12 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ҡашҡаҙан” ял һәм мәҙәниәт паркын техник асыуҙа ҡатнашты. Күлде төҙөкләндергәс һәм йәмәғәт киңлеген яңыртҡас, “Ҡашҡаҙан” паркы Рәсәйҙә һыу ятҡылығында урынлашҡан иң яҡшы паркка әйләнде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, паркты реконструкциялау төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса башланды. Күлдең төбө тулыһынса таҙартыла, бының өсөн һыу ятҡылығын тәүҙә ҡороталар, 40 мең йөк машинаһы тирәһе ләм, бысраҡ һәм көнкүреш сүп-сарын сығаралар, тәрәнәйтеү эштәрен башҡаралар, һыу кимәлен даими һаҡлауға булышлыҡ иткән балсыҡтан йоҙаҡ урынлаштыралар.
Күлдән алыҫ булмаған шәхси секторҙан аҡҡан һыуҙар Ҡашҡаҙандың экологияһына хәүеф тыуҙыра ине. Был имен булмаған санитар хәлгә, һыуҙың төрлө паразиттар менән ағыуланыуына килтерҙе. Төҙөкләндереү барышында күл яры буйлап таҙартыусы экран һәм ағын һыу канализацияһы ҡуйыла. Ул ямғырҙы, шәхси секторҙан аҡҡан һыуҙы йыйып, Маршал Жуков урамындағы коллекторға түгәсәк.
Реконструкцияның беренсе этабы 2020 йылда старт алғайны. Төҙөүселәр инженер коммуникациялары үткәрҙе, яр буйын ипкә килтерҙе, яңы ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртты.
Икенсе этапҡа 2021 йылдың аҙағында тотондолар. Яр һыҙатында металл каркаста ҡарағастан пирстар урынлаштырылды. Паркта амфитеатр, ял зонаһы, балалар һәм спорт майҙансығы, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары булдырылды. Күл уртаһындағы заманса музыкаль фонтан төп һыу объекттарының береһенә әйләнде.
Рәсәй һәм Ҡала көнөндә яңыртылған “Ҡашҡаҙан” паркында “... тиклем ике аҙым” проекты старт алды. Ул 2024 йылда билдәләнәсәк Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына арналды.
Тамашасыларға “Мираҫ” фольклор ансамбле башҡарыуында “Заятүләк һәм Һыуһылыу” халыҡ эпосына таянып әҙерләнгән “Ҡашҡаҙан легендаһы” хореография композицияһы тәҡдим ителде. Һуңынан паркка һауа шарында Өфө символы – һыуһар осоп килде һәм күл төбөнә төштө. Паркты асыу тантанаһында республиканың ижади коллективтары сығыш яһаны, «На-На» һәм Dabro Рәсәй төркөмдәре байрамға тағы ла биҙәк өҫтәне.
Өфөләрҙе тантаналы ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килгәйне.
“Вәғәҙә иткәнсә, Рәсәй көнөндә беҙ Ҡашҡаҙан күлен өфөләргә тапшырабыҙ. Беҙ һүҙебеҙҙә торҙоҡ – глобаль реконструкциянан һуң “Ҡашҡаҙан” паркы Өфөлә генә түгел, бөтә ил буйынса һыу ятҡылығында урынлашҡан иң яҡшы паркка әйләнде.
Бында балалары менән әсәйҙәр өсөн дә, ололар өсөн дә ял итеү мөмкинлеге тыуҙырылды. Спортсыларға ла уңайлы урындар хәстәрләнгән. Һыу буйында ял итергә яратыусылар ҙа паркты оҡшатасаҡ. Көндәрҙең йылыныуын көтәбеҙ, тиҙҙән һыу инә башлаясаҡбыҙ. Ә фонтан тураһында һүҙ ҙә юҡ, уның ниндәйерәк икәнлеген үҙегеҙ күрәһегеҙ.
Тик Ҡашҡаҙанда ғына туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ. Өфөнөң юбилейына беҙ яңы, эре спорт объекттары – спорт көрәше һәм фехтование үҙәктәре, ишеү слаломы комплексы төҙөйәсәкбеҙ. Реконструкциянан һуң яңы ҡурсаҡ театры ишектәрен асасаҡ. Ҡаланың һәр районын төҙөкләндерергә тырышасаҡбыҙ. Халыҡ уңайлы һәм күркәм урында йәшәргә тейеш – был беҙҙең өсөн бик мөһим”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.