Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2022, 22:02

Йорттоң йәне – әсәләрҙә

“13-сө балабыҙ – яҙмыш бүләге”, ти Альбина.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары

Бынан ай ярым элек Хәйҙәршиндар ғаиләһендә 13-сө сабыйҙың донъяға килеүен ишетеп, барыбыҙ ҙа таң ҡалғайныҡ. Улай ғынамы, ошондай ҡатмарлы заманда шул хәтлем бала табырға йөрьәт иткән ҡатындың күңел донъяһын, тәүәккәл аҙымын аңлай алмағандар, йәлләгәндәр, хатта хупламағандар осраштырыуы сер түгел. Уларҙы ла аңларға була, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ, аҡса һәм ваҡыт еткерә алмау, әсәләр иңенә төшкән оло яуаплылыҡ, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй донъя мәшәҡәттәре, һәр балаң өсөн янып-көйөү, һаулығын, уҡыуын хәстәрләү кеүек бөткөһөҙ бурыстар шулай төрлөсә фекер йөрөтөргә мәжбүр итә.

Тормошта ырыҫлы, эшенән дә, һөйгән йәренән дә уңған,  бына тигән ул-ҡыҙҙар үҫтергән дан ғаиләләр менән йыш осрашырға, аралашырға тура килә. Уларҙың бәхет формулаһы халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың өс кенә юллыҡ шиғри юлдарында әйтелгән төҫлө:

“Йорттоң йәне – әсәләрҙә,

Йорттоң йәме – балаларҙа,

Йорттоң даны – атайҙарҙа”.

Йорт усағын һүндермәү, бәхет ҡошон өркөтмәү, балаларыңды сабырлыҡ менән, ҙур хеҙмәт һалып үҫтереү өсөн нимә кәрәк? Әлбиттә, мөхәббәт!  Балаларыңды тупылдатып һөйөүҙән, баштарын һыйпап яратыуҙан ләззәт, ҡәнәғәтлек той­ғоларын кисереүҙе башҡа ниндәй кисерештәр менән сағыштырыу мөмкин һуң? Әсә кеше балалар тәрбиәләгәндә йыш ҡына үҙен хәстәрләргә лә онота, йоҡоһо туй­маһа ла, арып-талсығыуы йөҙөнә сыҡһа ла һыр бирмәҫкә, бар тырышлығын, һөйөүен сабыйҙа­рына бүлә. Әсәнең күҙе – иң үткере, йөрәге – бар донъяны һыйҙыр­малыһы, күңеле – иң нурлыһы. Шуға күрә иң ауыр саҡта, донъя мәшәҡәттәре иңдәрҙе баҫҡанда, ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙе йыш ҡына иҫкә төшөрәбеҙҙер ҙә…

Альбина һәм Венер Хәйҙәр­шиндар ғаиләһе менән осрашыр­ҙан, уларҙың хан һарайындай күркәм йорттарына аяҡ баҫырҙан алда ирекһеҙҙән 13 бала әсәһенең яҡынса портретын, кисерештәрен күҙ алдына килтермәйенсә мөмкин булманы. Ауыл тормошон яҡшы беләбеҙ бит. “Донъя мәшәҡәттә­ренән айырылып, ҡамасаулап йөрөмәйбеҙме икән? Ҡырҡ эшең ҡырҡ яҡта ярылып ятҡанда, сит кеше ҡайғыһы юҡтыр”, – тигән уйҙар ҙа башҡа килә. Күҙ алдына моңһоу ҡарашлы, бер аҙ йонсоу йөҙлө булһа ла, йөрәге наҙ-изгелек тулы, донъя тотҡаһы әсәнең күҙ алдына баҫырына өмөтләнәбеҙ.

Тик был юлы күҙаллауҙар дөрөҫкә сыҡманы, ҡулына сабыйын күтәреп, ҡаршыға йылмайып килеп баҫҡан йәш кенә аҫыл зат вәкилен “Моғайын, Альбинаның оло ҡыҙы, ике бала әсәһе Элиталыр”, тип уйлаһаҡ, ул йорт хужабикәһе үҙе булып сыҡты. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған уңған әсәне һәм ҡулында иҙрәп йоҡлаған улы Байрасты иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, ғаиләгә именлек, һаулыҡ, көтөлмәгән шатлыҡтар теләйбеҙ. Балтас районы хакимиәте башлығы Субушев Илгиз Әхвәс улы үҙенең хеҙмәттәштәре – социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Инзилә Әҙип ҡыҙы Ғәсимйәнова һәм мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Лилиә Тәлғәт ҡыҙы Хөсәйенова менән оло ғаиләне һәм матур ул-ҡыҙҙар үҫтергән Альбина ханымды ҡырҡ көнлөк кенә Байрас улдары менән ҡотлап, гөлләмә һәм бүләктәр тапшырҙы. Теләктәр күп, йөкмәткеле, барыһы ла ысын күңелдән.

 

Йорттоң йәме –балаларҙа…

 

13 бала үҫкән йорттоң ҡырмыҫҡа иләүе кеүек мыжғып тороуына, балаларҙың йәнле тауыштарынан шау-гөр килеүенә иҫәп тотһаҡ та, өмөт аҡланманы. Өйҙә бары,  хужабикәнән тыш, ҡырҡ көнлөк Байрас һәм 3-сө класс уҡыусыһы Айнур ғына. Ике ҡатлы яңы йортта һиллек, бөтә ерҙә бөхтәлек, тәртип. Заманса уңайлыҡтар менән төҙөлгән, кәрәкле көнкүреш техникаһы менән йыһазландырылған йорт, тышта ямғыр маҙаға тейеп һибәләп тороуына ҡарамаҫтан,  нурлы ла, ҡояшлы ла төҫлө. Ғаилә башлығы өйҙә булмай сыҡты, Башҡортостан аграр университетын тамамлаған оло улы Артур менән баш ҡалала төҙөлөштә эшләп йөрөйҙәр икән. Оло ҡыҙҙары, һөнәре буйынса технолог Элитаның ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһында йәшәүен, ике бала үҫтереүҙәрен белдек. Ата-әсә дүрт күҙ менән тигәндәй Әлмир улдарының бер айҙан хәрби хеҙмәттән ҡайтып төшөүен көтә. Районда ғына түгел, республика йыр-моң бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашҡан  21 йәшлек Айгиз улдары Өфөлә музыка училищеһында, ә Айназдары автотранспорт техникумында уҡый. Айзилә – 10-сы, Нурсилә – 8-се,  Инзилә – 5-се, Айнур – 3-сө, Айгүзәл  1-се класта белем ала. Наҙгөл һәм Ислам балалар баҡсаһына йөрөй. Һәр баланың мәктәп, йорт эштәренән тыш, яратҡан шөғөлдәре бар.

– Балаларҙың киләсәген уйлап, уларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн Юғары Ҡарышта йәшәп ятҡан еребеҙҙән Балтасҡа күсенергә булдыҡ, – ти Альбина Рәйеф ҡыҙы. – Айгиздең йыр-моңға һәләте, классик әҫәрҙәрҙе башҡарырға өйрәнеү теләге шуға этәрҙе. Ул саҡта балаларҙы йөрөтөргә машинабыҙ ҙа юҡ ине әле. Егеттәребеҙҙең барыһы ла спорт менән шөғөлләнә, волейбол, гер күтәреү, армрестлинг… Район, республика күләмендә үткәрелгән ярыштарҙан буш ҡул менән ҡайтҡандары юҡ, диплом, почет грамоталары менән шатландыралар. Айнур улыбыҙ – бейеүсе, ҙур теләк менән түңәрәктә шөғөлләнә. Ике ҡыҙыбыҙ эстетик гимнастика түңәрәгенә йөрөй. Костюмдар ҡиммәт, әлбиттә. Ай һайын нимәгәлер түләргә, нимәлер һатып алырға тура килә. Ситтән килгән тренерҙарға, сборҙарға түләргә кәрәк, еткерергә тырышабыҙ инде. Айгүзәл менән Наҙгөл гимнастика түңәрәгенән башҡа йәшәүҙе хәҙер күҙ алдына ла килтермәй, шулай булғас, уларҙың теләген хупламай булмай. Ҡыҙҙар менән ҡайҙа ғына булманыҡ – төбәк-ара Ағиҙел турнирында командалары беренсе урын алды. Аҙаҡ Ҡазан, Ырымбур ҡалаларында гимнастика буйынса үткән ярыштарҙа ҡатнаштылар. Ырымбурҙа беренсе урын яуланылар, баш ҡалала төбәк-ара тур­нирҙа 3-сө урынға сыҡтылар. Беҙ, ата-әсәләр,  ҡыҙҙарыбыҙҙың татыу, берҙәм командалары тарҡалмаһа ярар ине, тип борсолабыҙ.

Малайҙарыбыҙ бәләкәйҙән спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләнә. Балаларыбыҙҙың һәр сәғәте иҫәпле, мәктәптән ҡайтыу менән уларҙы физкультура-һауыҡтырыу комплексы, балалар сәнғәт үҙәге көтөп тора. Бер минут та буш ваҡыттары юҡ, бурыстар аныҡ билдәләнгән. Кискеһен үҙем барыһын да машина менән  түңәрәктән йә иһә бассейндан, йә балалар баҡсаһынан йыйып алып ҡайтам, – тип көлә Альбина. – Үҙем машина йөрөтөргә әүәҫ булғас, ҡыйынлығы юҡ.

 

Йорттоң даны – атайҙарҙа…

 

– Венер Флүр улы гел ситтә эшләгәс, бер үҙең, балалар тәрбиәләүҙән тыш, баҡса, мал-тыуар ҡарауға нисек өлгөрәһең? –тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Тәүҙә ирем өйҙә  булмағас, ҡыйыныраҡ ине. Ҡаласа шарттарҙа йәшәһәк тә, ауылда мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотмай донъя көтөп  булмай. Ике һыйыр һауам, ике башмағыбыҙ, ҡош-ҡортобоҙ бар, йыл һайын йәшелсә ултыртабыҙ. Ваҡытында тиреҫен сығараһы, һыуын һибәһе бар. Донъя мәшә­ҡәттәренә, төрлө ваҡлыҡтарға иҫем китмәй, “пособие алыу өсөн бала табалар”, тигән төртмәле һүҙҙәргә лә аптырамайым, был сәнскеле һүҙҙәр беҙгә ҡағылмай. Минең өсөн иң мөһиме – балаларыбыҙҙың һәм иремдең сәләмәтлеге, үҙемдең иҫән-һау булыуым. Башҡа бер нимәгә лә көймәйем, бер кем менән дә ярышмайым, һүҙгә килешмәйем. Ә 13-сө балабыҙ – етенсе улыбыҙ Байрас беҙҙең өсөн яҙмыш бүләге. Мин уны айырыуса йылылыҡ, һөйөү менән ҡаршы алдым. 45 йәштә сабыйыңды күкрәгеңә ҡыҫып иркәләүе оло кинәнес! Ирем менән кәңәшләштек тә, “12 бала янына тағы берәү һыймаймы ни?” тип уйланыҡ.

– Альбина, урыны килгән, яйы сыҡҡан һайын иреңде маҡтап ҡына тораһың. Ҡатын-ҡыҙ бәхете һине аңлаған тормош иптәшенән икәнен аңлайбыҙ, әлбиттә. Нисек киле­шәһегеҙ?

– Беҙҙең холоҡ-фиғелебеҙ шул тиклем оҡшаш! Икебеҙ ҙә бер-беребеҙгә иғтибарлы, балалар яратабыҙ,  икебеҙҙә лә яуаплылыҡ көслө. Шуның өҫтәүенә ул ауырлыҡ һәм ҡытыршылыҡтарҙы  юмор менән еңеләйтә, йомшарта  белә. Мин уның ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тойоуы, матди яҡтан тәьмин итеүе, тырышлығы арҡаһында үҙемде ышаныслы тоям.

Шул ҡәҙәре бала үҫтерһәк тә, ул минең белем алыуыма ҡаршы төшмәне. Ҡазанда иҡтисад институтын тамамланым. Был иҫәп-хисап эше, “дебет-кредит”, һандар, һумдарҙың тормош көткәндә лә кәрәге тейҙе. Айлыҡ сығымдарҙы, килемдәрҙе алдан иҫәпләп, түләүҙәрҙән ваҡытында ҡотолоу, көтөлмәгән сығымдарҙы күҙаллау ғаилә өсөн бик мөһим. Айырыуса быйыл февралдән һуң аҙыҡ-түлеккә хаҡтар һиҙелерлек артҡанда һаҡсыллыҡ һис ҡамасауламай. Элекке самаға бөгөнгө сама тура килеп бөтмәй, сөнки сығымдар артты.

– Күп балалы ғаиләләргә тәғә­йенләнгән ниндәй ярҙам төрҙәренән файҙаланаһығыҙ?

– Йорт һалғанда Хөкүмәт тарафынан бирелгән  субсидия торлаҡ мәсьәләһен яҡшыртты. Баш ҡалала бер бүлмәле фатирыбыҙ бар,  өс улыбыҙ унда йәшәй. 2014 йылда, беҙ инде туғыҙ балаға атай-әсәй булғанда, Сочи ҡалаһында күп балалы 11 ғаиләгә “Ата-әсәлек даны” ордены тапшырыу тантанаһына саҡырҙылар. Был награда лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән өсөн ғорурлыҡ тойғоһон арттырһа ла, уның ҙур яуаплылыҡ йөкмәтеүен яҡшы аңлайбыҙ. “ГАЗель” автомашинаһы бүләк иттеләр.

– Һиңә ни бары 38 генә йәш булған!

– Эйе. Оло ғаиләнең мәшә­ҡәттәре генә түгел, сығымдары ла күп. “Был ҡәҙәр ҙур ғаиләгә нисек аш-һыу әҙерләп өлгөрәһең?” тип йыш ҡына һорайҙар. Уның һис кенә лә ҡыйынлығы юҡ, бары һы­уытҡысың, кухняң тулы аҙыҡ-түлегең булһын. Рәхәтләнеп бешерергә-төшөрөргә яратам. Тик шуныһы, өс йәштән ете йәшкә, һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклем тәғәйенләнгән яңы пособиеларҙы беҙ ала алмайбыҙ. Ҡайһы бер сикләүҙәр уларҙы алыуға ҡама­саулай. Ике шәхси машинанан башҡа йөк машинаһы булыуы – төп ҡаршылыҡтарҙың береһе. Ә был машинаһыҙ ирем эштәрен башҡара алмай. Социаль пособие шәхси милкендә ике һәм унан да күберәк автомобиль булғанда түләнмәй, тип аңлаттылар. Уны­һына ла көймәйбеҙ, был сикләүҙәр ҡаралмағанда алты балама пособие тәғәйенләнер, уларҙы түңәрәк­тәргә йөрөтөү, шөғөлләнеү, уҡытыу  өсөн мөмкинлектәр киңәйер ине, тип кенә әйтмәксемен. Ғөмүмән, республикабыҙҙа,  ҡатмарлы осор­ҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан,  күп балалы ғаиләләргә иғтибар артыуы һөйөндөрә.

– Альбина, үҙең өс йәштә генә атай-әсәйһеҙ ҡалып, аҡыллы ҡатын, балаларын һөйөп туймаған хәстәрлекле әсә, ир ҡәҙерен белгән һәм баһалаған тормош юлдашы була алыуыңа һоҡланабыҙ.

– Өләсәйемдең ҡаҙанышы быныһы. Бәләкәйҙән аҡты ҡаранан айырырға, таҙалыҡты, ҡупшылыҡты һөйөргә, зауыҡлыҡты тәрбиәләргә тырышҡан Рәйхана Ғәйнан ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен. Иҙәнде тап-таҙа итеп йыуып сығарып, маҡтау һүҙҙәрен көтөп тороуыма ҡарамаҫтан, өләсәйҙең яңы “әмере” әҙер була торғайны. “Ҡыҙым, биҙрәңдең эсе генә түгел, тышы ла ялтырап торһон”, – тип әйтеүе менән уның эсен-тышын тағы бер ҡат йыуып, сайҡатып ҡуям. Өләсәйҙең күңеле булһын, тип эшләһәм дә, был ғәҙәт ғүмерлеккә хәтергә уйылып ҡалды. Хәҙер үҙем ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай ҡыҙҙарымды үҫтерәм.

…Хәйҙәршиндарҙың ырыҫлы ғаиләһенә именлек, кескәй Бай­расҡа һаулыҡ, ата-әсәгә сабырлыҡ һәм бәхет теләп, яҡты уйҙар менән хушлашабыҙ, был йортта  барыһы ла яҡшы булыр!

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

 

Балтас районы.

Читайте нас: