Өфөлә Йәштәр көнө айҡанлы матур саралар үтте. Улар күп төрлө һәм йүнәлешле булды: оҫталыҡ дәрестәре, тематик күргәҙмәләр, диджейҙар ярышы, уйын майҙансыҡтары, страйкбол, лазертаг һәм башҡалар. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашып, йәштәр менән аралашты.
Ағиҙел ярындағы майҙанда юғары уҡыу йорттарының, йәмәғәт ойошмаларының майҙансыҡтары эшләне. Республика Башлығы уларҙың һәр береһендә булып, уҡыу йорттарының яңылыҡтары, йәштәр тормошо менән танышты. Мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы студенттары Радий Фәрит улына иҡтисад өлкәһендә белемен һынап ҡарарға тәҡдим итте. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы командаһы менән аралашыу барышында ул, студенттарҙың тәҡдимен ҡабул итеп, дәүләт идаралығы буйынса лекция уҡырға ризалыҡ белдерҙе.
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты йәштәре тотош концерт майҙансығы һәм художестволы галерея ойошторған ине. Радий Хәбиров Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевкә институт янында – Совет майҙаны яғынан сәхнә биләмәһе булдырыу идеяһын еткерҙе. Бында студенттар урам концерттары, ҡыҙыҡлы саралар ойоштора аласаҡ һәм шуның менән Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле урынлашасаҡ майҙанға мәҙәни йәһәттән йәм өҫтәйәсәк.
Башҡортостан дәүләт медицина, Башҡортостан дәүләт аграр, Өфө дәүләт авиация техник, Өфө дәүләт нефть техник, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары яңы эшкәртмәләр, уҡыу йорттарының белем биреүҙәге һәм ғилми йүнәлештәге ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.
Башҡорт дәүләт университеты майҙансығында Радий Хәбиров уҡыу йортоноң Стәрлетамаҡ филиалы программалаусылары тарафынан эшләнгән “Зәрҡүм” виртуаль уйынын уйнап ҡараны. Ул “Урал батыр” эпосы һәм башҡорт халыҡ легендалары нигеҙендә булдырылған. Проект етәксеһе Руслан Кәримов уйын ярҙамында балаларҙың башҡорт халҡының көнкүреше, мәҙәниәте, фольклоры һәм тарихы менән танышыуын белдерҙе.
Артабан республика Башлығы йәштәргә ихлас һәм йылы теләктәрен еткерҙе. “Бөгөн һеҙҙең янда булыу, дәрт-дарманығыҙ, яҡты фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашыу минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең республика бик йәш, ә йәштәребеҙ – иң яҡшыһы. Һеҙ яҡшы уҡыйһығыҙ һәм үҙ һөнәрегеҙҙең оҫталары булаһығыҙ. Тап һеҙ фәндә мөһим аҙымдар яһайһығыҙ, спорт аренаһында илебеҙ намыҫын яҡлайһығыҙ, Донбасста, бөтә илебеҙҙән меңәрләгән йәш егеттәр кеүек үк, нацизмға ҡаршы көрәшәһегеҙ. Ҙур рәхмәт!
Республикабыҙҙа өлгө алырлыҡ бик күп көслө һәм сағыу кешеләр тыуған. Һеҙҙең бер ҡасан да өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауығыҙҙы теләйем. Вениамин Кавериндың “Ике капитан” романындағы геройҙарҙың береһенең образы – яҡташыбыҙ, ҡотопсо штурман Валериан Альбанов. Был әҫәрҙең девизы – “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә”. Һеҙгә лә ошоно теләйем. Ә килеп сыҡмаһа, икенсе яҡташыбыҙҙың – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һүҙҙәрен иҫкә төшөрөгөҙ: “Салауат вариҫтары сигенә белмәй!” Байрам менән! Бәхет һәм һаулыҡ һеҙгә!” – тине Радий Хәбиров сығышында.
Ул шулай уҡ Бөрйән районының ирекмәндәр штабы етәксеһе Илһам Ишкининға, “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитетының административ-юридик хеҙмәте етәксеһе Арыҫлан Ғәлингә, “Ҡыҙыл ҡәнәфер” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһының төбәк координаторы Әҙилә Ишмөхәмәтоваға, “Башҡортостандың халыҡ инструменттары милли оркестрының милли инструменттар шоу-программаһы” проекты етәксеһе Алиса Яҡшыдәүләтоваға, “Aibat hallyar” милли стритфут кафеһы хужаһы Марат Нәсхетдиновҡа, блогер, медиаирекмән Ильяс Батыргәрәевкә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА