Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2022, 22:03

Ҡыҙына Йондоҙ тип исем ҡуша

Ғаилә шәфҡәт туташына хөрмәтен шулай белдергән.

Шәхси архивтан.
Фото:Шәхси архивтан.

Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылы табиплыҡ амбулаторияһының өлкән шәфҡәт туташы булып эшләп, медицинаға 40 йыл ғүмерен бағышлаған, ғүмеренең 60-сы баҫҡысына менеп етеп, күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан Йондоҙ Ғәлекәева тураһында яҙмабыҙ.

Йондоҙ Хәниф ҡыҙы сығышы менән – Татарстандың Мөслим районының Оло Сыҡмаҡ ауылынан. 1961 йылда колхозсылар ғаи­ләһендә донъяға килеп, өс малай, бер ҡыҙ араһында буй еткерә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡортос­танға, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына, уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш медицина хеҙ­мәткәрен йүнәлтмә буйынса Красноусол үҙәк район дауаханаһына эшкә ебәрәләр. 1981 йылдың 20 июнендә, тап үҙенең тыуған көнөндә, дауаханала палата шәфҡәт туташы булып тәүге хеҙмәт юлын башлай ул.

 Йондоҙ Яңғыҙҡайын ауылы егете – Ленин исемендәге колхозда үҙе­нән 20 көн алда ғына эш баш­лаған йәш белгес Рим Шәрәфетдин улы менән яҙмышын бәйләй. Шулай итеп, ғаиләле булғас, район дауаханаһында бер аҙ хеҙмәт сынығыуы алған белгес Яңғыҙ­ҡайын дауаханаһына эшкә күсә. Ошо ваҡыттан алып медицина хеҙмәткәренең яҙмышы был төбәк менән бәйле. Коллектив – унан, ул хеҙмәттәштәренән уңа, берҙәм­лектә, татыулыҡта эшләйҙәр. Йондоҙ Хәниф ҡыҙы бөгөн үҙен эшкә ихлас ҡабул итеп, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған һәм уларҙың ҡул аҫтында эшләргә насип булған баш табиптар Ваяз Сәфәров, Алик Яруллин, Айрат Шакиров, табиптар Фәрит Мәҡсүтов, Ольга һәм Максим Никитиндар, Светлана Шәмсет­динова, Ирек Бохармәтов, Муса Сабитовҡа рәхмәт әйтә.

Тора-бара үҙ эшен төплө белгән, ҙур тәжрибәгә эйә булған, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам ҡаҙанған Йондоҙ Хәниф ҡыҙын өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. 40 йыл хеҙмәт стажының 30 йылын ошо яуаплы вазифаға арнап, Яңғыҙҡайын халҡына тоғро хеҙмәт итә ҡатын. Ипле, баҫалҡы булыуы, кешене иғтибар менән тыңлай белеүе, дөрөҫ медицина ярҙамы күрһәтеүе, файҙалы кәңәштәре аша сирләп килеүселәргә тиҙерәк һауығыуға өмөт өҫтәүе уның үҙ һөнәрен ысын күңелдән яратҡан, грамоталы белгес икәнлеген иҫбатлай.

– Ошо йылдар эсендә ниндәй генә сетерекле хәлдәр менән осрашырға тура килмәне, әммә иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла юғалып ҡалмай, тиҙ арала пациентҡа медицина ярҙамы күрһәтеү мөһим, – ти шәфҡәт туташы. – Хеҙмәт юлында айырыуса иҫтә ҡалғандарҙан: ике тапҡыр, береһе – поезда, икенсеһе – ауылда, сабыйҙарға кендек инәһе булырға тура килде. Шул ҡатындарҙың береһенең ире балаһына яҡты донъяға ауаз һалырға ярҙам иткәнем өсөн рәхмәт йөҙөнән ҡыҙына Йондоҙ тип исем ҡушты.

– Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбу­ла­торияһына ҡараған фельдшер-акушерлыҡ пункттары фельд­шерҙары: өлкән шәфҡәт туташы булараҡ, Үтәктән Зөлфиә Солтанова менән Айгөл Камалова, Ту­ғайҙан Алһыу Әсфәндиәрова, Буруновканан Светлана Мәхийәнова, Мораҡтан Вера Петрова һәм Лида Тимофеева менән үҙ-ара татыу, матур эшләнек. Уларҙы мин “Ҡыҙ­ҙарым-йондоҙҙарым” тип кенә йөрөттөм, – ти Йондоҙ Ғәлекәева.

Шәфҡәт туташының һаулыҡ һағындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Рәсәй һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының һәм башҡа күп ведомстволарҙың төрлө грамоталары менән бүләкләнә.

Йондоҙ Хәниф ҡыҙы – шәхси тормошонда ла бәхетле, һөйөклө ҡатын, әсәй, өләсәй. Тормош иптә­ше Рим Шәрәфетдин улы заманында Ленин исемендәге колхоз рәйесе, Яңғыҙҡайын һөт заводы директоры, “Ҡайын” предприя­тиеһы директоры булып эшләп, күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан. Бына шулай, хеҙмәт юлын бергә башлап, береһе – туған хужалы­ғына, икенсеһе медицинаға тоғро­лоҡ һаҡлап, ауыл халҡының сәлә­мәтлеге һағында уяу тороп, пен­сияға ла бер үк ваҡытта китә Ғәлекәевтәр.

Татыу, һәр кем өсөн өлгө булырлыҡ ғаиләлә ике бала буй еткереп, оло тормошҡа юлланған, икеһе лә юғары белемгә эйә булған. Улдары Алик Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Килендәре Индира (ошо уҡ уҡыу йортон бөткән) III класты тамамлаған уҡыусы ейән­сәрҙәре Самира менән Стәрле­тамаҡ ҡалаһында төпләнгән. Ҡыҙҙары Ләйсән, кейәүҙәре Дамир Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының физика-математика факультетын тамамлаған. Улар Мәскәүҙә йәшәй, ейәнсәрҙәре Регина 2-се класта уҡый.

Төп эштәренән тыш шәхси хужалыҡтарын да гөл итеп тота Ғәлекәевтәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсаларында нимә генә үҫтермәйҙәр: йәшелсә, еләк-емеш, ҡауын-ҡарбуз ишелеп уңа, башҡаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, емеш ағас-ҡыуаҡтарының ниндәйе генә юҡ, хатта арахис та үҫә.

Бар булмышын донъялағы иң изге, шәфҡәтле һөнәргә бағыш­лаған Йондоҙ Ғәлекәеваның күп йыллыҡ тырыш хеҙмәтенең татлы емештәрен тирер мәле...

-  Индира ИШКИНА,

 Ғафури районы

Читайте нас: