Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 13:19

Йәмләнеп китер Стәрле

Республикала тағы 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк.

Эльдар Фәттәхов фотолары.
Фото:Эльдар Фәттәхов фотолары.

Башҡортостанда, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль проектҡа ярашлы, быйыл 126 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана, тип хәбәр итте төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев. Бынан тыш, 2021 йылда уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшылар конкурсында еңгән алты ҡаланың проекттары тормошҡа ашырыласаҡ.

2021 йылда Бәләбәй, Туймазы, Күмертау, Бөрө, Межгорье һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары еңеү яуланы. Был конкурста илдең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу эш ҡатнашҡайны. Шулай уҡ 2020 йылдағы еңеүселәрҙең һигеҙ конкурс проекты буйынса эштәрҙе тамамлау күҙаллана. Улар – Белорет һәм Баймаҡ ҡалаларында.

– Быйыл Башҡортостанда уңай­лы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсына ете ғариза әҙерләнгән. Улар – Ишембай, Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел, Кушнаренко һәм Ишембай райондарынан. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль һәм республика бюджеттарынан йәмғеһе 2,2 миллиард һум бүлеү ҡаралған. Муниципаль килешеүҙәр төҙөлгән дә инде. Бөтә эштәрҙе 30 октябргә тиклем тамамлау планлаштырылған, – тип һөйләне Алан Марзаев.

Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Күмертауҙа, Межгорьела, Бәләбәйҙә һәм Бөрөлә алты проект буйынса эштәрҙең төп өлө­шө 1 ноябргә тамамланырға тейеш.

Бынан тыш, Бөтә Рәсәй конкурс­тарында еңеүселәрҙең һигеҙ проекты буйынса башланған эштәрҙе лә ошо йыл аҙағына тиклем теүәлләп ҡуясаҡтар.

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы әҙерләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында былтыр Стәрле йылға­һы буйының бер өлөшө төҙөклән­дерелһә, быйыл йылға ярының артабанғы өлөшө матурланасаҡ.

Әйткәндәй, ошо уҡ проект сиктә­рендә 2019-2020 йылдарҙа ла нәҡ әлеге йылға буйы төҙөклән­дерел­де, йәғни был – бер нисә йылға иҫәпләнгән концепция, комплекслы эш. Ҡалала объекттар күп булһа ла, стәрлетамаҡтар нәҡ ошо эште аҙағынаса алып барып еткереү өсөн тауыш бирҙе.

– Йәйәүлеләр зонаһы, юлдар яңыртылды, плитә түшәлде, архитектура һындары, йылғаға ҡарап һоҡланыу урыны (смотровая), видеокүҙәтеү, Wi-Fi ҡорамалдары, мәғлүмәт стендтары, велотуҡталҡа һәм башҡа объекттар урынлаштырылды. Быйыл иһә спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙандарға иғти­бар бүленәсәк һәм ошо йәһәттән волейбол-баскетбол майҙансыҡ­та­ры, теннис өҫтәле һәм башҡа ҡор­амалдар урынлашты­рыла­саҡ. Иң мөһиме, бында йәшенә, шөғө­лөнә ҡарамайынса һәр кем үҙе өсөн ҡулайлы ял урыны табасаҡ. Эштәр 2023 йылға ла планлаш­тырылған, – тине ҡала хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Илдар Ғарифуллин.

Ғөмүмән, федераль проектты тор­мошҡа ашырыу 2030 йылға ҡала мөхитенең сифатын яҡшыр­тырға мөмкинлек бирәсәк. Уның ярҙамында йәмәғәт биләмәләре, парктар, яр буйҙары төҙөкләнде­релә, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы проекттар тормошҡа ашырыла.

-  Рәмил МАНСУРОВ
 Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Читайте нас: