Башҡортостан тәбиғәте бик үҙенсәлекле: аҡ болотҡа олғашҡан мәғрур тауҙар, зәңгәр таҫмалай һуҙылған йылғалар, йәшел ҡалҡаныбыҙ – олпат ҡарағайҙар, мөһабәт имәндәр, һомғол ҡайындар, мең төрлө шифаға эйә сәскә-үләндәр, ғәжәйеп тәмле емеш-еләктәр, көмөштәй саф һыулы шишмә-йылғалар, зәңгәр күлдәр – барыһы ла республикала ауыл туризмының үҫешенә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, ялдың был төрө хаҡ йәһәтенән дә отошло, виза асыуҙы ла талап итмәй, ваҡытты ла күп алмай.
Өфө ҡалаһына яҡын урынлашҡан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Асҡар Ишбирҙин халыҡҡа һыбай йөрөүҙе, улар менән йыраҡ булмаған араға сәйәхәтте, фотоға төшөүҙе тәҡдим итә. Белеме буйынса ул – геолог, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, байтаҡ ошо тармаҡҡа ҡараған төрлө ойошмаларҙа эшләгән, әммә аҙаҡ ошо бөгөнгө шөғөлөнә ныҡлап тотонорға ҡарар иткән.
Әйткәндәй, һыбай йөрөү ярҙамында реабилитациялау ысулы, йәғни иппотерапия терәк-хәрәкәт, тын алыу һәм аш һеңдереү ағзаларының эшмәкәрлеген яҡшыртыуға, стресс-көсөргәнештән ҡотолоуға булышлыҡ итә һәм бихисап ыңғай хис-тойғо өҫтәй. Белгестәр әйтеүенсә, ат менән аралашыу барлыҡ йәш вәкилдәренә, айырыуса балаларға ыңғай йоғонто яһай, шуға һыбай йөрөү тураһында уй-теләгегеҙ бар икән, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Асҡарға мөрәжәғәт итегеҙ. Ул бала саҡтан ошо малға ылығып үҫкән, унда елдәй елдерергә, спорт менән дуҫ булырға күнеккән. “Ғәҙәттә, тәүге тапҡыр беҙгә мөрәжәғәт иткәндәргә тыныс холоҡло атты тәҡдим итәбеҙ, сөнки был хайуан кешенең кәйефенә иғтибар итеүсән. Ошоно һис оноторға ярамай, шуға күрә уны үҙеңдең дәрт-ғәйрәтеңә ҡарап һайларға кәрәк”, – ти Асҡар Ишбирҙин.
Бында, атта йөрөргә өйрәтеүҙән тыш, һыбай походҡа һәм экскурсияға барырға, матур тәбиғәт ҡосағында фотоға төшөргә тәҡдим итәләр. Аҙна һайын баш ҡаланан Иҫке Бәпес ауылына һыбай йөрөргә килеүселәр бар икән. “Был эш менән шөғөлләнеү отошло: беҙҙәге саф һауа, ғәжәйеп тәбиғәт үҙе генә күптәрҙе, бигерәк тә тынсыу ҡалала йәшәгәндәрҙе йәлеп итә”, – тип белдерҙе йүнсел. Киләсәктә Асҡар бер туған ағаһы Тимур менән ат спортын үҫтерергә, ошо йәһәттән республикала үткәрелгән бәйгеләрҙә ҡатнашырға уйлай.
Әйткәндәй, күптән түгел Иҫке Бәпес ауылында “Күк бүре” йәки “Ылаҡ” уйыны буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән. Был боронғо уйын, нигеҙҙә, ҡырғыҙ, алтай, башҡорт һәм ҡаҙаҡтарҙа, Азияның башҡа халыҡтары араһында киң таралған. Һыбайлылар ылаҡ (кәзә) түшкәһе өсөн көрәшә, йәғни дүртәр кешенән торған команда уны ҡулға төшөрөү менән ҡаршы яҡтың ҡаҙанына ырғытырға тырыша. Асҡар Ишбирҙиндең ауыл туризмын үҫтереү буйынса уй-маҡсаттары байтаҡ. Уның ҡатыны Гөлнур ҙа эшҡыуар: Өфөлә “Матур бул” тигән студияһы бар. Ҡыҙҙары Сафия әлегә бәләкәй, балалар баҡсаһына йөрөй, йырларға әүәҫ, төрлө модель сығыштарында ҡатнаша.
Айһылыу НИЗАМОВА
Ҡырмыҫҡалы районы