Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 13:06

“Машинаның һәр шөрөбөн беләм”

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Балтастағы “Форсаж”  запас частар магазинында ир-ат ҡына ҡайнаша. “Тимер ат”тарҙы йүгән­ләгән  водителдәрҙең  башын ауырттырған мәшәҡәттәре етерлек, күрәһең. Ҡаҡса кәүҙәле сабыр һатыусының магазиндағы тимер-томорҙоң, шөрөп-деталдәрҙең һәр береһе менән яҡшы таныш булыуын тойомлайһың. Улай ғына түгел, йәшерәк, тәжрибәһеҙерәк водител­дәргә кәрәкле  тауарҙы һайлашырға ярҙам итеп тә ебәрә.

Эльмира Ғәлләмшина ошо ҙур магазиндың хужабикәһе булып сыҡты. Автомобиль ишектәре яҡшы ябылһын, ел инеп тормаһын  өсөн резина таҫма алырға килгән Артур тауарҙы оҙаҡ ҡына һайланы. “Ҡайһыһы ярар икән, “Лада”ға кәрәк  ине, кәңәш биреп ебәрегеҙ әле”, – тип өндәшеүенә, Эльмира ярҙамға килеп етте. “Мин “Форсаж”ға йыш киләм,  бында яҡшы хеҙмәтлән­дерәләр, икеләнгәндә ярҙам итергә генә торалар, ассортимент ифрат ҙур”, – тине  кәрәкле әйберен табыуҙан ҡәнәғәтлек кисергән Артур.

 Эльмираның бер генә буш минуты юҡлығын аңланыҡ. Бына ул йәш водителгә аккумулятор һайларға ярҙамлаша, кеҫәһендә туҡтауһыҙ шылтыраған телефон аша заявка алырға ла өлгөрә.

– Мин үҙем  25 йыл элек машина йөрөтөүгә танытма алдым, шуға күрә тимер-томор менән бер аҙ таныш инем. Банкта байтаҡ йылдар бухгалтер урынбаҫары булып эшләгәндән һуң, үҙгәртеп ҡороуҙар башланды.   2011 йылда тормош иптәшем менән эшҡыуарлыҡҡа  тотонорға ҡарар иттек.

 Тәүге осорҙа минең өсөн бөтөнләй ят өлкә  запас частар менән сауҙа итеү  ауыр ғына тойолһа ла, аҡрынлап күнектем. Киләләр ҙә “Поросенок” кәрәк ине”, йә булмаһа, “Лягушка”ғыҙ бармы?” тип һорайҙар. Аптырайым, нимә була икән был “йән эйәләре” тип. Баҡһаң, тәүгеһе – май насосы, икенсеһе тормоз датчигы икән.  Водителдәрҙең халыҡсан теленә яйлап төшөнә барҙым, хәҙер үҙем ҡайһы берәүҙәрҙе өйрәтеп ебәрәм. Күреп тораһығыҙ, тауарҙар ассортименты ҙур. Партнерҙар менән эште көйләнек, шуға күрә өҙөклөктәр булғаны юҡ. Һатып алыусыларҙың ваҡытын бушҡа сарыф итмәҫ өсөн заявкаларҙы телефон аша алам, һорауҙарына  шунда уҡ яуап бирергә тырышам.

 Сауҙа эшендә  ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булғылап тора. Бер саҡ магазинға оло ғына йәштәге ир килеп, “Нива” автомобиле өсөн болт һораны. Күпме генә һөйләшһәк тә, бер-беребеҙҙе аңлай алманыҡ. “Ағай, әйҙә машинаңды ҡарайыҡ  әле, ҡайҙа һуң ул болт тигәнең, күрһәт”, – тим.  Урамға сыҡтыҡ, машинаны ҡараныҡ. “Ағай, был бит болт түгел, ә гайка тип атала”, – тинем. “Нимә тип аталһа ла, барыбер түгелме ни, бармы һуң ул һеҙҙә?” – тип бирешергә теләмәне  ағайыбыҙ.  Халыҡ  менән эшләүе ауыр түгел,  беҙҙә һәйбәт күңелле, ярҙамсыл, рәхмәтле кешеләр күп, – ти Эльмира.

Тормош булғас, һөйөнөс-көйө­нөс­тәре лә булып тора, донъя шатлыҡтан ғына тормай шул. Яңыраҡ һөйөклө тормош юлдашын юғалтыу ҡайғыһын кисергән Эльмираның хәлен яҡшы аңлайбыҙ. Уның үҙендә көс табып, иренең эшмәкәрлеген – автосервис хеҙмәтләндереүен үҙ ҡулына алыуы, эш урындары булдырыуы бары маҡтауға, хөрмәткә лайыҡ. Бында машиналарға диагностика үткәреү, ремонтлау өсөн бөтә станоктар, ҡорамалдар бар. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамларға йыйынған улы Рөстәмдең оҙаҡламай әсәһенең уң ҡулы буласағына, ғаилә бизнесын һүндермәйәсәгенә шиклән­мәйбеҙ.

- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Балтас районы

Читайте нас: