Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2022, 15:11

Был бәйге түгел, ә йәшәү рәүеше

Иң ҙур һәм социаль-ижтимағи йәһәттән әһәмиәтле конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Эскелектең ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыяны, фажиғәләре хаҡында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙар.  Бының тап Рәсәй өсөн үтә үҙәккә үткән проблема булғанын да йәшерәһе түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һаман көнүҙәк булып ҡала. Заманында “ҡоро закон” индереп тә ҡаранылар, әммә алкоголле эсемлектәрҙе ҡәтғи рәүештә тыйып ҡына әллә ни һөҙөмтәгә өлгәшеп булмауына ла инандыҡ. Бының сере үтә ябай: иң тәүҙә йәмғиәттә  йәшәү рәүешенә булған ҡарашты  үҙгәртеү зарур һәм үҙеңдең, яҡындарыңдың яҙмышын билдәләү бары үҙебеҙҙән генә тора. Тап ошо хәҡиҡәтте республикала уңышлы үткәрелеп килгән “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе иҫбатлай ҙа. Әйтергә кәрәк, был йәһәттән Башҡортостандың тотош Рәсәйгә таратырлыҡ тәжрибәһе бар. 23 июндә иһә баш ҡалала, “Торатау” конгресс-холында Башҡортостанда ойошторолған иң ҙур һәм социаль-ижтимағи йәһәттән әһәмиәтле бәйгегә сираттағы йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр билдәләнде.

 

Иң масштаблы проект

 

Бынан бер нисә йыл элек Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башлап ебәргән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, кеше­ләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт-дарман, хуплау уятты. Бәйгенең маҡсаты бер: кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәлә­мәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

Атап әйткәндә, “Айыҡ ауыл” конкурсы – тәүге уникаль масштаблы проект, республикала 2011 йылдан алып үткәрелә, 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелгән. Эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм урындағы үҙидара органдарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәрт­ләндереү маҡсатында  ойошторолған “Айыҡ ауыл”  конкурсының кимәле лә бермә-бер күтәрелде, приз фонды ла миллиондарса һумға еткерелде.  

Һандарға туҡталып үтәйек. 2019 йылда республика конкурсында 52 район (республика райондарының 87 проценты), 464 ауыл (ауылдарҙың 10 проценты) ҡатнашҡан. Ошо йыл эсендә 1500-гә яҡын спорт һәм күмәк саралар уҙғарылған. 500 ирекмән һәм 10 мең самаһы әүҙемсе йәлеп ителгән. Өс йөҙ магазин иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүҙән баш тартыуы тураһында белдергән.

2020 йылда иһә бәйгелә 54 район (республика райондарының 100%), 2 114 ауыл (республика ауылдарының 47%) ҡатнашҡан, ике меңләп спорт һәм күмәк саралар уҙға­рыл­ған. Мең ирекмән һәм 35 мең самаһы әүҙем­се йәлеп ителгән. Хәмер һатыуҙан баш тартҡан магазиндарҙың иҫәбе 350-гә еткән.

2021 йылғы конкурста иһә, йомғаҡтар буйынса, 54 район (республика район­дары­ның 100%) һәм 1537 ауыл (44%) ҡатнашҡан. Илдәге уҙған йылдағы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алғанда, һандарҙың бер аҙ кәмеүе – тәбиғи күренеш. Шуға ҡарамаҫтан, ике мең­дән ашыу спорт һәм күмәк кеше ҡатнашлы­ғындағы саралар уҙғарылған, меңдән ашыу ирекмән һәм 37 мең самаһы әүҙемсе йәлеп ителгән. Быйыл, конкурсҡа ярашлы уҙғарылған “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһендә атлеттар тарафынан биш тоннанан ашыу спорт инвентары файҙаланылған, йүгереү марафондарында атлеттар 100 километрҙан ашыу юл үткән, 150 тематик түңәрәк өҫтәл үткәрелгән, юридик консультациялар барышында 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ител­гән. Унан тыш, “Айыҡ ауыл” темаһы киң мәғ­лү­мәт сараларында даими яҡтыртылып барҙы. Мәҫәлән, ҡағыҙ һәм электрон баҫма­ларҙа 400 самаһы яҙма донъя күргән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 100-гә яҡын репортаж һәм тапшырыу эфирға сыҡҡан, #АйыҡАуыл2021 #ТрезвоеСело2021 хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә 20 меңдән күберәк яҙма донъя күргән. Конкурстың онлайн тауыш биреү этабында 152 074 тауыш бирелгән.

Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән 2020 йылдан кон­курс­тың бүләк фонды утыҙ тапҡырға – 1,4 миллиондан 40 миллион һумға тиклем арттырылғайны. Был  финанс саралары, ғәҙәттә, ауылдарҙы төҙөкләндереү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү һәм башҡа файҙалы ғәмәлдәр өсөн тотонола.

Шул уҡ ваҡытта бәйгенең төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡала – кешеләрҙең сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу. Шуныһы шатлыҡлы: әлеге ваҡытта йәмәғәтселектә сәләмәт тормошҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу бар,  әүҙемлектең бермә-бер күтәрелгәне күҙәтелә. Был проект тап ошо әүҙемлекте дәртләндереүгә йүнәлтелгән, сөнки айыҡ тормош эсеүҙе ташлау тигәнде генә аңлатмай, был – сәләмәт тормош рәүешен, йәмғиәттәге әүҙемлекте, мәшғүллекте пропагандалау, ғөмүмән, тормошҡа айыҡ ҡараш формалаштырыу ҙа. 

Бәйге барған осорҙа халыҡ араһында  алкоголле эсемлектәрҙе һәм тәмәкене ҡулланыуға, рекламалауға ҡаршы аңлатыу эштәре алып барыла, алкоголь, тәмәке, наркотиктар ҡоллоғона эләккән кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ, спиртлы эсемлектәрҙе һәм башҡа зарарлы матдәләр­ҙең файҙалы яҡтары булыуы тураһындағы уйҙырмаларҙы, ҡалыптарҙы инҡар итеү йәһәтенән мәғлүмәти-аңлатыу эштәре, сәләмәтлек, һаулыҡ һаҡлау темаларына төрлө саралар ойошторола. Шулай уҡ “Айыҡ ауыл”  республика конкурсы сиктәрендә  халыҡҡа психотерапевт, нарколог һәм психолог кеүек белгестәрҙең  һөнәри ярҙамын күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш”тәр үткә­релә, республика халҡының  психиатр-нарколог, психотерапевт һәм психологтарҙан башҡорт, рус телдәрендә бушлай аноним консультациялар алыу мөмкинлеге лә бар. 

Әммә күңелде иң шатландырғаны: был – бәйге халыҡты туплаусы, берләштереүсе, дәртләндереүсе сара ла. Йыл барышында ауыл халҡы ниндәй генә саралар менән хайран итмәй ҙә ниндәй генә үҙенсәлекле бәйге-сығыштар ойоштормай! Унан тыш, конкурста республикабыҙҙың барлыҡ күп милләтле халҡы ҡатнаша: был да төбәге­беҙҙең милли-мәҙәни сағыулығын төрлө яҡтан тағы берҙе баһаларға ярҙам итә, һоҡланыу тыуҙыра, өмөт уята.

 

Иғтибар үҙәгендә – мөһим мәсьәләләр

 

“Айыҡ ауыл-2021” республика бәйгеһен йомғаҡлау сараһы ҡатнашыусылар өсөн һәр йәһәттән ҡыҙыҡлы һәм төрлө яҡлы итеп ойошторолғайны. Конгресс-холл фойеһында республика конкурсында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт биргән күргәҙмәләр, экспозициялар һәммәһендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Көн дауамында “Башҡортостан” телера­диокомпанияһы дәүләт унитар предприя­тие­һының “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр теле­каналының “НЫҠ БУЛ” күсмә студияһы эш­лә­не. Шулай уҡ сара сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рә­үешен пропагандалау маҡсатында ойош­то­ролған “НЫҠ БУЛ” асыҡ медиа-конкур­сының финалы үтте, республиканың әүҙем, ижади ҡарашлы балалары билдәләнде.

Тәүге пленар өлөштә “Айыҡ ауыл-2021” конкурсында ҡатнашыусылар, әүҙемселәр, бер төркөм журналистар, социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙе алып барыусылар махсус бүләктәр, ойоштороу комитетының дипломдары, Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволарының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Артабан махсус майҙансыҡтар эше башланды. Райондарҙан килгән вәкилдәр ауыл биләмәләре башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары – “Ауыл биләмәләрендә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәре”, урындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре “Милли-мәҙәни ойошмалар – биләмәләрҙе үҫтереү ресурсы” тип аталған түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты.

Алкоголле продукция етештереүҙе һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе өлкәһендә федераль һәм республика ҡануниәтенең хоҡуҡи ҡулланыу тәжрибәһе буйынса ойошторолған түңәрәк өҫтәлгә иһә Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципаль район Советтары рәйестәре килгәйне.

Түңәрәк өҫтәлдең модераторы булараҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны. Ул, бөтә власть даирәләренең үҙ-ара хеҙ­мәттәшлеге, тәү сиратта закондар сығарыу эшмәкәрлеге, көнүҙәк проблемаларҙы һөҙөмтәле хәл итеү өсөн үтә мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Йылдан-йыл бәйгелә ҡатнашыусы ауылдарҙың һаны арта бара, халыҡ ихлас ҡушыла. Әгәр бәйгелә бынан өс йыл элек һәр унынсы ауыл ҡатнашһа, хәҙер беҙ сараға йөҙ процент ҡушылыу тураһында әйтә алабыҙ. Бер үк ваҡытта был процестарҙы норматив оҙатыу мәсьәләһе лә көнүҙәк мәсьәләгә әүерелә. Был сылбырҙың һәр звеноһы – битараф булмаған ауыл кешеһе башланғысынан алып бөтә этаптарҙа хуплауға һәм закон ҡабул итеүгә тиклем мөһим, – тине, фекер алышыуҙы асып, Эльвира Ринат ҡыҙы.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров федераль ҡануниәттә алкоголле продукцияның әйләнешен көйләүҙә хоҡуҡ ҡулланыу практикаһының төп үҙенсәлектәрен билдәләне. Әлеге ваҡытта айыҡ йәмғиәт булдырыуға һәм эскелеккә ҡаршы көрәшеүгә булышлыҡ итеүсе федераль закондар ғәмәлдә, ялған алкоголь менән сауҙа иткән өсөн штрафтар ҙа көсәйтелде. Депутат фекеренсә, Енәйәт кодексы буйынса ла эш алып барырға, иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр өсөн язаны ҡатыландырырға, йәмғиәтте спиртлы эсем­лектәр менән мауыҡҡан кешеләрҙән ҡурса­ларға һәм уларҙы мәжбүри дауаланыуға йүнәлтергә кәрәк.

Алкоголь продукцияһы әйләнешен көй­ләүҙә төбәк ҡануниәтен үҫтереү перспективалары тураһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Айыҡ Башҡортостан” проекты координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов та әйтеп үтте.

– Республикала “айыҡ биләмәләр” булдырыу өсөн етерлек норматив-хоҡуҡи база бар һәм ике ауылдың финал этабына етеүен күрәбеҙ. Был – тотош йәмғиәттең берҙәм эшенең һөҙөмтәһе: беҙ тотороҡло рәүештә аҡрынлап үҙгәрәбеҙ, әммә башҡараһы эштәр күп әле. Даимилыҡ – уңыштың нигеҙе. Бынан бер нисә йыл элек һабантуйҙарҙа спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу шик менән ҡабул ителһә, хәҙер был нормаға әүерелде. Яңы йыл байрамына ҡарата ла шуны ғәмәлгә ашырабыҙ, – тине Рөстәм Рифат улы.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Сә­нәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡы­уар­лыҡ һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Хәлил Рәхимов республикалағы тораҡ пункттарҙа алкоголле продукцияны ваҡлап һатыуҙы тулыһынса тыйыу буйынса закондар сығарыу инициативаһы тураһында мәғлүмәт бирҙе.

– Асылда, һәр ауыл үҙ биләмәһендә алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыя ала. Әммә күп осраҡта муниципаль берәмектәр тейешле документтар пакетын дөрөҫ әҙерләмәй. Асылда юл ҡатмарлы – йәмәғәтселек фекерен, сходтарҙың ҡарарҙарын, норматив көйләүҙәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк, эксперт­тарҙың фекеренә лә таяныу зарур. Әммә, тәүге сиратта, ауыл халҡының был юлды һайлауға ышанысы ныҡ булыуы зарур, – тип билдәләй Хәлил Хәләф улы.

Ауыл биләмәһендә алкоголле эсемлек­тәрҙе һатыуҙы тыйыуҙағы ыңғай тәжрибә менән Көйөргәҙе район советы рәйесе Фәнит Моратбаҡыев уртаҡлашты. Был райондағы ике ауыл – Яҡут һәм Яҡшембәт – финиш һыҙығына сыҡҡан: уларҙың баш­ланғысы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың профилле комитеты ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡаралған.

– Сауҙа алып барыусы эшҡыуарҙар менән әңгәмә иң яуаплы этап булды, әлбиттә, был йүнәлеш улар өсөн иң табышлыһы. Бында аҡһаҡалдар ҙа, дин әһелдәре лә үҙҙәренең ҡәтғи һүҙен әйтте, һөҙөмтәлә бизнес вәкил­дә­ре лә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тулы­һынса тыйыу тураһындағы уртаҡ фе­ке­р­гә килде. Әлбиттә, бер закон менән генә алкоголде һатыу туҡтамаясаҡ, әммә был яҡшы башланғыс, үҫеп килгән быуын өсөн бигерәк тә, – ти Фәнит Насип улы.

Шулай уҡ, сара сиктәрендә “Айыҡ ауыл­дың камил образын моделләштереү” стратегик сессияһы уҙҙы, унда конкурста ҡатнаш­ҡан ауылдар араһынан әүҙемселәр, урын­дағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, конкурстың эксперттар комиссияһы ағзала­ры, Рәсәйҙең башҡа субъекттарынан саҡы­рылған ҡунаҡтар ҡатнашты, фекерҙәре менән бүлеште, йәнле әңгәмә ойошторҙо.

 

Еңеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ!

 

Бәйге барышында комиссия ауыл-ҡасабаларҙа йыл дауамында алып барылған эштәрҙе лә баһалай килде. Төп баһалау шарттары – тыуым һәм үлем күрһәткестәре, иҫәптә торған, имен булмаған ғаиләләр һаны, алкоголь һатыуҙан баш тартҡан магазиндар һәм башҡалар.

Әлбиттә, баһалама ағзаларына финалға сыҡҡан 54 ауыл араһынан ун ике еңеүсене һайлап алыу еңелдән булмағандыр, сөнки ҡатнашыусыларҙың башҡарған эштәре, сәләмәт тормошто үҙ иткән кешеләрҙең ышаныс-инаныуҙары, маҡсаттары һәм тотош ауылды берләштерерлек көс-дәртен баһалай башлаһаң, хайран ҡалырлыҡ!

Конкурс еңеүселәрен тәбрикләргә сәхнәгә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, республиканың премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Лира Иғдисамова сыҡты.

Ағымдағы йылдың 14 июнендә үткән ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының 12 еңеүсеһе раҫланғайны. Положениеға ярашлы, еңеүселәр халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленгән номинациялар буйынса билдәләнде. Бына улар:

“Эре ауыл биләмәләре” номинация­һын­да I урынға Бөрйән районы, Әбдел­мәмбәт ауылы; II урынға – Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы; III урынға Көйөргәҙе ра­йоны, Яҡшембәт ауылы лайыҡ булды.

“Ҙур ауыл биләмәләре” номинация­һында I урынға Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы; II урынға – Асҡын районы, Солтанбәк ауылы; III урынға Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы сыҡты.

“Уртаса ҙурлыҡтағы ауыл биләмәлә­ре” номинацияһында I урынға Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы; II урынға –  Шаран районы, Йәрәмкә ауылы; III урынға Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы лайыҡ булды.

“Бәләкәй ауыл биләмәләре” номина­ция­һында I урында Йылайыр районы, Сәләх ауылы; II урында – Күгәрсен районы, Сәлих ауылы; III урында Стәрлетамаҡ районы, Кантюковка ауылы билдәләнде.

Мәғлүм булыуынса, республика конкурсы­ның бүләк фонды – 40 миллион һум. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур бүләк “Эре ауыл биләмәләре” номинацияһында еңеү­се­гә – Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылына тапшырылды. Номинацияла еңеү­селәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аҡса алды.

Әйтергә кәрәк, аҙаҡҡа тиклем еңеүселәр урындарын белмәне, шуға ла был мәғлүмәт улар тарафынан айырыуса ҙур шатлыҡ менән ҡабул ителде. Мәҫәлән, Йылайыр районының Сәләх ауылынан килгән делегация вәкилдәре, сәхнәнән уларҙың беренсе урында икәнлеген иғлан иткәс, ҙур зал­да ултырғанын да онотоп, ҡулға-ҡул тотоноша башланы, күҙҙәренән шатлыҡ йәштәре эркелде. Фойеға сыҡҡас иһә улар бер төркөм әүҙемселәрен һауаға сойорғотто. Әүҙемсе Шәрифә Иҫәнбаева ауылдаштары хаҡында бына нимә тине:

– Беҙҙә бик әүҙем, тырыш, үҙ төйәген ярат­ҡан кешеләр йәшәй. Күп балалы ғаи­лә­ләрҙең күплеге бигерәк тә һөйөнөслө, ти­мәк, ауылыбыҙҙың тамырҙары ныҡлы, ки­ләсәге ышаныслы. Шәхсән үҙемә килгәндә, урындағы медицина пунктында оҙаҡ йылдар санитар булып эшләгән кеше булараҡ, эскелек проблемаһының ни тиклем аяныслы икән­леген яҡшы беләм. Шуға ла “Айыҡ ауыл”­да ҡатнашыуыбыҙға ифрат һөйөнәм. Был конкурста икенсе йыл рәттән һынау тоттоҡ, тәжрибәбеҙ бик ярҙам итте. Был юлы аңлатыу эштәрен күберәк алып барырға тырыштыҡ, яман ғәҙәттәре булғандарҙың өйҙәренә йөрөп тә һөйләштек. Һөҙөмтә иһә һөйөнөслө: ваҡытын бушҡа уҙғарып, эсеп йөрөгәндәр юҡ хәҙер беҙҙең ауылда. Һәм­мәһе лә тырышып тормош көтә, балаларын яҡшы ҡарай. Ошолай республика кимәлендә лә күңелгә дәрт, сәм өҫтәп тор­ғас­тар, ауыл халҡы яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтыла, изге маҡсаттар ҡороп, алға ынтыла. Әгәр еңергә насип булһа, ауылдағы мәҙәниәт йортон рәтләр инек, тигән хыялыбыҙ бар ине – тимәк, ул тормошҡа ашасаҡ!

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова:

– Беҙ бик ҙур эш башҡарҙыҡ. Һәр кемгә айырым рәхмәт! Йылдан-йыл беҙ шуға инанабыҙ: “Айыҡ ауыл” ул конкурс ҡына тү­гел, ә йәшәү рәүеше, ауылыңдың мөмкин­лек­тәрен яңы шарттарҙа, яңы ысулдар менән күрһәтә алыу ҙа. Ул биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә аҡса алырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, ә ауыл тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкинлек бирә. Һәр район йөҙ процентлыҡ эшмәкәрлеген күрһәтте, был ваҡиғаға йылдан ашыу тиерлек әҙерләнде, бөтә ауыл халҡы менән сәләмәт тормош рәүешен һайланы. Райондар буйлап йөрөгәндә һәр ауылдың конкурс тип яныуы, һәр сараға яуаплы әҙерләнеүе һәм еңеүгә йүнәлеш тотоуы айырыуса ныҡ һиҙелә ине. Еңеүселәрҙе һайлау тулҡынландырғыс булды. Һис шикһеҙ, быға барыһы ла лайыҡ. Әммә бәйгенең үҙ ҡанундары бар. Республика халҡының тауыш биреүе нигеҙендә, жюри фекерҙәрен һәм муниципалитеттарҙың презентацияларын иҫәпкә алып, иң яҡшы 12 ҡатнашыусы билдәләнде. Еңеүселәрҙе һәм финалға сыҡҡан һәр ауылды ҡотлайым! Кемдәр быйыл маҡсатына өлгәшә алмаған, киләһе йылда уңыштар теләйем! – тип йомғаҡ яһаны.

 

Сәлиә МЫРҘАБАЕВА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, “Айыҡ ауыл” проекты координаторы, медицина фәндәре докторы:

 

– Быйылғы бәйге бик сағыу һәм көсөргәнешле булды. Әлбиттә, бөтәһе лә 12 еңеүсе исеменә инә алмай, әммә һәр ҡатнашыусы тәжрибә тупланы һәм уны киләһе йылдарҙа еңеү өсөн файҙалана аласаҡ. Мәҫәлән, ошондай тәжрибә быйыл еңеүселәр рәтендә булған Йылайыр районының Сәләх ауылында, Асҡын районының Солтанбәк ауылында бар. Бәйгенең үҙенсәлеге шунда: положение буйынса, еңеүгә тиклем ҡабаттан ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралған.

Стратегик сессияла конкурста ҡатнашыусылар бәйгене камиллаштырыу, Положениеға һәм баһалау критерийҙарына өҫтәмәләр индереү буйынса сираттағы тәҡдимдәрен белдерҙе, ведомство һәм министрлыҡ эксперттары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә, был тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, төҙәтмәләр индерәсәк. Методик яҡтан беҙ һәр саҡ маҡсатлы оҙатыу тәҡдим итәбеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаларын һәр районда кураторлыҡ итеүен һорайбыҙ. Тәжрибә алмашыу өсөн ҡатнашыусылар менән зона осрашыуҙарын ойошторорға ниәтләйбеҙ.

Республика ойоштороу комитеты исеменән барыһына ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: