Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2022, 14:35

Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман

Серәкәйҙән ҙурыраҡ дошман бар.

preobr.mos.ru
Фото:preobr.mos.ru

Атайым мәрхүм ғибрәтле бер ваҡиғаны һөйләп ҡалдырғайны. Ул тормош күренеше тураһында ныҡлы уйланһаң, бөгөнгө донъя тарихына ла ауаздаш икәнен самалайһың. Сәбәптәре лә, эҙемтәләре лә бер иш. Ауылда булған хәлгә киңерәк күҙ һалһаң, был сағыштырыуҙың оҡшашлығы асыҡ төҫмөрләнә. Ғибрәт, фәһем алырға ғына яҙһын.

 

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы

 

Элегерәк беҙҙең төбәктәге бер ауылда ике күрше йәшәгән. Был ике ғаилә башлы­ғының татыу­лығына, дуҫтарса мөнәсәбәтенә һоҡ­ланмаған кеше ҡалмаған. Күршеләштәр көнө-төнө бер ғаилә булып ҡай­нашҡан. Ике аралағы ҡойманы ла һүтеп ташлағандар. Бер йортта тәмле аш бешһә, еҫе күрше йортта йәшәүселәрҙең дә танауын ҡытыҡ­лаған, барыһы ла шунда уҡ өҫтәл янына ултырған. Икенсе йортта самауыр ҡайнауы булған, ике ғаилә ағзалары ла бер табынға йыйыл­ған. Кескәй балаларҙың теге йәки был йортта йоҡлап ҡалыуы ла ҡә­ҙимге хәл булып ҡабул ителгән. Күршеләрҙең береһе данлыҡлы балта оҫтаһы, икенсеһе маһир  умартасы булған. Йәмле йәй көндәре етеүгә күс оялары ике йорт араһындағы баҡсала урын алған. Бында ауыл халҡын апты­рат­ҡан иң хикмәтле хәл шунан ғибәрәт икән: бер йоҙроҡтай булып уҡмашҡан ғаилә ағзаларына бал ҡорттары һис тә зыян килтермәгән. Улар асыҡ ишектәр, асыҡ тәҙрәләр аша йорттарға инеп-сығып йөрөһә лә, ике йорт араһында шау-гөр килешеп йөрөгән балаларҙы бар тип тә белмәгән. Береһен дә саҡмаған. Әйтерһең, кешеләр араһындағы самими мөнәсәбәт бал ҡорттарына ла күскән.    

Был шатлыҡлы көндәр тиҫтә йылдар дауам итеп, бер мәл кисәге сабыйҙар үҫмер йәшенә еткән. Шул көндәрҙә күршеләрҙең береһенең улы менән икенсеһенең ҡыҙы бер-береһенә ғашиҡ булған. Шулай итеп, кисәге ныҡлы дуҫлыҡ бөгөнгө оло мөхәббәткә әүерелгән. Уларҙың бындай мөнәсәбәте татыу күршеләрҙең араһын тағы ла яҡынайта төшкән. Йәштәр балиғ йәшенә еткәс, күршеләр үҙ-ара килешеп-һөйләшеп туйға әҙерләнә башлаған.

Ысын мөхәббәт бар урында һәр ваҡыт мөхәббәт өсмөйөшө лә хасил булыусан. Хәйер, быны Хоҙай бер-береһенә ғашиҡ йәндәрҙең тойғо­һон һынамаҡҡа бар итә, тиҙәр. Шулайын-шулайҙыр ҙа, әммә ҡыҙға шулай уҡ үлеп ғашиҡ икенсе бер ауыл егете ғәжәйеп үҙһүҙле, алдына алғанын һис тә ҡуйырға яратмаған, саманан тыш сәмле һәм ғәрсел булып сыҡҡан. Ул ҡыҙҙың икенсе егетте оҡшатыуы, уға кейәү­гә сығырға йөрөүе хаҡындағы аңлат­маһын тыңларға ла те­ләмәйсә, үсексән үгеҙ ише туф­лиҙары менән ергә тыҡылдата баҫып: “Мин әйттем, бөттө, һин мотлаҡ минеке генә буласаҡһың! Әгәр ҙә уға сығырға уйлаһаң, ҡара уны”, – тип киҫәтеү яһаған. Инде ошонан һуң да ҡыҙ уның ихтыярына буйһонмағас, иртәгә йәштәрҙең туйы тигән төндө ғәрсел егет үҙенең мәкерле ниәтен бойомға ашырырға ҡарар иткән.

Егет йораты умарталар янына килеп, тәүҙә уларҙың ауыҙҙарын сепрәк менән томалап сыҡҡан. Шунан уларҙы ныҡ ҡына итеп һелккеләп, баштүбән әйләндереп, болғап, күстәрҙе ҡымжытып-ҡуҙғытып сыҡҡан. Тегеләр ағас оя эсендә тәҡәтһеҙ геүелдәргә тотонғас, сепрәкте алып тиҙ генә ситкә китеү яғын ҡараған.

Хаслыҡ ҡылынған. Был ваҡиға йәйге селлә мәлендә, йәғни төндәрҙең йылына башлаған сағына тура килгән. Бындай саҡтарҙа ауыл халҡы, ғәҙәттә, тәҙрә-ишектәрҙе шар асып йоҡлай. Йәмһеҙ итеп борсоуҙарына бәйле асыуҙарының сигенә еткән бал ҡорттары тиҙ арала йорттарға барып тулып, йоҡлап ятыусыларҙы ҡыран-ғәләмәт килтереп сағырға, үс алырға тотонған. Ҡорттан сағылып ҡобараһы ҡалҡҡан, ҡото алынған хужалар һәм уларҙың бала-сағалары йорттарҙан күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй йүгерешеп сығып, ихатанан ситкә ҡаса башлаған. Тап ошо саҡта умартасы хужа күршеләренең үҙҙәренең исеменә төбәп әйтелгән тоҙло-боросло тәүге әр һүҙҙәрен ишеткән дә инде. Бер яҡтың әр һөжүменә икенселәре лә яуапһыҙ ҡалмаған. Әйтмәгән һүҙ, сыҡмаған асыу ҡалмаған был һүҙ көрәшендә.     

Шул рәүешле ете төн уртаһында бығаса айырылмаҫ дуҫ булып татыу йәшәгән күршеләр бар ауылды әрләшеүҙәре менән уятып, үҙҙәрен фашлаған, оятлы иткән. Дуҫлыҡ дошманлашыуға, мөхәббәт нәфрәткә әүерелгән.

Иртәгәһенә, йәғни гөрләп туй бара торған көндө күршеләрҙең низағлашыуына тәртип һаҡсылары, урындағы власть вәкилдәре, депутаттар килеп ҡушылған. Ҡуҙғыған бал ҡорттарын бер нисек тә тынысландыра алмаған ир умарталарына үрт һалырға мәжбүр булған. Умарталарға үрт һалыуҙың ауыл халҡына ҡарата насар һөҙөмтәһе аҙаҡ беленгән. Был саҡта ут ялҡынынан ҡотолорға теләп ауыл буйынса таралған бал ҡорттары кешеләрҙе сағыуын һаман дауам иткән. Был хәл ут өҫтөнә түгелгән май ише тәьҫир яһаған.    

Һөҙөмтәлә туй була торған көн­дө был ике күршенең йорто ара­һында тағы ла ҡойма ҡалҡып сыға. Элеккеһенән ике тапҡырға бейе­герәге. Низағлашҡан күршеләрҙе был ҡойма ғына ҡәнәғәтләндермәй. Уларҙың береһе күп тә үтмәй йортон тракторға тағып һөйрәтеп, ауыл­дың икенсе ситенә алып барып ултырта. Икенсеһе ауылдың ҡапма-ҡаршы осонда яңынан бура күтәрә.

Дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа нигеҙ­ләнгән мө­хәб­бәттең дә дауамы булмай сыға. Өйлә­нешергә йөрөгән егет менән ҡыҙҙың ике­һенең ике тарафҡа сығып китеүе хаҡында ишеткән ғәрсел егет иркен һулыш алып ҡала. Ауылдың тап ошо ваҡиғанан һуң ҡото юғала...

 

Донъяла “ғәрсел егеттәр” шашына

 

Минеңсә, тарихтамы, ҡасан, ниндәй генә ғибрәтле ваҡиға булмаһын, уның әһәмиәте һәр ваҡыт хәҙерге вә киләсәк заман проблемаларына, көнүҙәк мәсьәләләргә ауаздаш яңғыраш алғанда ғына фәһемле. Ошо күҙлектән ҡарағанда, атайым һөйләгән хәл иҫкә төшһә, һәр ваҡыт донъя кимәлендә барған ваҡиғалар күҙ алдына баҫа башлай.

Хәҙерге заманда Ер йөҙөндәге билдәле көстәрҙең элекке Советтар Союзына ҡараған дәүләттәргә, шул иҫәптән илебеҙ Рәсәйгә ҡанығыуы, уларҙың ерен баҫып алырға ынтылышы күҙәтелә. Ҡанығыуҙың да ниндәйе бит әле. Ошо дәүләттәр биләгән территорияларҙағы бай­лыҡҡа, заман лөғәте менән әйт­кәндә, сеймалына, нефтенә, газына, файҙалы ҡаҙылмаларына, урманына-һыуына эйә булырға ынтылыу.

Ер шарының халҡы йылдан-йыл йылдам арта һәм, әйтәйек, Рәсәй яҡындағы йылдарҙа Себер­ҙе, Алыҫ Көнсығышты шундайҙар өсөн ҡалдырып китергә тейеш. Ә Себер менән Алыҫ Көнсығыштың ил өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә икәнен яҡшы беләбеҙ. Был хаҡта төрлө дәүләт башлыҡтары асыҡ­тан-асыҡ әйтмәһә лә, төрлө фор­малағы дәғүәләр барыбер белдерелә килә.

1812 йылда Наполеон Бонапарт та, 1941 йылда Адольф Гитлер ҙа илебеҙгә табан үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ армияһын йүнәлткән саҡта шундай уҡ маҡсаттар ҡуйған. Тик илбаҫарҙарҙың беҙгә тештәре генә үтмәй. Рәсәйҙе көс ярҙамында баҫып алыуҙың мөмкин түгеллеген бар тулылығында аңлай әлеге лә баяғы билдәле көстәр. Шуға ла улар донъяның әле бер, әле икенсе урынына барып, татыу ғына үҙ ғөрөф-ғәҙәте, йола-традициялары менән йәшәп ятҡан милләт­тәрҙе, дәүләттәрҙе ҡуҙғытып, бер-береһенә һөсләтеп, “һарғылт инҡилаптар” ойоштора. Әйткәндәй, бал ҡорто балы ла һары төҫтә.

Ул көстәр бал ҡорттары урынында бер миллиардтан ашыу мосолман донъяһын да күрә. Хәйер, мосолман менталитеты улар өсөн бал ҡорто саялығынан бер яғы менән дә айырылмай. Иҫәп-ниәттәре лә ябай булыуға оҡшаған: мосолмандар араһында хөсөт, дошманлыҡ хисе таратып ебәреү генә көс. Бының өсөн уларҙы төрлө секталарға, идеологик төркөмдәргә бүлгелеп, бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу ҙа күпте бирәсәк. Ниндәйҙер ҡораллы акция ойоштороп ебәрһәң, улар бер-береһен үлтерә башлаясаҡ, йә булмаһа башҡа диндәге милләттәргә ҡаршы ғазауат иғлан итәсәк.

Был осраҡта баяғы ғәрсел егет ише бал ҡорто умартаһының ауыҙын томалап, уларҙы ҡуҙғытып ҡына ебәреү ҙә етә. Йәнәһе, ҡалғанын бал ҡорттары үҙҙәре эшләйәсәк. Һөҙөмтәлә Ер шарының өс ҡитғаһында уҡмашып йәшәгән мосолмандар араһында дөйөм күтәрелеш, локаль һуғыш уты ҡубасаҡ һәм йөҙәрләгән миллион мосолман халҡы күп йәһәттән ҡулайлы һаналған Рәсәй киңлектәренә ағыласаҡ.

Тәүге осорҙа демографик көрсөк янаған илебеҙ өсөн арзан эшсе көстәре файҙаға ғына булып тойоласаҡ. Һуңғы сиктә ситтән килгән мигранттар һан буйынса һуңғы сиккә барып етәсәк тә, йәнәһе, үҙҙәренә сәйәси хоҡуҡтар яулау юлына баҫып, Рәсәй дәүләтселеген тарҡатҡан төп көстө тәшкил итәсәк. Был осраҡта инде донъя капиталына уның киңлектәренә юл асыласаҡ.

Әммә ул көстәр, нисек кенә быны эшләргә тырышмаһын, телә­гәненә өлгәшә алманы. Афғанс­танда, Ҡырғыҙстанда, Ираҡта, Ливияла, Сүриәлә һәм башҡа мосолман дәүләттәрендә ойошторолған бындай акциялар кәрәкле һөҙөмтә бирмәне. Билдәле көстәр 2006 йылда хатта Ираҡ Президенты Саддам Хөсәйенде, 2011 йылда Ливияның премьер-министры Муаммар Каддафиҙы үлтереүгә тиклем барып етте, әммә көтөлгәнгә өлгәшә алманы.

Ахыр килеп ”ғәрсел егет” Украи­наның баш ҡалаһы Киев  “майҙаны” уртаһында сығып, йәнә умарта­ларҙы ҡуҙғыта башланы. Быуаттар буйына был төбәктә берсә тынып, берсә ҡалҡып сыҡҡан ҡапма-ҡаршылыҡ ерлеге күптән ер аҫтына күмелгән тиһәк тә, өҫтә генә булып сыҡты. Һөҙөмтәлә быға тиклем бүленмәҫ һәм ҡеүәтле булып тойолған дәүләт сатнай башланы. Мәңге туймаҫ капитал донъяһы АҠШ етәкселегендә төрлө илдәрҙең, дәүләттәрҙең, милләт­тәрҙең умарталарын ҡуҙғытып уларҙы беҙгә һөсләй. Тик уларҙың ниәттәре бойомға ашмаясаҡ.

Халыҡ белмәй әйтмәҫ. Асыҡ­ҡандан ҡаныҡҡан яман шул. Бер тапҡыр туйғансы тамаҡ ялғау менән асығыу тойғоһо онотола, ҡанығыу асылы тәрәнгәрәк, кешенең насар мәғәнәһендәге нәфсе сөңгөлөнә йәшеренгән. Беҙ был хәлде, йәғни ҡанығыусылар һөжү­мен, илебеҙ кимәлендә лә, милләтебеҙ халә­тендә лә көндән-көн нығыраҡ тоя барабыҙ. Еребеҙгә лә, ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡ­тарыбыҙға ла, йәнебеҙгә лә, тарихыбыҙға ла, йыр-моңдарыбыҙға ла, йола-тради­цияларыбыҙға ла, бер һүҙ менән әйткәндә, асылыбыҙға дәғүә белдереүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта бара.

Ҡанығыуҙың ҡан эсеп йәшәгән серәкәй менән һис бер уртаҡлығы юҡ, сөнки серәкәй тере йән эйәһенән ҡан һурған саҡта үҙенең асығыуын ғына баҫа, уның асылына дәғүәһен белдермәй. Шулай түгелме?

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Читайте нас: