Башҡортостанда коррупцияға юл ҡуймау, ришүәтселекте булдырмау йәһәтенән төрлө саралар йыш ойошторола. Уларҙың белем усаҡтарында үтеүе лә ҙур мәртәбәгә эйә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалында финанс-иҡтисад органдарының Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумы сиктәрендә коррупция хәрәкәтенә ытырғаныс тәрбиәләү буйынса сәхнә оҫталығы конкурсы уҙғарылды.
Финанс университетының тамаша залында “Коррупцияны булдырмайыҡ!”, “Нәфсеңде тый!”, “Иң яҡшыһы – ғәҙеллек!”, “Донъяны бысраҡ аҡсанан ҡотҡарайыҡ!”, “Бер ришүәт осрағы – ике енәйәтсе” кеүек плакаттар эленгән.
– Коррупцияның юлын быуыу, уны асыҡлау өсөн бындай сараларҙы даими үткәрергә кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығының Коррупцияға ҡаршы саралар буйынса идаралығы начальнигы Виктор Бутыркин. – Иң мөһиме, йәштәрҙә коррупцияға ҡаршы тәртип стандарты барлыҡҡа килергә тейеш. Планлы эш йәйелдерелгән осраҡта ғына йәш быуындың киләсәгенең яҡты ла, яҡшы ла буласағына ышаныс бар. Бөгөн, ысынлап та, ҡыҙ һәм егеттәрҙең белемгә ынтылышы көслө, уларҙың барыһы ла изге ниәт менән йәшәй. Ғилемле һәм маҡсатлы кеше генә бысраҡ эштәрҙән һәм насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ йөрөй.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вячеслав Рябов конкурсанттарға уңыштар теләне, бындай ярышта ҡатнашырға йөрьәт итеүҙең уңышҡа тиң икәнен билдәләне.
Башҡортостан буйынса Федераль казначейлыҡ идаралығы етәксеһе, конкурстың баһалама төркөмө рәйесе Светлана Мәрүәрова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “2021–2023 йылдарға иҫәпләнгән Коррупцияға ҡаршы сараларҙың милли планы тураһында” Указының мөһимлеген белдерҙе.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Өфө филиалының Финанс университеты директоры Рафаэль Сафуанов билдәләүенсә, үҫмергә ошондай конкурста ҡатнашыу маҡсатына өлгәшергә, эшенә ижади ҡараш тыуҙырырға ярҙам итә. Ҡыйыулыҡ – ярты ғилемлек тигән шикелле, белем усағындағы егет һәм ҡыҙҙарҙың һәр йәһәттән дә тәүәккәл аҙымдары һоҡланыу уята. Уҡыусылар белем эстәүгә етди ҡарай, йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем.
Конкурста бөтәһе ун команда ҡатнашты. Уҡыу йорттарында белем алған уҡыусыларҙың йәшенә ҡарап, уларҙы өс төркөмгә бүлделәр. Шулай итеп, 18 йәшкә хәтлемге ҡыҙ һәм малайҙар араһында Өфө тармаҡ технологиялары колледжының “Чебурашка против!” тигән командаһы (етәксеһе – И.А. Горина) беренсе урынды алды. Икенсе урынға Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы “Голос” (етәксеһе – А.Ф. Йосопова) командаһы сыҡты. Өсөнсө урынды иһә Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы “Пять тыщ на восьмерых” (етәксеһе – Е.Ф. Елисеева) һәм Бүздәк районының Бүздәк ауылындағы 2-се урта мәктәптең “Успех без нарушений” (етәксеһе – Э.М. Әминева) командалары бүлеште.
19–35 йәшлектәр араһында урындар түбәндәгесә: беренсе урын – Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө Юридик институты тәрбиәләнеүселәрендә; икенсе урын – Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы “Закон бумеранга” командаһына (етәксеһе – И.Ю. Рассолова), ә өсөнсө урын Башҡорт дәүләт университеты колледжының “Назад в будущее ради всего” (етәксеһе – К.А. Клевовкина) бирелде.
36 йәште үткәндәр араһындағы конкурс та бик ҡыҙыу барҙы. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалының “К нам едет ревизор” командаһы (етәксеһе – Т. М. Швейкина), Яңауыл ҡалаһындағы 7-се “Колокольчик” балалар баҡсаһының “Новые приключения Буратино” командаһы (етәксеһе – И. В. Мөғәллимова), Башҡортостан буйынса дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең “В Росреестре – коррупции не место” командаһы (етәксеһе – Н.А. Худякова) алдынғылыҡты бирмәне.
- Илдар АҠЪЮЛОВ,
Өфө ҡалаһы