа дусар иткән ысын сәбәптәрҙе, был афәткә ҡәҙәрге, ул осорҙағы һәм унан һуңғы ҙур сәйәсәттең йәшертен пружиналарын, совет халҡының юғалтыу ҙурлығын һаман белмәй.
Һәр нәмәнең ололоғо ситтән яҡшыраҡ беленә бит. Беҙ әле булһа яугирҙәр ҡаһарманлығының сығанаҡтарын асырға, йәштәрҙе шул сығанаҡтарға яҡынайтырға тырышабыҙ. Ҡоласын фекер менән дә, ҡараш менән дә иңләй алмаҫлыҡ һуғыш хаҡындағы хәтирәләр кешелек йәшәгән саҡта киләсәк быуындарҙың хәтерен һәр ваҡыт ҡуҙғытып торасаҡ тип ышанғы килә. Тарихсылар киләсәктә, бәлки, һуғыштың сәбәптәренә, уның барышына һәм һөҙөмтәләренә икенсерәк күҙ менән ҡарар, әлегә билдәле булмаған яңы факттар һәм хәлдәрҙе асыҡлар, көтөлмәгән һығымтаға килер. Әммә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡалыр – һәр нәмәнең ололоғо һаҡланыр.
Бер тупһаларҙы тапап, көн дә тиерлек осрашып, уңайы сыҡҡанда һөйләшеп ултырған мәлдәрҙә Мостай ағай миңә, бәғзе мәсьәләлә мауығыбыраҡ китеүемде күреп, “философ” тигән ҡушамат таҡҡайны. Оло менән бәхәскә инеү ғәҙәте булмағас, үҙ холҡоңа әйләнеп ҡарауҙан бүтән сара юҡ. Үҙегеҙ ҙә һиҙгәнһегеҙҙер, тормош килде-киттерәк була барған һайын кешеләр, бигерәк тә өлкәнәйгәндәр, йыш ҡына иге-сиге күренмәҫ оҙон тәбәрәккә төшөп китә. Был күңелде йыуатыр әмәл эҙләүме икән, әллә тормоштоң юғала барған асылын тотоп алып ҡалырға маташыумы? Һәр хәлдә, донъяның башты әйләндерерлек, мейене ҡайнатып киптерерлек ғәләмәттәре һиңмайҙы – даһи аҡыллы, зирәкте миңрәү кеше итерлек шул. Заманына тура килгәс, ихтыярһыҙҙан әүлиә сүрәтенә лә, диуана рәүешенә лә инерһең. Икенсе донъя һуғышында зарураттан арҡаҙаштар булып, уртаҡ дошманды кәмһетмәйенсә солохҡа өлгәштек тигәндә генә, союздаштар, күп йылдар йәшереп йөрөткән хөсөт ниәттәренә ирек ҡуйып, кисәге яуҙаштарына ҡаршы йәнә бер фронт – “һалҡын һуғыш” – асып ебәрҙе. Атышһыҙ, әлегә үлемһеҙ яуҙың ҡубыуында беҙ, ғәҙәтләнгәнсә, яуыз ниәтле, ҡәһәр һуҡҡыр американдар менән уларҙың тоғро ҡойроҡтары – британдарҙы ғәйепләнек. Цезарҙың йәмәғәтенә шик төшмәй тигән һымаҡ, үҙебеҙгә лә гонаһ табы ҡунаһы булманы.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, әллә һиллеккә вә әпәкәйгә моҡрау үҙәккә үтепме, байтаҡ ваҡыт: “Тирә-яғың яу булһа ла, өйөң эсе һау булһын”, – тигән уйҙы иман итеп йәшәнек. Хәйер, нимә үҙгәрҙе һуң? Беҙҙең халыҡта, башҡортмо, русмы, татармы йә ул ғүмер баҡый эргәлә ғүмер кисереүсе бүтән ҡәүем кешеһеме, ғәжәпләнерлек бер ҡатлылыҡ менән ғафиллыҡ, ғәҙәт булыуҙан үтеп, тәбиғи булмыш рәүешен алған. Телевидение, гәзиттәр көнө, сәғәте һайын яуҙырып торған ҡәбәхәтлек, бурлыҡ, әшәкелек, йыртҡыслыҡ хәбәрҙәрен тыңлайбыҙ, уҡыйбыҙ ҙа, баҫып барыусы ошо афәткә ҡаршы яуап хәрәкәте урынына, Ғәйнан Хәйригә эйәреп, “Нишләп улай ғазазилдар ҡанлы хәнйәр ҡайрайҙар? Ни өсөн улай ҡан ҡойорға яуызлыҡтар эҙләйҙәр?” – тип риторик нәфрәтләнеү-зарланыу менән сикләнәбеҙ. Мәғлүмдер, бер генә көс тә, айырыуса яуыз көс, ғәҙеллек, намыҫ, оялыу һымаҡ абстракт төшөнсәләргә иғтибар итмәй, хатта уны һанламай ҙа. Хәҙер Карл Маркс, Владимир Лениндарҙың ғилми хеҙмәттәре генә түгел, бәлки исемдәре үк бәғзе әҙәмдәрҙең күҙенә ҡан һауҙырып, телдәренән ағыу һиптерһә лә, йә кеше булып йәшәйбеҙ, йә аяҡ аҫтында селәүсен хәлендә борғоланабыҙ, тигәндәй, юл сатында торғанда Маркстың “Гегелдең хоҡуҡи фәлсәфиәтен тәнҡитләүгә ҡарата инеш һүҙ”ендә әйтелгән фекерҙең хаҡ булыуына йәнә ышанаһың. “Тәнҡит ҡоралы һис ҡасан да ҡорал менән тәнҡитләүҙе алмаштыра алмай. Матди көс фәҡәт матди көс менән генә түңкәрелергә тейеш”, – тип тәҡрарлаған, ҡапма-ҡаршы көстәрҙең теләһә ҡайһы мәлдә бәрелешеү ихтималын XIX быуатта уҡ шәйләй алған фекер эйәһе, һәм был ҡораллы низағҡа саҡырыу түгел, бәлки тарих ағышының теләһә ҡайһы ваҡыт сәкәшеү төҫөн алыу ихтималын иҫкәртеү генә. Әммә классик әйтеп ҡалдырған фекер XX быуатта ла, хәҙер ҙә көн үҙәгендә ҡалыуын һис юғалтмай, киреһенсә, блоктар яңырған, дәүләттәр араһында бер-береһенә дәғүәләр көсәйгән ваҡытта сәйәси йүнәлеш төҫөн ала.
Рәсәй кешеләре һиллек йылдарында ла үҙен яу уртаһындағылай тойоп йәшәй, һәм ни өсөн ошо ғәҙәти булмаған шарттарҙа көн күреүе тураһында уйланмай ҙа, хатта уны һиҙмәй ҙә шикелле. Беҙ тамсы һыу күрмәгән сүллектә йәшәгән мәхлүктәрҙең ни менән туҡланыуына, эҫегә-һалҡынға нисек сыҙауына хайран ҡалабыҙ. Мөхитендә һанһыҙ хазиналар һаҡлаусы Евразия киңлектәрендә лә унда төйәкләгән ҡәүемдәргә һис ҡасан да рәхәт булмаған. Унда диңгеҙҙәр яңы ғына һауып алынған һөт һымаҡ йылы түгел, иртән ҡаҙалған таяҡ кискә тамыр ебәрерлек йомарт тупрағы ла юҡ. Хәҙер Рәсәй биләп ятҡан сикһеҙ, ҡырыҫ ерҙәрҙә йәшәүҙең һәр көнө донъяны ҡабаттан асыу, тереклек өсөн йән әсеһенә көрәш менән бәрәбәр. Көрәштең, ауырлыҡтарҙы еңергә ынтылыуҙың, әлбиттә, тәнде лә, рухты ла нығытыуы мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта тотош йәмғиәт тә, айырым шәхес тә ғүмер баҡый көсөргәнеш хәлендә йәшәй алмай. Боронғо яугирҙәр алыш юҡ саҡта ян керешен дә ысҡындырып ҡуйған. Әгәр Рәсәйгә ҡараған биләмәләр тарихы сәхифәләренә күҙ йүгертеп үтһәк, ошонда ойошҡан дәүләттең ғүмер баҡый яу көткәнен һәм яу хәлендә йәшәгәнлеген күрербеҙ.
Уҫал мөхиттә көстө генә һанлайҙар. Рәсәй Федерацияһы әле булһа ҡеүәтле, хатта бөйөк дәүләт статусына дәғүә итә. Рәсәй Федерацияһының бөгөнгө халыҡ-ара хәленә йәнә әйләнеп ҡайтып, тарихтан бер миҫалға мөрәжәғәт итәйек. 1856 йылда Ҡырым һуғышында еңелеп, Рәсәйҙе кәмһеткән һәм уны Ҡара диңгеҙҙәге флотынан яҙҙырған Париж солохонан һуң сит ил эштәре министры, йәғни ул саҡта канцлер, итеп тәғәйенләнгән кенәз Александр Михайлович Горчаков көнсөл арҡаҙаштарға: “Рәсәй уфтанып йәш түкмәй, Рәсәй йыйнаҡлана ғына”, – тип белдергән. Бөйөк рус дипломатының тәрән мәғәнәле һүҙҙәре дошмандарға ла, ил хакимдарына ла, иң мөһиме – өмөтөн өҙмәгән халыҡҡа ла төбәлгән. Бөйөклөк, ысындан да, бейектә булыуҙа түгел, бәлки яҡты, алыҫ ҡарашлы аҡылдалыр.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.