Гәзит һәм журналдарҙағы мәғлүмәттәр ташҡа баҫылған һымаҡ. Ҡулға тотоп уҡыуҙың үҙ тәме һәм кинәнесе бар, һүҙенең көсө лә ҡеүәтлерәк. Ишембай почтамтының ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлеге етәксеһе Инира Төхвәтуллина хәҙер 16 йыл дауамында ошо яуаплы бурысты башҡара.
– Эш еңелдән түгел. Халыҡ менән уртаҡ тел таба белеүҙе талап итә беҙҙең һөнәр. Урамда китеп барғанда таныштарҙы осратһам, тәүҙә хәл-әхүәл һорашам, гәзиткә яҙылыуҙары менән ҡыҙыҡһына башлайым. Ун көнлөк акция ваҡытында арзанға яҙылыу мөмкинлеге тураһында ла иҫтәренә төшөрәм. Кешегә әйтеп кенә ебәреү ҙә етә бит. Гәзит уҡырға күнеккәндәр унан айырылмайҙар. Үҙемә төбәп килеп яҙылған оло йәштәгеләр байтаҡ ҡына. Бер ыңғай күңелдәрен бушатып сығып китә улар. Шуға һәр бер гәзит уҡыусыбыҙ беҙҙең өсөн ҡәҙерле, – тине Инира Сәхи ҡыҙы.
Шул уҡ ваҡытта ул китапҡа, ваҡытлы матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныуҙың кешелә бала саҡтан һалыныуын да билдәләп үтте:
– Минең атайым заманында уҡытыусы, ауыл Советы рәйесе булды. Беҙҙең йортҡа бик күп гәзит-журнал килә торғайны. Ун балалы күмәк ғаиләлә барыбыҙ ҙа бәләкәйҙән матбуғат баҫмаларын уҡып үҫтек. Әле лә гәзит алдырам. Ҡанға һеңгән ул ғәҙәт, тиһәк тә хата булмаҫ.
Әлеге көндә ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу осороноң ҡыҙған мәле. Ишембай районында ла “Башҡортостан”ды алдырыусыларыбыҙ байтаҡ. Был йәһәттән Этҡол, Скворчиха почта бүлексәләрендә эш йәнле барыуын белдек. Шул уҡ ваҡытта ҡала эргәһендәге Смаҡай ауылында ла баҫмабыҙҙы алдырыусылар байтаҡ.
Өйгә гәзит килһә, күңел күтәрелеп китә. Һәр кем уны иң тәү ҡулға төшөрөргә тырыша. Көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, һеҙ ҙә “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға онотоп ҡуймағыҙ.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.
Ишембай районы.