Кисә Үзбәкстанға сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһы вәкилдәре менән берлектә Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындарында булды. Экскурсияларҙа уларҙы Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимының инвестициялар һәм тышҡы сауҙа мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ойбәк Мырҙабәков оҙатып йөрөнө. Радий Хәбиров уның менән ошо ҡалаға Өфөнән тура рейстар асыу, туризмды үҫтереү буйынса фекер алышты.
Сәмәрҡәндтәге киң танылған байтаҡ ҡоролмалар Аҡһаҡ Тимер һәм ул нигеҙ һалған Тимериҙәр династияһы дәүеренә ҡарай. Сәмәрҡәнд уларҙың империяһының баш ҡалаһы була.
Радий Хәбиров һәм Башҡортостан делегацияһы ағзалары Тимериҙәр кәшәнәһендә – Гүр-Әмир мавзолейында булды. Әйткәндәй, “Аҡһаҡ Тимерҙең йәне” тураһындағы билдәле риүәйәт тап уның менән бәйле.
Артабан делегация Сәмәрҡәнд үҙәгендәге Регистан майҙанына юлланды. Унда XV–XVII быуаттарҙағы архитектура ансамбле урынлашҡан. Төп объекттары – Олуғбәк, Шердор һәм Тиллә Ҡарыу мәсеттәре. 2001 йылда был ансамбль Сәмәрҡәндтәге башҡа боронғо тарихи биналар менән бергә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән.
Башҡортостан делегацияһы барған йәнә бер иҫтәлекле урын – Хужа Дониёр кәшәнәһе. Унда Тәүрат пәйғәмбәре Данил ерләнгән.
– Сәмәрҡәнде Башҡортостан туристарына асҡым, уларға сәйәхәт итеү, турҙар, тура рейстар ойоштороу мөмкинлеген биргем килә. Ошоға ынтылырбыҙ. Сәмәрҡәнд – иң боронғо ҡалаларҙың береһе һәм донъя кимәлендәге ҙур туризм үҙәге. Бында ысынлап та ҡарарлыҡ нимәләр бар, – тине Радий Хәбиров. – Сәмәрҡәндәге байтаҡ архитектура хазиналары Тимериҙәр империяһы дәүерендә төҙөлгән. Аҡһаҡ Тимергә бәйле Башҡортостандың үҙ тарихы бар. Шишмә районында XIV быуаттың һоҡланғыс ҡомартҡылары һаҡлана, һәм халыҡҡа ошондай урындарҙы асырға кәрәк тигән фекер бар. Был йәһәттән Сәмәрҡәндтең, уның музей һәм тарихи комплекстары тәжрибәһе беҙгә бик файҙалы булыр ине.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press