Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2022, 18:09

Бәхет бар ул

Ғүмер үренә күтәрелгән һайын һәр мәл татлыраҡ, ҡәҙерлерәк була бара.

Бәхетленең байрамы бер көндә, тигәндәй, гүзәл заттар көнөндә – 8 Март байрамында – донъяға ауаз һалған, бөгөн Красноусолда йәшәгән нәзәкәтле, мөләйем йөҙлө Фәйрүзә менән уның ныҡлы терәк-таянысы Илдар Ғибаҙуллиндар Ғафури районының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, спортсы ғаилә булараҡ та барыһына яҡшы таныш.

Мораҙ ауылында тыуып үҫкән Фәйрүзә Рәхимйән ҡыҙы мәктәптә уҡығанда уҡ сос, зирәк аҡыллы булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Ғаиләләге биш бала араһында иң кесеһе була ул. Тыуған ауылында башланғыс белем алғас, иң өлкән апаһы Фәнизә уны үҙе эргәһенә Яҡутияға алып китә. Ауыл ҡыҙы, беренсе тапҡыр самолётҡа ултырып, күккә күтәрелә һәм йыһан киңлегенә хайран ҡала.

Яҡут еренә өйрәнеп, тыныс ҡына уҡып йөрөгән ҡыҙға тормош тәүге һынауҙарын да ҡуя: апаһы бала тапҡанда вафат булғас, үҫмер ҡыҙға тыуған яҡтарына кире ҡайтырға тура килә.

Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған зирәк ҡыҙ институтҡа юллана, әммә беренсе йылда уға юғары уҡыу йортона инеү насип булмай. Икенсе йылына Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә, тик ярты йылға яҡын уҡығас, инәһе яңғыҙ булғанлыҡтан, уны йәлләп, ситтән тороп уҡыуға күсә. Үҙе Ҡарағай мәктәбе интернатына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша, уҡытып та йөрөй. Янып торған, белемле, эшкә етди ҡараған белгесте беренсе йылда уҡ ауыл Советы депутаты итеп һайлап, ауыл Советы башҡарма комитетына секретарь итеп тәғәйенләйҙәр. Шул осорҙа тормошҡа сыға, ғаиләләренә шатлыҡ өҫтәп улдары Альберт тыуа.

1978 йылда йәш ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсенә. Бында бер йыл йәшәгәс, икенсе йылына Яңы йылды Себер тарафтарында – Нижневартовск ҡалаһында 50 градус һыуыҡта ҡаршы ала улар. Бер эштән дә ҡурҡмаған Фәйрүзә апай төҙөлөшкә штукатур-маляр булып эшкә урынлаша. Иҫәп-хисапты һәйбәт белгәс, келәт мөдире, бухгалтер ярҙамсыһы ла булып эшләргә тура килә уға. Һуңынан 10 айлыҡ бухгалтерҙар курсын тамамлай.

Тик шул ваҡытта тормош иптәше фажиғәле вафат булып, Фәйрүзә апай иңенә ауыр һынауҙар төшә. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, алға ҡарап йәшәргә ынтыла ул. Ятаҡ тибындағы бүлмәне ҙурайтып, фатир юллап ала, ситтән тороп Өфөләге иҡтисад техникумын тамамлап, бухгалтер булып эшкә күсә.  Матур хеҙмәт юлы үтеп, ғәҙеллек менән йәшәргә яратҡан, донъялағы яңылыҡтар, үҙгәрештәр менән ҡыҙыҡһынып торған, битарафлыҡ солғанышында йөҙмәгән Фәйрүзә Рәхимйән ҡыҙының маҡтау грамоталарын, рәхмәт хаттарын һанап бөтөрлөк түгел.

Шулай бер көндә, ашхана эшләмәгәндә, яҡташы “Нефтестрой” ойошмаһында шофёр, шул уҡ ваҡытта төп эшенән тыш, саңғы буйынса методист булып эшләп йөрөгән дуҫы менән сәйгә киләләр. Асыҡ йөҙлө, сибәр баш­ҡорт ҡатынына Илдар Ярулла улы ошо ва­ҡыттан ғүмерлеккә ғашиҡ була. Стенала уның саңғы тотоп төшкән фотоһын күреп тә, ҡыҙыҡһыныуҙары бер икәнен аңлай. Спортҡа битараф булмаған Фәйрүзә Рәхимйән ҡыҙын ҡатын-ҡыҙҙар команда­һында стартҡа баҫтырып, саңғы ярыштарында ла ҡатнаштыра. 1982 йылдан ҡулға-ҡул тотоношоп бергә тормош йомғағын һүтә башлай улар, ә дүрт йыл үтеүгә законлаштырып, бер фамилияға күсәләр. Яңғыҙы ул үҫтергән Фәйрүзә апайға ла, үҙенә һис урын таба алмай йөрөгән Илдар ағайға ла бергә булғас, тормош еңеләйеп, төйөндәре сиселеп, сит ерҙәрҙә ғүмер үткәне һиҙелмәй ҡала.

Икеһе лә “Лукойл” ойошмаһынан хаҡлы ялға сыҡҡас, Красноусолда төпләнәләр. Икеһе лә баҡсала эшләргә ярата. Теплицаларын, баҡсаларын күңел һалып биҙәп, һәр саҡ тәртиптә тоталар. Фәйрүзә апай мунса, гараж стеналарына буяу менән тыуған төйәгенең тәбиғәтен төшөрөп, һоҡланғыс күренеш булдырған. Аш-һыуға ла маһир, буҙа эшләү оҫтаһы ла. Оҫта ҡатын ҡул эштәренә лә маһир, үҙенә милли кейемдәр тегеп кейә. Ғибаҙуллиндар эште “һинеке-минеке” тип бүлмәй, бергә эшләйҙәр, хатта ҡар көрәргә һөйәп ҡуйған көрәктәре лә икеһен бергә көтөп тора. “Беҙ – бер-беребеҙ өсөн тыуған йәндәр. Күҙгә ҡарап нимә теләгәнебеҙҙе аңлап торабыҙ. 35 йәшемә тормош иптәшем гармун бүләк иткәйне: кистәрен гармунда уйнап, йырлашып алабыҙ”, – ти йор һүҙле, оҫта ҡуллы Илдар Ярулла улы, бергә бәхетле йәшәү серҙәрен асып.

Ваҡыт бер туҡтауһыҙ алға елә. Етенсе тиҫтәне тултырып, бергә йәшәүҙәренә 40 йыл ваҡыт уҙһа ла, күңелдәге кисерештәр һүнмәгән, һүрелмәгән. Улар һис тик ултырмай, скандинав йөрөүҙә, йөҙөүҙә йә саңғы уҙышында һәм башҡа сараларҙа, бер-береһен ҡеүәтләп, үҙҙәренең кәрәклеген тойоп, тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур йәшәй беләләр. Ихласлыҡ бөркөлөп торған йорттан дуҫтары, туғандары өҙөлмәй. Киләсәктә лә бер-береһенең йән йылыһын тойоп, күлдәге пар аҡҡоштарҙай бәхет диңгеҙендә йөҙөргә яҙһын.

 

Әлфиә ВӘЛИЕВА

Ғафури районы.

Читайте нас: