Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2022, 21:00

Баш ҡалала ҡурайға һәйкәл булырмы?

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, паркты яңыртыу проектында милли рух бөтөнләй сағылмай. Беҙ уға бер төптән ҡаршы сыҡтыҡ".

Баш ҡалала ҡурайға һәйкәл булырмы?
Баш ҡалала ҡурайға һәйкәл булырмы?

Кисә Өфө ҡалаһының тарих музейында Ленин исемендәге паркты капиталь ремонтлау буйынса фекер алыштылар. Проект буйынса семинарҙа Башҡортостандың Рус соборы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы вәкилдәре ҡатнашты.

"Генпроект"тың баш архитекторы Людмила Стадничук билдәләп үтеүенсә, ҡалала йәшәүселәрҙең теләктәренән сығып, тотош парк биләмәһендә яңыртылған яҡтыртыу системаһы урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡ ямғыр һәм өҫтәге һыуҙарҙы йыйыу, автоһибеү, видеокүҙәтеү, вай-фай, һыу эсә торған фонтандар, заманса парк навигацияларын ҡуйыу ҙа ҡаралған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға парктың бөтә майҙансыҡтарына ла инеү мөмкинлеге булһын өсөн тротуарҙарҙа пандус системаларын һәм норматив буйынса бер аҙ ауышлыҡтарҙы урынлаштырыу ҙа төп маҡсат булып тора.

Бындай сараларҙа ҡатнашҡан ижтимағи ойошмалар, ғәҙәттә, милли тамырҙарын һаҡлап ҡалыу, бының өсөн заманса мөмкинлектәрҙе файҙаланыу өсөн сығыш яһай. Был фекер алышыу майҙансығы ла иҫкәрмә булманы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре паркты ремонтлау проектына башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ҡурайға һәйкәл ҡуйыу мөмкинлеген индерергә тәҡдим итте. “Ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан парктың үҙ йөҙө булырға тейеш. Уның Башҡортостандың баш ҡалаһының асылын мөмкин тиклем киң рәүештә сағылдырыуы фарыз. Элегерәк, мәҫәлән, башҡорт орнаменттарын юлдарҙы биҙәү өсөн ҡулландылар. Һигеҙ йыл элек Өфө ҡалаһы Советы ҡарары менән паркта башҡорт халыҡ уйын ҡоралы ҡурайға һәйкәл төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән ине. Унан тыш, ҡурай күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының берҙәмлеген дә символлаштыра”, - тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

Паркта төбәк компонентын күрһәтеү кәрәклеге тураһында үҙ фекерҙәрен Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының Башҡорма комитеты ағзалары – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, шағирә, тәржемәсе, журналист Лариса Абдуллина ла белдерҙе.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, паркты яңыртыу проектында милли рух бөтөнләй сағылмай. Әгәр берәй башҡа төбәккә барһаҡ, әйтәйек, Ҡазағстанға булһынмы, Ташкентҡамы – миллилек әллә ҡайҙан күҙгә салынып тора. Бында иһә бер ниндәй ҙә миллилек юҡ. Шуға күрә, был проектты әлеге вариантында ҡабул итеү мөмкин түгел, тип иҫәпләйем. Беҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, был проектҡа бөтәбеҙ ҙә бер төптән ҡаршы сыҡтыҡ. Унда ҡурайҙы индермәгән хәлдә лә, барыбер парк концепцияһында милли рух сағылырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән күрешкәндә лә ҡурайсыға түгел, ә ҡурайға һәйкәл ҡуйыуҙы шәхсән тәҡдим иткән инем. Беҙҙең һүҙебеҙҙе ишетергә тейештәр. Башҡортостандың баш ҡалаһының үҙ йөҙөн формалаштырған, сағылдырған объекттар, һис шикһеҙ, булырға һәм улар нигеҙендә милли асыл ятырға тейеш. Ҡурай һәйкәле иһә баш ҡала йөҙөнә милли төҫ бирәсәк, килгән ҡунаҡтар өсөн дә һәр яҡтан ҡыҙыҡлы объект буласаҡ”, - тип билдәләне Хөрмәтулла Үтәшев.

"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина: “Был паркты халыҡ элек-электән мемориаль парк, тарихи урын булараҡ белә. Шуға күрә беҙ ҙә уны киләсәктә Башҡортостандың дәүләтселлеген сәнғәти, сәйәси, тарихи йүнәлештәрҙә сағылдырған парк итеп күрергә теләйбеҙ. Ошо паркта Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ерләнгән, башҡорт батыры Шакирйән Мөхәмәтйәнов – Александр Матросовҡа, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл ҡуйылған. Парк ғаилә менән килеп, музейҙағы һымаҡ балаларҙы, йәштәрҙе тарихи үҙенсәлектәр, рухи асылыбыҙ менән таныштыра торған урын булараҡ күҙаллана. Киләсәктә беҙ унда ҡурайға һәйкәл күрергә теләгән фекеребеҙҙе лә әйттек. Был мәсьәлә республикала 2014 йылдан бирле күтәрелеп килә. Хатта проект та раҫланған. Моғайын, яҡын киләсәктә парктың реконструкцияһы эшләнгәндә шулай уҡ Башҡортостандың гербына урынлашҡан Ҡурай һәйкәле лә тап ошо паркта урынлашыр тигән өмөтөбөҙ ҙур”, – тип белдерҙе.

Фото: ufacity.info

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: