Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2022, 14:33

“Әсәйемдән әрләндем...”

Башҡортостан ДТРК-һы.
Фото:Башҡортостан ДТРК-һы.

Ни өсөн республика табиптары хәүеф янаған төбәккә китергә  һәм бушлай эшләргә әҙер? Башҡортостан ирекмән-табиптарының беренсе бригадаһы менән Луганск Халыҡ Республикаһындағы хеҙмәттәштәренә ярҙамға барған Артур Мөғәллимов тап ошо һорауға яуап бирҙе.

– Беҙ үҙебеҙҙең ҡайҙа барыуыбыҙҙы ла, ҡайҙа эшләйәсәгебеҙҙе лә белмәнек. Беҙҙән һуң юлға сыҡҡан ирекмәндәргә еңелерәк буласаҡ, улар беҙҙең һөйләү буйынса, үҙҙәрен нимә көткәнен белеп, әҙерлек менән барасаҡ. Ниндәй медицина хеҙмәткәрҙәренә, ниндәй профилдәге табиптарға  ихтыяж  ҙур икәнен асыҡларға  тейеш инек, – ти Артур Таһир улы.

Табип туғандарына ни өсөн командировкаға йыйыныуын аңлатыуҙың иң ҡыйын мәсьәлә булыуын йәшермәй.

– Донбасстан әйләнеп ҡайтҡас, әсәйемдән ныҡ ҡына эләкте, – ти ул, – сөнки конфе­ренцияға барырға кәрәк, тип алдаштырырға тура килгәйне. Аҙаҡ дөрөҫлөк барыбер ҡалҡып сыҡты. Борсомаҫҡа теләгәйнем...

Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире әйтеүенсә, Луганск Республикаһы дауаханаһында табиптарҙы йылы ҡаршылағандар. “Табиптар етешмәй, – тип аңлатты ул. – Беҙ ниндәй генә эш булһа ла тотонасағыбыҙҙы белдерҙек – операция яһарға, консультация бирергә, яраларҙы бәйләргә, хатта ауырыуҙарға сәй ташырға... Өс аҙна тәүлек әйләнәһенә эшләнек”.

Артур Мөғәллимов Луганск табиптарының профессионаллегенә, батырлығына һоҡлана. “Улар үҙҙәренең оҫталығын  шул тиклем шымартҡан, камиллаштырған – һоҡланмау мөмкин түгел. Клиникала юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелмәһә лә, яралыларға һәм сирлеләргә тейешле медицина ярҙамы юғары кимәлдә башҡарыла”, – ти табип.

– Ҡатмарлы хәлдә лә ҡаланы ташлап китмәйенсә яҡты киләсәккә ышанып йәшәгән кешеләрҙең рух көсө иҫ китерлек. Ҡыйыуҙар, батырҙар, ихластар, – тип баһаланы яңы таныштарын Артур Мөғәллимов. – Беҙ кешеләрҙе матди байлыҡ ҡыҙыҡһын­дырғанына күнеккәнбеҙ, “текәрәк” машина, ҡиммәтерәк телефон алырға тырышабыҙ... Ә Луганск халҡына бындай “ялтырауыҡтар”  хас түгел, улар бөтөнләй башҡа ҡиммәттәр менән йәшәй, улар өсөн иң мөһиме – миһырбанлыҡ, ярҙамсыллыҡ, яҡшы мөнәсәбәттәр... Улар менән танышҡандан һуң кешелеккә ышанысым артты.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: