Нисек кенә булмаһын, барыбыҙға ла йәшәү барышында ҡунаҡҡа барырға ла, кешеләрҙе ҡабул итергә лә тура килә. Был осраҡта һәр кем аҙ ғына булһа ла үҙеңде дөрөҫ тотоу, әңгәмә ҡороу, өҫтәл янында этикет һаҡлау ҡағиҙәләрен белергә тейеш.
Һүҙ турғай түгел
Бер мәл ғаилә дуҫтарыбыҙ ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йорт хужаһы, эштә тотҡарланып, һуңғы ҡунаҡтар менән бергә килеп инде. Ишек төбөндә, өҫ кейемен һалған саҡта, бер ханым ҡулындағы тортты хужаға тотторҙо. Тегеһе күстәнәсте аш-һыу бүлмәһендәге өҫтәлгә алып барып ҡуйҙы. Табын мәшәҡәттәре менән йөрөгән хужабикә, хәлдең айышын белмәйенсә: “Ни өсөн был тортты һатып алдың? Тәмһеҙ бит ул. Башҡаһы юҡ инеме?” – тип һорап ҡуйҙы. Әлбиттә, уның был һүҙҙәрен барыбыҙ ҙа, шул иҫәптән күстәнәсте алып килгән ханым да ишетте. Шул тиклем уңайһыҙ хәл килеп сыҡты, хужабикә лә, ҡунаҡ та ни тип әйтергә лә белмәне. Ярай, йорт хужаһы: “Ниңә улай тиһең? Элек ошо тортты ныҡ яратып ашай инек бит, һуңғы арала алғаныбыҙ ғына юҡ”, – тип хәлде яйлап ебәрергә тырышты. Әммә барыбер күңелдә ауыр тойғо ҡалды. Айырыуса хужабикә ныҡ уңайһыҙланды, был хәлде һуңынан да бер нисә тапҡыр иҫкә төшөрөп, шул саҡта уйламай әйткән һүҙе өсөн үкенеп һөйләп алды ул...
Ғөмүмән, ҡунаҡ булып килгән кеше лә, саҡырғаны ла бер-береһенә ихтирам-хөрмәт күрһәтеп, бергә үткәрелгән ваҡыттан күңеленә ял, аралашыуҙан рәхәтлек алырға тейеш.
Аҙ ултырыр, күп һынар
Бөтә ҡунаҡтарҙы бер мәлдә, бер көндә саҡырыу кәңәш ителә. Килмәгән кеше урынына бер көн йәки бер нисә сәғәт ҡалғас, кемгәлер өндәшеү килешмәй. “Шул-шул кешем килмәй, урынына һеҙҙе саҡырам” тип әйтеү – бөтөнләй килешмәгән ғәмәл.
Ҡунаҡтар күп булһа, кемде ҡайһы урынға, кем янына ултыртыуҙы алдан хәстәрләгеҙ. Ғәҙәттә, беҙҙең халыҡта иң оло йәштәгеләр иң түргә ултыртыла. Дәрәжәһенә, биләгән вазифаһына ҡарап, кемгәлер айырым иғтибар-хөрмәт күрһәтеү башҡа ҡунаҡтарығыҙҙың күңелен китеүе ихтимал. Алыҫтан саҡырылған ҡунаҡтар булһа, йоҡлау мәсьәләһен алдан һөйләшеп хәстәрләгеҙ.
Ҡунаҡтарҙы сама белеп һыйлағыҙ, ниндәйҙер ризыҡты мотлаҡ ашап ҡарауҙы талап итеп ҡыҫтамағыҙ. Һәр кем нимәне күпме ашарға икәнен үҙе белә.
Шөкөр, һуңғы йылдарҙа мәжбүрләп иҫерткес эсемлек эсереү, ҡайһы бер төбәктәрҙә эсмәгән кешенең елкәһенә ҡойоу(!), “ҡулымды мәхрүм итмә” тип, ҡунаҡ эргәһендә бейеп-йырлап тороу күренешенән арына барабыҙ. Ғөмүмән, айыҡ табындарҙың, туйҙарҙың бына тигән йәмле сара булыуын тормош үҙе раҫлай.
“Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар”, ти халҡыбыҙ. Саҡырылған һәр кемгә матур, тигеҙ мөғәмәләлә булып, ихласлыҡ, киң күңеллелек күрһәтегеҙ. Беҙҙең халыҡта элек-электән күстәнәс биреү йолаһы бар. Өҫтәлдәге тәмлекәстәрҙән ҡунаҡтарығыҙҙың өйҙә ҡалған балаларына ла өлөш сығарһағыҙ, сауап ҡына булыр.
Кешене ризыҡ йөрөтә
“Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” тигән халыҡ әйтеме ерле юҡтан килеп сыҡмаған. Ысынлап та, тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек халҡыбыҙҙа элек-электән юғары баһаланған сифаттар һанала.
Ҡунаҡҡа саҡырылған мәлдән аҙ ғына алдан барыуҙың зыяны юҡ, киреһенсә, хужалар менән аралашып ултырыу, хужабикәгә ярҙам итешеү хуплана ғына. Ә бына һуңлап йөрөү матур ғәҙәт түгел. Күптән түгел бер танышым ошо хаҡта фәһемле хәл һөйләгәйне: “Беҙҙең ауылда бер бабай ҡунаҡҡа саҡырған ваҡыт үтеү менән ихатаһының ҡапҡаһын эс яҡтан бикләй ҙә ҡуя ине. Уның был ғәҙәтен белгәнгә күрә, бер кем дә уларға ҡунаҡҡа һуңлап бармай торғайны”. Әлбиттә, был күренешкә һәр кем үҙенсә баһа бирә ала: бер яҡтан, дөрөҫ эшләй кеүек, икенсе яҡтан, үтә ҡәтғи алым тип әйтергә лә мөмкин.
Күмәк кеше араһында самаһыҙ ҡысҡырып, башҡа кешегә һүҙ әйтергә ирек бирмәй хәбәр, әҙәпһеҙ көләмәстәр һөйләү, шарҡылдап көлөү, кеше тикшереү, табынға ҡуйылған ризыҡтарға баһа биреү, хаҡын һорашыу – ярамаған ҡылыҡ. Ашап-эсеүҙә лә, күңел асыуҙа ла сама белеү зарур.
Бер табында өҫтәлгә манты ҡуйғастар, олораҡ йәштәге ханым: “Мин мантыға мотлаҡ аҙ ғына кишер ҡырып һалам, шулай һутлыраҡ була. Ә өҫтөнә аҡ май иретеп ҡоям, шулай итмәһәм, ирем бөтөнләй яратмай. Майһыҙ ҡамыры ҡоро, тәмһеҙ була бит ул”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Хужабикә: “Әллә, үҙемсә бар оҫталығымды һалып әҙерләнем инде”, – тигән булды. Башҡалар, ризыҡтың бик тәмле булыуын ҡат-ҡат билдәләп, хужабикәнең күңелен күрергә тырышты. Шулай ҙа теге апайҙың әйткәне урынһыҙ булды был осраҡта.
Әгәр хужалар үҙҙәре белеп күстәнәс бирмәһә, һорап алмағыҙ. Кеше менән бергә килеп, бергә ҡайтырға тырышығыҙ, бимазалап оҙон-оҙаҡ ултырмағыҙ. “Ҡунағына асыуланған хужа бесәйен әрләр”, “Ҡунаҡ – өс көн ҡунаҡ, артабан муйнаҡ” тигән әйтемдәр бушҡа килеп сыҡмаған.
Г. ВАРИСОВА