Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 13:25

Химик булыу – бала саҡ хыялы

34 йәшендә уға маҡтаулы исем бирелә.

“Көслө – берҙе, белемле меңде йығыр”, ти халыҡ мәҡәле. Белемле, һәләтле йәштәр республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең көслө кадрҙарын тәшкил итә. Химия фәндәре кандидаты, Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы Айнур Ғүмәровтың, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, фән юлында һәм уҡытыусылыҡ өлкәһендә өлгәшкән уңыштары тос. Уҡытыусының күрһәткесе уҡыусыларында сағыла. Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаларында даими яуланған еңеүҙәр уның фиҙакәр хеҙмәте тураһында һөйләй.

Айнур Мансур улы ҡасандыр үҙе лә ошо лицей-интернатта белем ала, ул ваҡытта уҡыу йорто башҡорт лицей-интернаты тип атала. Шул йылдарҙа уҡ олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшә.

“Мәктәптә уҡығанда уҡ фән менән шөғөлләнәсәгемде лә, уҡытыусы буласағымды ла белә инем инде”, – ти ул, бала саҡ хыялының тормошҡа ашыуын белдереп. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса,  имтихан тапшырмай ғына, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә.

Һәләтле егеткә башҡа юғары уҡыу йорттарында ла белем алыу мөмкинлеге була. Студент йылдарында уҡ лаборант булып эшләргә өлгөрә. Өлкәнерәк курстарҙа ҡаланың 140-сы гимназияһына уҡытыусы булып урынлаша. БДУ дипломын  алғанда Айнур Ғүмәровтың был өлкәлә байтаҡ тәжрибәһе туплана. 2009 йылдан ул үҙенең туған лицейында ең һыҙғанып уҡытыусылыҡҡа тотона.

– Уҡытыусы булып китеүемә мәктәптә химиянан белем биргән Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина булышлыҡ итте. Тәүҙә педагогым булһа, юғары уҡыу йортон тамамлап, лицейға килгәс, коллегама әүерелде. Тәүге мәлдәрҙә дәрес биреү алымдарының барыһына ла унан өйрәндем.  Уҡытыусы булараҡ уның етәкселегендә үҫтем. Химия фәнен белеү бер ҡаҙаныш булһа, ул фәнде балаларға аңлайышлы итеп аңлата белеү – икенсе һәләт. Лицейға  2009 йылда эшкә килдем, бер йылдан уҡ үҙемдең уҡыусым республика кимәлендәге олимпиадала яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Тәжрибәһеҙ йәш педагог үҙе генә тиҙ арала быны булдыра алыр инеме икән? Быға бары уҡытыусымдың эргәмдә дөрөҫ йүнәлеш биреүе булышлыҡ итте. Күп уҡытыусылар, күренекле ветерандар хаҡлы ялға сыҡһа, улар менән йылдар дауамында тупланған тәжрибә лә китә. Күсәгилешлелектең булмауы – ҙур юғалтыу.

Был йәһәттән миңә бәхет йылмайҙы, тип әйтә алам, сөнки химия уҡытыусыма 80 йәш булһа ла, һаман мәктәпкә килеп, беҙгә файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итә. Лиза Ҡыям ҡыҙының һәләтле балалар менән эшләү тәжрибәһен хәҙер уҡыусылары дауам итә. 2018 йылда үҙемдең уҡыусыларым менән “Олимпиада хәрәкәте остаздарының ассоциацияһы” булдырҙым. Хәҙер улар – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары. “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге тарафынан лаборатория асыу ҙа химия буйынса олимпиадаға әҙерләүҙә тос өлөш индерә. Күреүегеҙсә, беҙҙә команда менән эшләү хас.

Лиза Ҡыям ҡыҙының  уҡыусы­ларының уҡыусылары ла, бергә тупланып, республикала олимпиада хәрәкәтен, химия фәнен үҫтереүгә көс һала. Ҙур тәжрибәле уҡытыу­сымдың һүҙҙәре тормош әсбабы һымаҡ. “Олимпиада еңеүсеһен әҙерләү мөһим түгел, иң элек яҡшы кеше тәрбиәләргә кәрәк” тип ул күптән әйтә килде. Бөгөнгө заманда был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе тағы ла бәҫлерәк яңғырай, – ти Айнур Ғүмәров.

Бер урында туҡталыу түгел, туҡтауһыҙ камиллашыу хас әңгәмәсемә. Уҡыусыларҙа химия фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсатында, Айнур  Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө химия институтына уҡырға инә. Ғилми етәксеһе Илшат Сәхәүет­динов был фән серҙәренә нығыраҡ төшөнөргә ярҙам итә. 2016 йылда кандидатлыҡ диссерта­цияһын яҡлаһа ла, бөгөн дә уҡытыусыһы менән хеҙмәттәшлекте дауам итә.

Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының еңеүселәр һәм призерҙар рейтингында Башҡортостан күрһәткестәренең бер нисә йыл рәттән күтәрелә барыуы – республика өсөн ғорурлыҡ. Айнур Ғүмәров кеүек үҙ һөнәренең оҫталарының хеҙмәте лә сағыла унда.

Инженер лицей-интернатында эшләй башлағандың тәүге йылдарында уның уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларының республика кимәлендә уңыштар яулаһа, 2015 йылдан һуңғы этабынан да еңеү менән ҡайталар. Лицейҙа уҡытыу осоронда Айнур Мансур улының 50-ләп уҡыусыһы – республика, 10-дан ашыуы Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы этабында еңеүсе һәм призер баҫҡысына күтәрелә.

Быйыл да һөҙөмтәләр маҡтаныр­лыҡ. Уның өс уҡыусыһы һуңғы этапта тос уңыш күрһәтә. Берәүһе – еңеүсе, икәүһе  призер була. Әйткәндәй, был уҡыусыларҙың өсөһөнә лә үткән йылда Башҡорт­остан Башлығының премияһы тапшырыла. Уҡытыусының хеҙмәте лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән өсөн 2018 йылдан ул Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ. Әлеге ҡаҙа­ныштарына өҫтәп,  Айнур Мансур улының  34 йәшендә генә “Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы ла һоҡланыуҙы арттыра.  

– 2021 йылда “Торатау” конгресс-холында мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә  Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем алдым. Наградланыусылар араһын­да үҙемдең иң йәше булыуым хәтерҙә уйылып ҡалды, – тине ул.

Әлбиттә, эргәңдә  көслө уҡы­тыусың булыу менән бер рәттән,  үҙеңдең тырышлығың да ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуынға Айнур Ғүмәровтың теләк-кәңәштәре лә файҙаға булыр.

– Бары үҙеңдең фәнеңде, эшеңде яратырға кәрәк, шул ваҡытта бөтә күңелеңде һалып эшләйәсәкһең һәм башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра алаһың. Барыһына ла уңыштар теләйем. Уҡытыусым Лиза Ҡыям ҡыҙының әйткәндәрен йәнә бер ҡабатлар инем: иң мөһиме – олимпиадаларҙа еңеү түгел, ә изгелекле, яҡшы күңелле кеше тәрбиәләү. Ниндәй генә һөнәр һайлаһағыҙ ҙа, иманлы, тәртипле булығыҙ, – тигән теләктәр яңғыраны.

35 йәшенә аяҡ баҫҡанда фән, уҡытыу өлкәһендә әллә күпме ҡаҙаныштарға өлгәшкән, белем менән тәрбиәне берҙәй алға ҡуйып, киләсәк быуынды үҫтергән Айнур Мансур улы кеүек йәштәр – йәмғиәтебеҙ ғорурлығы.

Уның үҙ һөнәренең оҫтаһы ғына түгел, яҡшы ғаилә башлығы, ышаныслы тормош юлдашы, ике бәләкәй ҡыҙға хәстәрлекле атай булыуын да өҫтәһәк, был тормошта  төрлө яҡлап камиллыҡҡа ынтылыуын күрәбеҙ. Ғаиләһенән илһам алып, эшендә яңынан-яңы баҫҡыс­тарға үрләргә яҙһын йәш замандашыбыҙға.

-  Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: