Ниндәй генә заман булмаһын, фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылда йәшәгән кешеләр өсөн төп медицина ярҙамы күрһәткән ойошмаларҙың береһе булып ҡала.
Фельдшерҙың эше еңелдән түгел: сабыйҙарҙы һәм ауыр сирлеләрҙе өй беренсә ҡарау, сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн тикшереүҙәр һәм медицина процедуралары – барыһы ла сабырлыҡ, мәрхәмәтлелек сифаттарын талап итә. Ҡырмыҫҡалы ауылынан фельдшер Зәкирә Абдуллинаның ошо һөнәр буйынса эшләүенә дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үткән.
– Бар күңелеңде, көсөңдө һалып, ысын йөрәктән башҡаларға ярҙам иткәндә генә, фельдшер булырға мөмкин. Башҡаса бер нисек тә килеп сыҡмай, сөнки медицина ярҙамы һорап фельдшер-акушерлыҡ пунктына ғына түгел, өйгә лә киләләр. Хатта тыуған көнгә лә ҡарап тормай, бер тапҡыр юбилейым менән ҡотларға килгән ҡунаҡтарыма үҙҙәренә генә өҫтәл янында ҡалырға тура килгәйне, – тип һөйләй хәҙер Зәкирә Закир ҡыҙы.
...Ул бала сағынан яҙмышын медицина менән бәйләргә хыяллана, шуға Өфөләге 1-се медицина училищеһын тамамлай. Хәҙер был аҙымына һис үкенмәй, киреһенсә, тормошоноң ошондай изге һөнәр менән бәйле булғанлығына шатланып бөтә алмай. Әле кесе улы Филүстең ҡатыны – килене Физәлиәнең ҡасандыр үҙе белем алған медицина училищеһында уҡыуына ҡыуанысы сикһеҙ.
Әйткәндәй, ҡатынға өс улын яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура килә: 42 йәше тулғанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире Ғайса яҡты донъя менән хушлаша. Яҙмыш һынауҙарына, хеҙмәт ауырлыҡтарына бирешмәй, йәшәргә, эшләргә ынтыла ҡатын, шулай өс улын да ныҡлы аяҡҡа баҫтыра. Хәҙер Ильяс, Илдус һәм Филүс әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә, эштәрен намыҫ менән атҡарырға тырыша.
– Балаларымдың тормош юлдарынан намыҫлы атларға тырышыуы ҡыуандыра. Эшемә килгәндә, остазым Роза Дилмөхәмәтоваға рәхмәтем сикһеҙ: ул мине һөнәр нескәлектәренә өйрәтеп кенә ҡалманы, серҙәшем дә, терәгем дә булды. Санитарка Хөснә Ғөбәйҙуллина, шәфҡәт туташы Фәриҙә Ҡолоҡаева менән шул замандағы ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, эргә-тирә ауылдар халҡын хеҙмәтләндерә инек. Өҫтәүенә, ул ваҡытта транспорт юҡ, халыҡ һаны ла бер мең ярым тирәһе ине. Хәҙер беҙҙең ҡарамаҡта – 600 кеше, – ти фельдшер.
Бөгөн “Ашығыс ярҙам” машинаһының даими йөрөүе, әлбиттә, фельдшерҙарҙың эшен күпкә еңеләйтә. “Прививкалар яһау, бер йәшкә тиклемге балаларҙың сәләмәтлеген даими тикшереү, диспансерлаштырыу һәм башҡалар – төп эшебеҙ хәҙер. Бригадалар менән диспансерлаштырыуға сығабыҙ, коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһайбыҙ”, – ти Зәкирә Абдуллина.
Фельдшерҙың ярҙамсыһы Алевтина Әмирова менән бергә эшләүенә ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән инде. Улар әйтеүенсә, фельдшер-акушерлыҡ пунктының эргәһендә генә модель китапхана, мәсет, балалар баҡсаһының урынлашыуы халыҡҡа ифрат уңайлы.
– Медицина хеҙмәткәре кешене тыңларға әҙер, тик битараф ҡалмаҫҡа һәм ғәҙәти булмаған хәлдәрҙә тиҙ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш, – ти фельдшер менән уның ярҙамсыһы.
...Ҡайһы ваҡытта кешеләр үҙ сәләмәтлегенә һалҡын ҡарай. Улар табиптарға барырға һәм һаулығын һаҡлау сараһын күрергә ашыҡмай. Ундай хәл-шарттарҙа фельдшер үҙенең бөтә яуаплылығын аңлай һәм кешеләргә медицина тикшереүҙәренең мөһимлеген аңлатырға тырыша.
Ҡала еренән айырмалы, ауылда фельдшер – икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе, сөнки, сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, терапевт та, күҙ табибы ла булырға тура килә.
Айһылыу НИЗАМОВА
Ҡырмыҫҡалы районы