Донъяла яҡшы хәбәрҙәр күберәк булһа, йәшәүе лә күңеллерәк, аралашыуы ла ҡыҙығыраҡ булыр ине. Тик планетабыҙҙа тыныс түгел, барыбыҙҙы ла тулҡынландырған хәбәрҙәр етерлек. Климаттың үҙгәреүе, экология, ярлылыҡ, пандемия проблемаларынан тыш, һәр кемдең хәл итәһе шәхси мәсьәләләре етерлек. Көн һайын ябай кешеләрҙең ниндәйҙер бәләкәй генә, әммә ҙур әһәмиәткә эйә батырлыҡ, изгелек ҡылып, тормошобоҙға яҡтылыҡ һирпеүе һәм донъяны үҙгәртеүе һоҡланғыс күренеш. Бындай киң күңелле кешеләр күләгәлә ҡалмаһын, донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәһәләр ҙә, уларҙың яҡшылыҡтары кешелеккә ышанысты ҡайтарырға ярҙам итһен ине.
Бына шул изгелектәрҙең береһе. Яңғылыш ҡына ебәрелгән смс-хәбәрҙең бала ғүмерен һаҡлап ҡаласағына кем ышанһын! Әммә был ысынбарлыҡ. Бер ҡыҙ затлы күлдәк һатып алыр алдынан уны кейгән килеш фотоға төшөрөп әхирәтенә ебәрә. Тик номерын дөрөҫ йыймай һәм смс-хәбәр күп балалы атайға килеп эләгә. Ир ғәжәпләнһә лә, ҡаушап ҡалмай, таныш булмаған ҡыҙға яуап яҙа һәм балаларының фотоларын да ҡушып ебәрә.
”Һеҙ, моғайын, башҡа кешегә яҙырға теләгәнһегеҙҙер. Ҡатыным өйҙә юҡ, шуға күрә күлдәккә ҡарата фекерен белә алманым. Балаларым менән шуны ғына белдерәбеҙ, һеҙгә күлдәк шул тиклем килешә, һоҡланғысһығыҙ! Һис һүҙһеҙ уны алығыҙ!”
Ҡыҙҙы таныш булмаған ирҙең ҙур иғтибар биреп яҙған йылы һүҙҙәре әсир итә һәм социаль селтәрҙә номерҙы дөрөҫ йыймауы арҡаһында ошо ваҡиғаға тап булыуы менән уртаҡлаша. Уға таныштары күп бала атаһының төпсөк улының ни өсөн фотола булмауы, малайҙың дауаханала ятыуы, яман шешкә юлығыуы тураһында хәбәр итә. Һөҙөмтәлә кеше ҡайғыһына битараф булмаған подписчиктар тарафынан Кайзлер исемле малайҙы дауалау өсөн байтаҡ суммала аҡса йыйыла. Бер йылы хәбәр изгелек менән кире әйләнеп ҡайта һәм баланың ғүмерен ҡотҡара...
Бына тағы бер изге ғәмәл. Екатеринбургта йәшәгән инәйгә китап баҫтырыу өсөн бер аҙнала ярты миллион һум аҡса йыйып биргәндәр. Вера Васильевна оҙаҡ йылдар буйы ямғыр-ҡар яуған мәлдәрҙә лә арзан ғына хаҡҡа үҙенең китаптарын урамда һатҡан. Ул әкиәттәр яҙған, китаптарҙы үҙ аҡсаһына баҫтырған. Хыялы – яман шештән вафат булған ҡыҙының һүрәте менән ҡаты тышлыҡлы матур китап сығарыу. Урамда китап һатыусы әбейҙең яҙмышы күптәрҙе тетрәндергән. Бер аҙна эсендә уға хыялын тормошҡа ашырыу өсөн 500 мең һумдан ашыу аҡса йыйғандар. Ул ғына ла түгел, Вера Васильевнаға китап һатыу өсөн сауҙа үҙәгендә бушлай урын билдәләгәндәр. Хәҙер әкиәтсе әбейҙе ҡалала белмәгән кеше юҡ.
Социаль селтәрҙә Ҡырымда төшөрөлгән бер фото күптәрҙең иғтибарын яулаған. Осраҡлы рәүештә урамдан үтеп барған кеше бер ҡатындың ямғырҙа һыуланған, өшөүҙән ҡалтыранған берәҙәк этте одеялға урағанын күреп, йәһәт кенә фотоға төшөргән. Ямғыр көсәйә төшкәс, ҡатын йән эйәһен йәлләп магазинына индергән. Бына шундай киң күңелле, изге кешеләр ҙә эргәбеҙҙә осрап тора. Кемгәлер яҡшылыҡ эшләһәгеҙ, ул мотлаҡ һеҙгә шаңдау булып әйләнеп ҡайтасаҡ. Был буш һүҙ түгел, барыһы ла һыналған. Бөгөн ниндәй изге эштәр ҡыла алыр инек, әйҙәгеҙ, бергәләп уйлайыҡ, эште тәүҙә вағыраҡтарынан башлайыҡ. Бинанан сыҡҡанда артта килгән кеше өсөн бер секундҡа ғына ишекте тотоп торһағыҙ, ул мотлаҡ һеҙҙең иплелегеҙҙе баһалар. Ваҡытығыҙ булғанда шкафтарығыҙҙағы әйберҙәрегеҙҙе барлап, үҙегеҙгә кәрәкмәгән бер ҡосаҡ кейем-һалымды бәләгә тарығандарға илтһәгеҙ, сауап алырһығыҙ. Улар кемделер йылытыр, кемделер һөйөндөрөр... Ҡан биреү станцияһына барып, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара, ирекмәнлек менән шөғөлләнеп, кемгәлер ҙур файҙа килтерә алаһығыҙ. Изге эштәрҙең осо-ҡырыйы юҡ!
Фото:pikabu.ru