Зәбирә Тимерхан ҡыҙы, Баҡалының уңған, оҫта ҡуллы ҡыҙҙарының береһе, яҙмыш ҡушыуы буйынса Балтас тарафтарына килен булып төшә. Йәш сағында Стәрлетамаҡ, Сибай ательеларында тегеүсе булып эшләп, мул тәжрибә туплай. Ҡул эштәренә оҫта, бөтмөр ҡатын айырыуса хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, яратҡан һөнәрен күңелен һалып башҡарырға, хыялдарын тормошҡа ашырырға форсат таба.
Ике ҡатлы ҙур йорттоң өҫкө ҡатында уның оҫтаханаһы урынлашҡан. Киң өҫтәлде ҡаплап ятҡан йөн ҡатламынан оҙаҡламай кейеҙ баҫылып, ул матур, модалы, зауыҡлы пальтоға әүерелергә тейеш. Зәбирә Фәхрәзиеваның хеҙмәт емештәре менән танышҡас, һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәнек. Баҫылған йөндән шундай затлы, йылы кейемдәр ижад итеп була икән! Фотола һеҙ шуларҙың береһен оҫтабикәнең өҫтөндә күрәһегеҙ, ҡулындағы сумкаһы ла кейеҙҙән.
Оҫтаханала эш өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар һәм материалдар бар – шымартыу һәм теген машиналары, үтек, шыйыҡ һабын, биҙәү өсөн сәскәле яулыҡтар...
– Ҡарап тороуға матур булһа ла, эш еңелдән түгел. Бер ҡышҡы пальтоны әүәләп әҙерләү өсөн баш баҫып эшләгәндә лә өс көндән бер аҙнаға тиклем ваҡыт сарыф итергә тура килә, – ти хужабикә. – Кешеләрҙең һорауына, теләгенә ярашлы, эшләп өлгөртөргә тырышам. Йөндө Троицкиҙан барып алам.
Оҫтаның һәр әйбере ҡабатланмаҫ, берҙән-бер, ҡыҫҡаһы, эксклюзив. Күп көс, хеҙмәт, ваҡыт талап иткән кейем хаҡы арзан була алмай, шулай ҙа һөнәрмәндең зауыҡлы, йылы кейемдәренә ихтыяж һәр саҡ бар.
Һуңғы осорҙа боронғо халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеү республикала һәйбәт традицияға әүерелә бара. Башҡорттарҙың хужалығында ла быуаттар буйы кейеҙгә ҙур урын бирелгән, һарыҡ аҫрау, йөн эшкәртеү, кейеҙ баҫыу борондан килгән кәсеп. Өҫ һәм баш кейемдәрен дә йөндән әүәләп, төрлө биҙәктәр ҡулланып эшләргә яратҡандар. Зәбирә Тимерхан ҡыҙының әйтеүенсә, йөн әйберҙәр һаулыҡ өсөн дә файҙалы.
“Эш бер нисә этаптан тора, тәүҙә эшкәртелгән йөндө әүәләйһең йәки кейеҙ өсөн нигеҙ әҙерләйһең, йөн ҡатламын тығыҙлайһың.Аҙаҡ уға биҙәк һалаһың һәм тағы йөн ҡатламын тығыҙлайһың”, – тип ҡыҫҡаса ғына аңлатты ҡул оҫтаһы.
Зәбирә Тимерхан ҡыҙының һөнәрен дауам итерлек, эш рәтен өйрәнеп, матур кейемдәр ижад итерлек, алдағы быуындарға тапшыра алырлыҡ өс ҡыҙы булыуы һөйөнөслө. Әлегә улар ситтә йәшәһә лә, “әсәнән күргән – тун бескән”тигәндәй, был һөнәрҙе үҙ итеренә ышаныс бар.
Динә Арыҫланова.
Балтас районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.