Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2022, 22:04

Һөнәренә бар күңелен һала

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Шәфҡәт туташы – бик кәрәкле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта был хеҙмәттең ауыр һәм яуаплы икәнен дә беләбеҙ. Эш ваҡытында уларға төрлө холоҡло кешеләр менән аралашырға, бихисап ҡатмарлы хәлдәр менән осрашырға тура килә, әммә һауығырға ярҙам иткән ауырыуҙарҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү барлыҡ был ҡыйынлыҡтарҙы юйып ташлай.

Миләүшә Яхина бына 24 йыл инде район үҙәк дауаханаһында, барлыҡ хеҙмәттәштәренең, ауыл­даш­тары­ның ихтирамын яулап, шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Ауырыу­ҙар­ға яғымлы ҡарашын, йылы мө­нә­сәбәтен йәлләмәй, Гиппократ антына тоғро ҡалып эшләй ул. Был хаҡ­та уның хеҙмәтен баһалаған рес­публика Һаулыҡ һаҡлау ми­нистр­­лығының һәм район үҙәк да­уа­ха­наһының күп һанлы Маҡтау ҡа­ғыҙ­ҙары, Рәхмәт хаттары дәлилләй.

Миләүшә Венер ҡыҙы Ҡырмыҫ­ҡалы ауылындағы 1-се мәктәптең 11-се класын тамамлағандан һуң Өфө медицина колледжына фельд­шерлыҡҡа уҡырға инә. Дүрт йыл белем алғандан һуң, тыуған ауылына эшкә ҡайта. 1998 йылда йәш белгесте процедура бүлмә­һе­нә шәфҡәт туташы итеп тәғәйен­ләйҙәр.

Кеше тыуғандан алып йыш ҡына медицина анализдары бирә: балалар баҡсаһына, мәктәпкә барғанда, эшкә урынлашҡанда, медицина тикшереүе үткәндә, ауырып киткәндә. Улар барыһы ла Миләүшә Венер ҡыҙы ҡулы аша үтә.

“Эшегеҙ ауыр, зарланмайһы­ғыҙмы, бер урында эшләү ялҡытманымы?” – тип һорайым.

– Һис зарланмайым. Шөғөлөм бик оҡшай. Коллективыбыҙ татыу булғанға, эштең ауырлығы ла тойолмай. Баш шәфҡәт туташы Әл­фи­нә Хөсәйенова, өлкән шәфҡәт туташы Эльвира Сәйфетдиновалар менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бер ғаилә кеүек оҙаҡ йылдар медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ. Тормошомдо башҡаса күҙ алдына ла килтер­мәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Миләүшә.

Әйткәндәй, Миләүшә Венер ҡыҙын балалары ла ҡыуаныслы хәбәрҙәре менән һөйөндөрөп тора. Өфө медицина институтының дауалау бүлегендә V курсты та­мамлаған Эльвинаның да әсәһе юлын һайлауы ғәжәп түгел. Тимәк, хәстәрлекле әсәй ҡыҙында ла изге һөнәргә һөйөү тәрбиәләй алған. Улы Марсель иһә, мәктәптә уҡыған сағында уҡ теүәл фәндәрҙе ярат­ҡанға күрә, авиация институтын һайлай. Ул инде II курсты уңышлы тамамлап килә. Ә кесе ҡыҙы Аделина Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктә­бендә яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй.

Миләүшә Венер ҡыҙы – эшендә тырыш хеҙмәткәр ҙә, өйөндә уңған хужабикә һәм әсәй ҙә. Уның иң яратҡан шөғөлдәре – баҡса үҫтереү һәм тәмле-татлы ризыҡтар бешереү. Йорт ихаталарын сәскәгә күмеп, үҙе үҫтергән йәшелсә, еләк-емештән төрлө ризыҡтар әҙерләп, яҡындарын тәмлекәстәр менән һыйлап, барыһына ла ҡәнәғәт булып йәшәй ул. Ошо бәхеттән һәм хеҙмәт­тәштәренең ихтирам-хөрмәтенән айырмаһын уны Хоҙай!

-  Гөлсәсәк АЛАСОВА,

Ҡырмыҫҡалы районы

Читайте нас: