Йәшлек – ғүмерҙең тиңһеҙ миҙгеле. Беҙ уны дыуамал да, тиле лә, бәхетле лә осор, ғүмерҙең сәскә атҡан сағы тип хәтергә алабыҙ. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ, ҡайһы бер ҡыйыу аҙымдарыбыҙҙы бөгөн барлап, таң ҡалған саҡтарыбыҙ ҙа булғылай. Әлмира Вәғиз ҡыҙы һәм Флүр Фәнир улы Саяповтар менән уларҙың сая йәшлек йылдарына сәйәхәт ҡылып, ваҡиғаларға бай тормошона ҡағылған иҫтәлекле биттәрҙе бергәләп аҡтарҙыҡ.
Ә ғаилә менән осрашыуға йорт хужаһының оҫта ҡулдары үргән кәрзиндәре сәбәпсе булды. Ишетеүебеҙсә, уның талдан эшләгән төрлө формалағы кәрзиндәре, саналары балтастарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Ҡайһы берәүҙәр никахҡа, туйҙарға бүләк итеү өсөн һөнәрмәнгә заказ бирә икән.
Ғүмер буйы ҙур компанияларҙа, “Лукойл”да иретеп йәбештереүсе булып эшләп, 6-сы разрядҡа эйә уҙамандың һыу буйында тал сыбыҡтары йыйып йөрөүен күҙ алдына килтереүе ҡыйыныраҡ, әлбиттә. Саяповтар, ысынлап та, тиктормаҫ кешеләр булып сыҡты. “1984 йылда артыҡ уйлап тормай, бәхет эҙләү уйы менән баш һуҡҡан яҡҡа сығып киттек, – тип һүҙ башланы Әлмира Вәғиз ҡыҙы. – Аныҡ ҡына ҡайҙа барыу планы ла юҡ. Бер заман Коми Республикаһының Печора ҡалаһына барып төштөк. Ҡулда сумаҙандан башҡа бер ни юҡ. Беҙҙең ғаилә тормошо шулай башланды. Иремдең иретеп йәбештереүсе һөнәре ярап ҡуйҙы, ҡуш ҡуллап эшкә алдылар, ә мин тәүҙә шөғөл таба алманым, бер ни тиклем ваҡыт уҙғандан һуң, йорттар төҙөү комбинатының балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаштым. Аҙаҡ 30 йылдан ашыу балаларға математиканан белем бирҙем.
Иптәшемдең Печора йылғаһы буйынан тал сыбыҡтары йыйып алып ҡайтыуы, унан нимәлер үрергә тырышыуы ғәжәп тойолманы. Уның йыш ҡына Балтас районының Тусыбай ауылында йәшәгән атаһының шөғөлдәрен иҫкә төшөрөүенә (һағыныу ғәләмәтеме икән), бәпкәләр баҫып сығарыу өсөн ҡаҙҙарға тубалдар үреүе хаҡында һөйләүенә күп тапҡыр шаһит инем. Шулай итеп, был шөғөл беҙҙең ғаиләлә тамыр йәйҙе. Әйҙәгеҙ, хужаның оҫтаханаһына!” – тип, Әлмира ханым беҙҙе ихаталағы айырым торған бинаға алып китте.
Кәштәләргә теҙелгән береһенән-береһе ҡупшыраҡ, төрлө ҙурлыҡтағы кәрзиндәр, сана, арбаларҙы күреп хайран ҡалдыҡ. Оҫта үҙе һүҙгә һаран булып сыҡты, уның ҡарауы, Әлмира ханым алсаҡлығы, ихласлығы менән үҙенә ҡаратты. Уның һөйләүенән тал сыбығынан әйберҙәр үреүҙең анһат хеҙмәт булмауын, һәр тал сыбығын бөртөкләп таҙартып, ҡайнатып алғандан һуң тағы ҡайнатыу кәрәклеген, тейешле ҡорамалдар ярҙамында бөгә белеү оҫталығы кәрәклеген аңланыҡ. Ҡул хеҙмәте ҡайҙан еңел булһын инде!
– Сит тарафтарҙа әллә күпме йәшәп, балалар үҫтереп, йорт-мөлкәтегеҙҙе ҡалдырып тыуған яҡтарға яңынан әйләнеп ҡайтыуы ауыр булманымы һуң? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Балтасты һағынмай буламы! Балалар менән йыш ҡына ҡайтҡылап йөрөнөк, әсәйемә 91 йәш тулғас, Флүр менән бөтөнләй күсенеп ҡайтырға ҡарар иттек. Хәҙер бына алты йыл инде тыуған яғыбыҙҙа йәшәйбеҙ, талдар беҙҙең яҡтағы һыу буйында ла шәп үҫә икән, иптәшемә эш етерлек, – тип шаярта Әлмира ханым.
Саяповтарҙың ике улдары ла ситтә, өлкәндәре Илсур политехник университетын тамамлап, “Печоранефть” компанияһында эшләй, өйләнгән. “Ике ейәнсәребеҙ үҫеп килә”, – тип һөйөнә өләсәй менән олатай. Ирек улдары Санкт-Петербург ҡалаһында төпләнгән, блогер. Икеһе лә йыр-моңға ғашиҡ, музыка менән шөғөлләнә.
“Әйҙәгеҙ, әсәйебеҙ менән танышып, күрешеп сығығыҙ. Ул ҡунаҡтар менән аралашырға ярата, һеҙҙе лә иртәнән бирле көтә”, – тип йорт хужалары саҡырғас, 97 йәшлек тыл ветераны Тәслимә апайҙың хәл-әхүәлен белешергә булдыҡ. Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән инәйҙең зирәклегенә, теремеклегенә һоҡландыҡ. Кейәүе менән ҡыҙының тыуған йортҡа ҡайтып, донъяларын яңыртыуына, баҡса үҫтереүенә, үҙен яҡшы тәрбиәләүҙәренә ул бик шат. Йорттағы байтаҡ йыһазды оҫта ҡуллы Флүр Фәнир улы үҙе эшләгәнен белдек. Тәбиғәт биргән талант бында ла яҡшы сағыла. “Был шөғөлдәр күптән күңел талабына әүерелде, уларһыҙ тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым”, – тине хушлашҡанда Флүр Фәнир улы.
- Динә АРЫҪЛАНОВА
Балтас районы