Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 10:41

Уның тарихы – еңеүҙәр йылъяҙмаһы

Ошо көндәрҙә Өфө, Ишембай, Нефтекама, Туймазы, Дүртөйлө ҡалаларында “Башнефть” компанияһының 90 йыллығына арналған байрам тантаналары үтте. Улар  Ишембайҙа Башҡортостандың нефть тарихын асҡан Иван Блохин һәйкәленә сәскәләр һалыу, ағас ултыртыуҙан башланды. Байрам сараларында тармаҡтың өс меңдән ашыу ветераны ҡатнашты. 

– Беҙ республикабыҙ иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән нефть тарма­ғында 48 йыл хеҙмәт итеүебеҙ менән бәхетле, – ти ветерандар  Фәниә Биктимер ҡыҙы менән Әсғәт Вәлиулла улы Ғәйфуллиндар. Ғаилә башлығы – контроль-үлсәү приборҙары буйынса белгес, ҡатыны тирә-яҡ мөхитте һаҡлау инженеры булып эшләгән.

Былтыр компания 254 эксплуатация скважинаһын бырауланы, улар­ҙың 258-е горизонталь рәүештә тамамланған. Башҡортостан Рес­публи­каһында, Ханты-Манси һәм Ненец автономиялы округтарында, Ырымбур өлкәһендә 88 яңы продуктив ятҡылыҡтар асылған.

2016 йылда “Башнефть” “Роснефть” нефть компанияһы” асыҡ акци­о­нерҙар йәмғиәте составына инде. “Роснефть” киңлегенә интеграцияланыу Башҡортостан нефтсе­ләре өсөн заманса идара итеү һәм етештереү үлсәмдәренә күсеүҙе, яңы бурыстар һәм ҙур пландарҙы аңлата ине.

Компания үҙе эшләгән төбәктәрҙә тәбиғәтте һаҡлау проекттарын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Былтыр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау сараларына 6,5 миллиард һум йүнәлтелгән. Ошо уҡ осорҙа “Башнефть” атмосфера һа­уаһына ташландыҡтарҙы ун процент­ҡа кәметте һәм эйәрсен нефть газын файҙалы ҡулланыу кимәлен 97 процент итеп һаҡланы.

“Башнефть” – Рәсәйҙең нефть һәм газ тармағының иң оло предприя­тие­ларының береһе, ул нефтте эш­кәр­теү һәм һатыу менән дә шөғөл­ләнә. Компанияның нефть эшкәртеү комплексы төп күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләй: былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса нефть эшкәртеүҙең тулылығын 85,3 процент, асыҡ төҫтәге нефть продукттары сығарылышын 64,9 процент тәшкил итте. Коллектив экологик үлсәмдәргә тап килгән “Евро-5” һәм “Евро-6” юғары сифатлы яғыулыҡтарын, шулай уҡ үҙ технологияһы буйынса эшләнгән АИ-100 юғары октанлы бензин етештерә.

Стәрлетамаҡтағы “РН-Кат” заводы нефть эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән катализаторҙар эшләй, ғәмәлдә булыу оҙай­лылығы, сифат күрһәткестәре һәм төп продукцияның күләме кеүек төп күрһәткестәр буйынса сит ил аналогтарын уҙып китә. Катализаторҙар заманса техник талаптарға яуап биргән дизель яғыулығы етештереү мөмкинлеге бирә.

“Башнефть” структураһында шулай уҡ нефть химияһы ла әүҙем үҫешә, был тармаҡҡа “Өфөоргсинтез” заводы һәм Шкапово менән Туймазы ике газ эшкәртеү предприятиеһы ҡарай.

Компанияның ваҡлап һатыу сауҙа селтәренә 584 заправкалау станцияһы инә, улар илдең 15 төбәгендә урынлашҡан. Предприятиеның автозаправкалау клиенттары яғыулыҡ өсөн шулай уҡ “Яндекс.Заправки” ҡушымтаһы аша контактһыҙ түләү мөмкинлегенә лә эйә.

Башҡортостан биләмәһендә Евра­зиялағы иң ҙур “Башнефть-Өфө­нефтехим” биологик таҙартыу ҡорол­малары комплексы эшләй. Ул – “Роснефть” экология өлкәһендә дәүләт власы органдары менән берлектә тормошҡа ашырған тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендәге һигеҙ инвестиция проекттарының береһе. Етеш­те­реү­сәнлеге тәүлегенә 84 мең кубометр тәшкил иткән комплекс “Башнефть” компанияһының нефть эшкәртеү заводтарының һәм 66 предприя­тиеның сәнәғәт, ҡойма ямғыр һәм коммуналь ағынтыларын таҙарта. Рәсәйҙә һәм Евразияла уға тиң таҙартыу комплекстары юҡ.

“Башнефть” – Башҡортостандың иң ҙур һалым түләүсеһе һәм социаль партнеры. Һуңғы өс йылда Баш­ҡорт­остан менән “Роснефть” компания­һының килешеүе сиктәрендә респуб­ликаның 49 районы һәм ҡалаһында 220-нән ашыу социаль проект тор­мошҡа ашырылған, был иһә халыҡ­тың тормош кимәлен яҡшыртырға ярҙам итте.

 

Белешмә:

 

l 1932 йылдың 16 майында Ишембай ауылы эргәһендәге 702-се скважинанан илдең көнсығышындағы беренсе сәнәғәт нефть ағымы алынған. 1935 йылда “Востокнефть” тресынан айырылып сыҡҡан үҙаллы “Башнефть” тресы ойошторола.

l Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан нефтселәре илебеҙҙең фашистик Германияны еңеүенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Совет армияһының һәр өсөнсө танкы һәм һәр бишенсе самолеты Башҡортостан нефтенән алынған яғыулыҡ менән тултырылған.

l 1951 йылда Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы (хәҙерге “Башнефть-Новойл”), 1956 йылда Өфө синтетик спирт заводы (хәҙерге “Өфөоргсинтез” йәмғиәте, 1957 йылда Черниковка нефть эшкәртеү заводы (“Башнефть-Өфөнефтехим”)  эшләй башлай.

l Бөгөнгә “Башнефть” акционер­ҙар нефть компанияһының нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы комплекстары ла ингән төп активтары Башҡортостанда урынлашҡан. Компания шулай уҡ Ханты-Манси округы – Юграла, Ненец автономиялы округында, Ырымбур өлкәһендә һәм Татарстанда разведкалау һәм нефть сығарыу эштәре алып бара. Өфө нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы кластерына ҡеүәтле заманса заводтар – “Башнефть-Новойл”, “Башнефть-УНПЗ”, “Башнефть-Өфө­нефтехим” һәм “Өфөоргсинтез” инә.

Гөлсирә СӘХИЕВА.

Читайте нас: