Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 13:20

Улар һәр саҡ бергә!

Дәүләтбаевтар һынауҙарға баш эймәй.

Эльдар Фәттәхов фотоһы.
Фото:Эльдар Фәттәхов фотоһы.

2004 йыл... Стәрлетамаҡта яңы ғаилә – Дәүләтбаевтар ғаиләһе усағы ҡабына. Ике йәш йөрәк, алға ҙур маҡсаттар ҡуйып, аҡ бәхеттәр юрап, ҙур тормош башлап ебәрә. Шатлыҡтарын арттырып, бер-бер артлы ҡыҙ һәм улдары донъяға тәүге ауазын һала. Ислам һәм Азалиә тип исем ҡушалар уларға.

Фәнүр Фәйез улы эшҡыуарлыҡ өлкәһендә дәртләнеп мал таба, Зөлфиә Миңнебулат ҡыҙы иһә Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла балаларға һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтә. Шулай бәрәкәтле тормошоңдо дауам ит тә бит, тик Хоҙайҙың үҙ әмере шул. Бынан биш йыл элек Зөлфиәнең ҡапыл йөрәге тибеүҙән туҡтай...

Бер мәл эсендә бөтә хыялдар селпәрәмә килә, тормош тамамланып ҡалғандай тойола. Әсә наҙына мохтаж етем сабыйҙар, яңғыҙ ир – был һүҙҙәр үҙҙәре үк тетрәндереп ебәрә, әммә артабан нисек тә йәшәргә кәрәк, сабыр итергә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға!

– Шул саҡ мәсеткә йөрөй башланым, оҙаҡ-оҙаҡ ултырып, тынысланып ҡайта инем, – тип иҫләй Фәнүр һөйөклө ҡатынын юғалтҡан мәлдәрен.

Бына бит, Иман йорто шатлыҡта ла, ауырлыҡта ла үҙенә һыйындыра, тормош мәғәнәһен ҡайтара! Ғаилә башлығы шулай диндә, иманда күңел тыныслығын таба, йәшәйеш яйлап үҙ яйына ҡайтҡан һымаҡ. Тик хәҙер ул – атай ҙа, әсәй ҙә...

Атай иңенә мал табыу менән бер рәттән ғаилә, йорт мәшәҡәттәре лә өҫтәлгәс, “Балалармы, әллә бизнесмы?” тигән һорау алдында торғанда, Фәнүр бер секундҡа ла шикләнмәй, төҙөлөш өлкәһендә уңышлы ғына башланған эшмәкәрлеген туҡтатып ҡуя, әммә үҙен икенсе өлкәлә таба – бөгөн ул йәш быуынға хәрби тәрбиә биреү менән мәшғүл.

Әлбиттә, эштә йөрөгән ир кеше күпселек ваҡытта өй эсендә ҡайнаған ҡатын-ҡыҙ хәстәрен күрмәй. Хәҙер һәр мәшәҡәтте Фәнүрҙең үҙенә башҡарырға тура килә. Һүҙ ҙә юҡ, малай кеше менән атайға уртаҡ тел табыу бер ни тормай, ашарға бешереп, өй йыйыштырыу ғәмәлдәрен дә йырып сығырлыҡ ул, ә бына үҫмер ҡорона инеп килгән ҡыҙҙың күңелен яулап ҡара! Һүҙем иртән сәс үреп мәктәпкә оҙатыу хаҡында ғына түгел. Уны нимә борсой, күңеле ниҙәр кисерә – барыһын да аңларға, өйрәтергә, кәңәш бирергә кәрәк. Көслө рухлы Ғафури егете был һынауҙы ла йырып сыға, атай кешегә балаларға электән яҡын булыуы, уларҙы аңлап тороуы ярҙам итә.

– Беҙ гел бергә булдыҡ. Әле лә шулай, балаларымды ныҡ яратам, беҙҙең арала серҙәр ҙә, аңлашылмаусанлыҡ та юҡ! – тип һөйләй ғаилә тәрбиәһе хаҡында Фәнүр Дәүләтбаев.

Тәрбиә алымы үҙенсәлекле уның, халыҡсан, боронғоса: балаларын үҙе һымаҡ көслө рухлы булырға, әҙер менән генә  хушһынмаҫҡа өйрәтә. Бергә бөтә донъя буйлап сәйәхәт итәләр, умарта тоталар, һунарға йөрөйҙәр хатта.

Әммә гел һин уйлағанса ғына бармай тормош, балалар сирләп китһә, нимә эшләйһең, тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Минең балалар сирләмәй, спорт, әүҙем ял, бурһыҡ майы уларҙы һаҡлай,  – тип йылмая әңгәмәсе. Шулай бөтә яҡлап та үҙе һымаҡ өлгөлө, ныҡлы итеп тәрбиәләй атай кеше балаларын.

Өлгөлө тигәндән, Фәнүр Дәүләтбаев Стәрлетамаҡ халҡына ҡала Советының дүртенсе саҡырылыш депутаты булараҡ та таныш. Ошо йәмәғәт вазифаһын башҡарған йылдарҙа ул әллә күпме кешегә ярҙам итеп өлгөрә.

...Биш йыл ғүмер. Аҙ ҙа, күп тә түгел. Ислам етенсене тамамланы, Азалиә – туғыҙынсы класты, үҫеп киләләр. Фәнүр өйләнмәгән, эшләп йөрөй, тормош алға тәгәрәй. Әммә, йырҙағыса, йылдар үтеп, һыуҙар аҡһа ла, йөрәк яраһы ғына уңалмай – бына-бына Зөлфиә ҡайтып инер ҙә балаларын, ирен ҡосаҡлар, уларға яратҡан ризығын әҙерләй башлар һымаҡ. Шуға, нисек кенә булмаһын, бында әсә наҙын, һөйөүен һәм хәстәрен алмаштырыу тураһында һүҙ бармай. Әммә артабан йәшәргә, һынауҙарҙы үтергә кәрәк. Уларҙы Дәүләтбаевтар лайыҡлы үтеп килә – шуныһы мөһим.

- Р. ҒӘБДРӘШИТОВ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Читайте нас: