Бөгөн Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында Бөтә донъя ҡоролтайының башланғысы менән Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының "Медиайыйын" форумы үтте. Быйыл ул "Медиатармаҡ һәм журналистика яңы саҡырыуҙар шарттарында" темаһына арналды. "Медиайыйын"дың һигеҙ майҙансығы иҫәбендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Милли киң мәғлүмәт саралары яңы саҡырыуҙар шарттарында" темаһы буйынса фекер алышыу уҙғарҙы.
Майҙансыҡҡа республика милли киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре йыйылды. Башҡорт, татар, сыуаш, мари журналистары тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Һөҙөмтәлә йәмғиәттә илһөйәрлек булдырыуға йүнәлтелгән Милли киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү концепцияһы эшләнәсәк.
Даими сығып торған ҡалын баҫмаларҙың, әҙәби журналдарҙың йәмғиәттәге роле һәм урыны тураһында прозаик, драматург. Шағир, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин сығыш яһаны. "Ҡалын баҫмаларҙың роле үҙгәрешһеҙ ҡала: улар милләттең күңелен, рухын сағылдыра, йәмғиәттең аңын, мәҙәниәтен формалаштыра. Уҡыусылар аудиторияһы ла шул килеш ҡала – зыялылар. Ҡалын журналдың нигеҙен бер ниндәй технологиялар ярҙамында ла алмаштырып булмайҙыр. Ул һәр саҡ белемгә ынтылған, ижадты яратҡан кешеләр ҡулында ҡаласаҡ", – тине Мөнир Сәхиулла улы.
Ул шулай уҡ ҡалын журналдарҙың үҙ уҡыусыһын табыу мөһимлегенә, был йәһәттән киң аудиторияның осһоҙ ихтыяждары артынан "йүгереү" кәрәкмәгәнлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. "Ҡара" мәғлүмәттән нисек ҡасырға? Әҙәбиәтсенең фекеренсә, әҙәби әҫәрҙәрҙә ошо насар хәбәрҙәрҙең йәмғиәткә кире йоғонто яһауын күрһәтеү аша ғына мөмкин.
"Аҡбуҙат" республика журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар киң мәғлүмәт сараларына бөтөнләй яңы ҡараш ташланы. Ошо алым уларға тиражын арттырыу, баҫманың сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген биргән. Илһөйәрлек темаһы, әгәр уны маҡсатлы аудиторияла бирһәң, балаларҙың күңеленә нығыраҡ барып етә – быны "Аҡбуҙат"тың тиражының өс мәртәбә күбәйеп, биш мең данаға етеүе өлгөһөндә күрәбеҙ. Күптән түгел иһә балалар баҫмаһы "Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на индерелде.
"Беҙҙең күләме ҙур булмаған баҫманың бурыстары бихисап: тарихын, мәҙәниәтен, туған телен белгән граждан тәрбиәләү, уға заман ҡаҙаныштарын өйрәнеүҙә ярҙам итеү, был мәғлүмәтте балалар аңларлыҡ формала еткереү. Бынан тыш, "Аҡбуҙат"ты башҡорт теле үҙенсәлектәренә төшөндөрөү маҡсатында милли мәғариф учреждениеларында – балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, шулай уҡ китапхана эшендә файҙаланырға мөмкин", – тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Әгәр өлкәндәр кире материалдарға, ялған мәғлүмәттәргә ҡаршы тора алһа, балалар өсөн иһә мотлаҡ остаз, уҡытыусы, аҡыллы дуҫ кәрәк. Бындай бурысты тап "Аҡбуҙат" атҡара ала.
"Ысынбарлыҡта беҙ баҫма мәғлүмәт сараһы аша күңелдәрҙә Тыуған илгә, туған телгә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. "Аҡбуҙат”тың һәр һанында ҡаһармандарыбыҙға – атай-олатайҙарыбыҙға, ватандаштарыбыҙға – айырым иғтибар бүлергә ынтылабыҙ. Беҙҙең балалар үҙ геройҙары өлгөһөндә үҫә. Башҡа тиҫтерҙәре ҡалалар өҫтөнән осҡан Үрмәксен-кешегә һоҡланып буй еткерһә, беҙ үҙебеҙҙең малайҙарға һәм ҡыҙҙарға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тураһында һөйләйбеҙ – “Аҡбуҙат”тың бишенсе һаны батырыбҙға бағышланды. Ул бит ерҙәребеҙҙе дошмандан азат итә-итә самолетында осҡан ысын Герой", – тип билдәләне Лариса Абдуллина.
"Урал сасси" гәзитенең баш мөхәррире Юрий Михайлов журналистың һәм уның фекеренең йәмғиәттә юғары баһаланыуына иғтибарҙы йүнәлтте. Әйтеүенсә, быға һуңғы ике йылдағы ваҡиғалар, шул иҫәптән пандемия, йәмғиәттәге үҙгәрештәр булышлыҡ иткән.
"Беҙ әле бер ҡасан да булмаған ваҡиғалар солғанышында йәшәйбеҙ. Был Рәсәй журналистикаһы өсөн уникаль хәл. Интернетта "Дәүләт үҙен үҙе генә яҡлай алмай!" тигән һүҙҙәрҙе күрергә мөмкин. Эйе! Һәм журналистар – дәүләтте мәғлүмәт киңлегендә һаҡлаған кешеләр. Минеңсә, был – беҙҙең иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе", — тине Юрий Михайлов.
Киң мәғлүмәт саралары дәүләт менән йәмғиәт араһындағы бәйләнештәрҙе көйләп тора. Был айырыуса әлеге мәлдә мөһим: халыҡҡа дөрөҫ, һыналған мәғлүмәт кәрәк. Сикһеҙ ҙур диңгеҙҙәй шаулаған хәбәрҙәр даръяһында кешеләр ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгәндәрен эҙләй.
"Бөгөн журналистар йәмғиәттә мөһим роль уйнай. Халыҡтың ышанысын аҡлау өсөн журналисҡа һөнәрен ныҡлы белеү, нимә хаҡында яҙғанын йәки һөйләгәнен тәрәндән аңлау мөһим. Икенсенән, ихласлыҡ һәм ышандырырлыҡ итеп еткереү. Әгәр ошолар барыһы ла булһа, халыҡ мәғлүмәттең дөрөҫ икәнен тоясаҡ, ышанасаҡ", – тип билдәләне Юрий Михайлов.
Ошоға оҡшаш фекерҙе мари телендә сыҡҡан "Чолман" республика гәзите баш мөхәррире Игорь Губаев еткерҙе: илебеҙ тарихындағы бар этаптар милли киң мәғлүмәт сараларының үҫеше менән оҙатыла барған. Быны беҙ 1915 йылдан сыға килгән мари телендә гәзиттәр өлгөһөндә күрәбеҙ. 1919 йылда йәш Башҡорт АССР-ында милли баҫмаларҙы үҫтереү бурысы тормошҡа ашырыла башлай – мари телендә "Совет умландарымаш" тип аталған гәзит сыға. Игорь Иванович билдәләүенсә, ил тормошондағы һәр осор милли киң мәғлүмәт саралары журналистары алдына үҙ эш йүнәлештәрен ҡуя.
"Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында – коллективлашыу өсөн көрәш, ҡырҡынсы йылдарҙа иһә «барыһы ла фронт, еңеү өсөн" тигән маҡсат өҫтөнлөк ала. Ә 1991 йылдың апрелендә "Чолман" "Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ һәм бәхет өсөн" тигән эпиграф менән донъя күрә. Был һүҙҙәр мариҙарҙың илебеҙҙең киләсәген яҡты итеп күрергә ынтылышын сағылдыра. Бөгөн Башҡортостанда милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлолоғон һаҡлау, мәҙәниәттәрҙе, туған телдәрҙе, төрлө этнос вәкилдәренең йолаларын һаҡлау сәйәсәте алып барыла", – тине Игорь Губаев.
"Юлдаш" радиоканалы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева социаль медианы үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Башҡорт телендәге радиоға был туранан-тура ҡағыла. Уға федераль станциялар менән даими конкуренция шарттарында эшләргә тура килә: Өфөлә "Европа плюс", "Русское радио", "Ретро" һ.б. федераль брендлы селтәрҙәр бар. Республикалағы 26 радиостанция араһынан дүрт локаль станция "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы ҡарамағында: "Юлдаш", "Спутник ФМ", "Ашҡаҙар" радиолары һәм "Юлдаш+" йәштәр интернет-радиоһы.
"Радионы FM-диапазонында тыңлау мөмкинлеге кәмеүҙе беҙ онлайн-форматтағы аудиторияны үҫтереү менән компенсациялайбыҙ. Был аудитория йылдан-йыл үҫә: оффлайн и онлайн тәртиптә кешеләрҙең 38 проценты тыңлаһа, һигеҙе – тик онлайн рәүештә. Ваҡыт күрһәтеүенсә, радио селтәрҙә бик һәйбәт эшләй ала. Ул төрлө формаларҙа хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлектәрен үҙләштерә", – тине Миләүшә Ғәлиева.
Миләүшә Ҡасим ҡыҙы ошо тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Әле эшләгән журналистарҙың күбеһе тәүҙә студент сағында стажер булараҡ хеҙмәткә өйрәнгән, һөҙөмтәлә аҙаҡ редакцияға һөнәр үҙенсәлнектәрен белеп килгән. Ошоно иҫәптә тотоп, телерадиокомпания үткәргән тренингтарға, квалификацияны күтәреү курстарына стажерҙар ҙа индерелә. Шул уҡ ваҡытта маҡсатлы аудитория менән көндәлек эш тә бик мөһим – тыңлаусыларҙың ниҙәр көтөүен белеп, эфирға тейешле контент тәҡдим итеү ике араны нығыраҡ яҡынайта, бер-береңә ышанысты арттыра.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.