Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2022, 20:00

Наилә Сәфәрғолованың ниндәй уй-ниәттәре бар?

"Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзаһы булараҡ, ошо мөһим һорауҙарҙы мотлаҡ иғтибар үҙәгендә тотасаҡмын, уларҙы хәл итеүгә хәлемдән килгәнсә өлөш индерәсәкмен".

Наилә Сәфәрғолованың ниндәй уй-ниәттәре бар?
Наилә Сәфәрғолованың ниндәй уй-ниәттәре бар?

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы составына үҙгәрештәр индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Советтың яңы составында билдәле режиссер, “Йөрәк һүҙе” телепроекты авторы Наилә Сәфәрғолова ла бар. Наилә Әбделхәй ҡыҙы яңы вазифаға бәйле уй-ниәттәре, башҡарырға теләгән эштәре, үҙен борсоған, күңелендә йөрөткән уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

"Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советына ағза итеп алыныу минең өсөн бер аҙ көтөлмәгән хәл, яңылыҡ булды. Әлбиттә, был эшмәкәрлектең иңемә ни тиклем ҙур яуаплылыҡ һалыуын яҡшы аңлайым. Халыҡ алдында ышанысты аҡлармынмы, кешеләр өсөн файҙалы була алырмынмы, тип уйландым.  

Иң тәү сиратта туған телебеҙҙе һаҡлау, уның таҙалығын, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, балаларыбыҙҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләү мәсьәләһе борсой. Һуңғы ваҡытта телебеҙгә сит тел һүҙҙәре күпләп инә, хатта фестиваль, конкурстарҙың атамаларын да сит һүҙҙәр менән атарға ғәҙәтләнеп алдыҡ. Ә бит туған телебеҙ бик бай!

Бынан арыу уҡ йылдар элек билдәле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың әйткәндәрен әле лә күңел түремдә йөрөтәм: “Бөтә изге ҡиммәттәрҙе – милләтте, телде, тыуған ерҙе һаҡлау һәм яратыу – әсәнән”, - тигәйне ул. Ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән милләт ҡотон һаҡлаусы итеп үҫтереү маҡсаты менән ул Татарстанда ҡыҙҙар гимназияһы асыу башланғысын күтәреп сығып, был ниәтен тормошҡа ашырғайны. Мин дә Башҡортостаныбыҙҙа ошондай гимназиямы, интернатмы, йәғни башҡорт ҡыҙҙарын тәрбиәләү мәктәбе асыу тураһында хыялланам. Был хаҡта аҙмы-күпме һөйләшеүҙәр башланым да инде.

Тағы ла, мәҙәниәт һәм сәнғәт кешеһе булараҡ, ошо өлкәгә иғтибарымды бүлергә уй-ниәттәрем бар. Сәнғәт, мәҙәниәт – халыҡҡа тәрбиә биреүҙә, дөрөҫ идеология алып барыуҙа, илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә бик ҙур көс ул. Артистарҙың, сәнғәт кешеләренең, яҙыусыларҙың баһаһын күтәреү бик мөһим бөгөнгө заманда. Элегерәк сәхнәлә әйтелгән һүҙ, билдәле кешеләрҙең фекере ни тиклем үтемле  ине. Әйткән һүҙе баһалы булһын өсөн сәнғәт, әҙәбиәт кешеһенең үҙенең дә эске ныҡлығы, яуаплылығы, ихтыяр көсө, ныҡлы ҡарашы булыуы бик мөһим.

Драматургиябыҙҙың бөгөнгө торошо, сәнғәт кешеләрен социаль яҡлау, телебеҙҙең таҙалығы, йыр сәнғәтенең торошо һәм башҡа бихисап мәсьәләләр борсой мине. Әлеге советтың ағзаһы булараҡ, ошо мөһим һорауҙарҙы мотлаҡ иғтибар үҙәгендә тотормон, уларҙы хәл итеүгә хәлемдән килгәнсә өлөш индерермен, тип уйлайым һәм ышанам".  

Фото: api.rbsmi.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: