Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2022, 13:12

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Тырыш кешеләрҙең донъяһы ла балҡып тора. Йәрмәкәй ауылында йәшәгән хеҙмәт ветерандары Рәфиҙә менән Әхәт Хәмиҙуллиндар, хаҡлы ялда булһа ла, донъяларын да матур итеп көтә, райондың йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй.

Рәфиҙә апай – Йәрмәкәйҙең үҙендә, Әхәт ағай Әбделкәрим ауылында тыуып үҫә. Ситтән бәхет эҙләмәйҙәр, 1978 йылда өйләнешеп, йәштән үк тыуған райондарында төпләнеп ҡалалар. “Атай-әсәй ҙә ғүмер буйы ошонда йәшәп, хеҙмәт итте. Беҙ ҙә уларҙың юлын дауам иттек”, –ти улар. Әхәт Әсғәт улы 40 йылдан ашыу ваҡыт “Салауат”, “Маяҡ” колхоздарында хеҙмәт итә. Тракторҙа ла, комбайнда ла эшләргә тура килә. 36 йыл ғүмерен сөгөлдөр үҫтереүгә арнаған механизатор алдынғылыҡтан төшмәй. Тырыш хеҙмәте өсөн ул “Хеҙмәт Даны” ордены һәм халыҡ хужалығы үҫешендәге уңыштары өсөн бронза миҙал менән бүләкләнә.

– Уңыш йыйыу ваҡытында иртәнге сәғәт алтыла сығып китеп, төнгө икеләргә ҡайтып инә торғайным. Ҡарлы-ямғырлы миҙгелдә лә эш туҡталманы. Һайланып торманыҡ, эш шулай була икән тип, тир түктек. Ауыл балаһы бәләкәйҙән хеҙмәттә сынығып үҫә бит. Әле лә иҫләйем, дүртенсе класты тамамлағас, каникулда ат егеп, бесән ташыуҙа ярҙам итә инек, – тип бала сағын да хәтерләп алды Әхәт ағай.

Рәфиҙә апай 40 йыл самаһы банк тармағында эшләй. Тәүҙә финанс-кредит техникумын, аҙаҡ юғары белем алып, яуаплы ла, ауыр ҙа бурысты намыҫ менән атҡара ул. Баш бухгалтер кеүек етди вазифаларҙы ла башҡара.

– Заманында атайым да, энем дә бухгалтер  булып эшләне. Иҫәп-хисап эше ҡанда бар, шуға башҡа һөнәр һайлау тураһында уйламаным да. Тап ошондай эш күңелемә яҡын ине, – ти Рәфиҙә Мансур ҡыҙы.

Ғүмер буйы һандар менән эшләһә лә, күңеле тулы йыр-моң әңгәмәсемдең. Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, был һәләтенә юл асыла. Ул район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Аҡ ҡалпаҡ” йыр ансамбленә йөрөй башлай. Бала сағынан ҡулынан гармуны төшмәгән Әхәт Әсғәт улы ла бөгөн мәҙәни сараларҙың уртаһында. Ул бик ихлас “Йәрмәкәй егеттәре” ансамбленә йөрөй. Гармунда уйнап йырлаған ир-егеттәр – районда ғына түгел, республикалағы төрлө сараларҙың биҙәге. Әйткәндәй, әңгәмәсемдең атаһы ла заманында оҫта гармунсы булған.

Йәрмәкәйҙең был өлгөлө ғаиләһе тураһында “буш ваҡытта йырлап-бейеп кенә йөрөйҙәр” тип әйтеү һис  дөрөҫ булмаҫ ине. Улар үҙҙәренең хужалығында ла эшләргә өлгөрә. Элек мал-тыуары ла күп булған, һуңғы йылдарҙа һарыҡтарҙы ғына ҡалдырғандар. Шулай уҡ баҡса үҫтереп тә файҙаһын күрәләр. Бер-бер артлы теҙелеп киткән өс теплицалары баҡсаларының йәме булып, хужаларҙың тырышлығын данлап тора.

Әйтеүе генә еңел, мал-тыуар аҫрау ҙа, баҡса үҫтереү ҙә күп көстө ала. Йорттарындағы йөк машинаһы ла, мотоблок та  хужалыҡ эштәрендә ҙур ярҙам. Эш бүлеү күренеше лә юҡ был ғаиләлә.

Тыуған ергә хеҙмәт итеү ҡандарына һеңгән Хәмиҙуллиндарҙың. Был быуындан-быуынға күсә килә. Уларҙың юлын  ҡыҙҙары Гөлнара дауам итә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң хәҙер 20 йылдан ашыу полицияла эшләй. Тормош иптәше менән ике бала үҫтерәләр.

Кешегә бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй. Яратып, намыҫ менән эшеңде башҡарыу, дәртләнеп донъя көтөүҙең үҙ тәме, үҙ йәме. Йәрмәкәй тарафтарында ғүмер иткән замандаштарыбыҙ быны үҙҙәренең тормош миҫалында дәлилләй.

Хужабикәнән кәңәш

 “Помидорҙарым һабаҡҡа оҙон булып китмәһен өсөн, үрсетмәгә бик иртә сәсмәйем. Март урталарында ғына ултыртам. Ғөмүмән, помидорҙы әсәйем дә бик оҫта үҫтерә торғайны. Күп нәмәгә унан өйрәндем. Йәшелсә лә ҡарау-тәрбиә талап итә. Мәҫәлән, көл ҡулланыуҙың файҙаһын күрәм: 3-4 аш ҡалағы көлдө бер литр һыуға бутайым. Шул иретмәне помидор үҫентеләренә һибәм, гөлдәргә лә килешә. Һуған ҡабығын да ташламайым: бер ус самаһы һуған ҡабығын бер литр ҡайнар һыуға һалып төнәтәм дә йәнә һыу өҫтәп һибәм. Үҫенте нығынып китһен өсөн, тағы ла бер һыналған ысулым бар: өс литр банкалағы һыуға икмәк, бер аҙ әсетке, шәкәр һалып әсетәм дә, һөҙөп алғандан һуң, һыу өҫтәп ебәрәм”.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Йәрмәкәй районы.

Читайте нас: