Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2022, 08:10

Миҙгел йәме – ҡымыҙҙа

Баймаҡ районы йылҡысылыҡ буйынса республикала алдынғы.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ҡымыҙ үҙенең шифаһы – бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе, һыуһынды ҡан­ды­рыуы менән ата-бабала­рыбыҙҙың яратҡан эсемлегенә әүерелгән. Иң хөрмәтле ҡунаҡ­тарҙы ҡымыҙ менән ҡаршылар булғандар.

Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур һорау менән файҙалана. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшә­гәндәр ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнә. Баймаҡ районында йылҡысылыҡ тарма­ғы йылдам үҫешә, башҡорт то­ҡом­ло аттар аҫрала, шәхси ху­жалыҡтарҙа мал һаны йылдам арта бара.

Йылҡысылыҡ тармағында үҙ эшен асып, байтаҡ йылдар ҡы­мыҙ етештереү менән шөғөл­ләнгән фермерҙарҙың береһе Марат Хисмәтуллиндың батыр­ҙар эсемлеген район халҡы ғына түгел, ситтә йәшәгәндәр ҙә яҡшы белә. “Иң тәмле, сифатлы ҡымыҙ Хисмәтуллиндыҡы!” тигән данлы фекер ҙә таралған был тараф­тарҙа. Тимәк, эшҡыуар ҡымыҙ етештереүҙәге бар талаптарҙы теүәл үтәй.

Марат Мирза улының ҡымыҙ йәйләүе тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан. Быйылғы үләндең ҡуйы һәм һутлы булыуы йылҡы­лар өсөн бигерәк тә ҡулай. Улар рәхәтләнеп көтөүлектә йөрөй, ҡолондары ла көр, һөттәре лә мул. Эшҡыуарҙың тырышлығы менән йәйләүҙә эшселәр өсөн махсус йорттар төҙөлгән, ялан кәртә, бейә һауыу өсөн махсус урын да булдырылған. Хатта эргәлә генә быуа эшләнгән.

– Туғыҙ йылға яҡын ҡымыҙ­сылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ, – ти крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Марат Хисмәтуллин. – Әле 50-гә яҡын һауын бейәһе бар, күбеһе башҡорт тоҡомло аттар. Көнөнә дүрт тапҡыр һауа­быҙ, яҡынса 100-120 литр ҡымыҙ етештерәбеҙ. Баймаҡ ҡалаһында үҙебеҙҙең һатыу нөктәләре бар, шулай уҡ шифалы эсемлек заказ буйынса Өфө һәм башҡа ҡа­лаларға ла оҙатыла.

Әйткәндәй, эшҡыуар ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Гүзәл Биксуринанан да уңған. Ул тәүге көндәрҙән үк эшләй, үҙе бейәләрҙе ҡулдан һауа һәм ҡымыҙ ҙа бешә.

– Тәүге тапҡыр өйрәткән бейәләр менән аҙыраҡ ҡыйынға тура килә, ә өйрәнгәндәре үҙҙәре үк килеп инә, һауғанда ла тик тора. Бер эштең дә еңеле юҡ, өйрәндем, йыл һайын рәхәтлә­неп йәйләп алам, ҡош-ҡорт алып үҫтереп тә өлгөрәм, аҡса ла эшләйем, ҡымыҙ эсеп дауаланып, һаулығымды нығытам, – тип йылмая Гүзәл апай.

Күрше Монасип ауылынан ул. Ҡымыҙҙы имән көбөлә ерек аға­сы менән ыҫлап, яңы һөттө шунда ҡойоп, аҙаҡ ҡур һалып бешә­ләр. “Элекке традицияларға хыянат итмәй бешәбеҙ, бешкән һа­йын ул тәмләнә бара. Шуға күрә һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт”, – ти ул.

Ҡымыҙ етештереү – миҙгелле кәсеп, шуға күрә эшҡыуар йыл­ҡы­һын итләтә һатыу менән дә булыша. Шулай уҡ малсылыҡ, үҫем­лекселек менән дә шөғөл­ләнә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Баймаҡ районы йылҡысылыҡ һәм телде йоторлоҡ ҡымыҙ бешеү буйынса дан тота, йылҡы һаны һәм ҡымыҙ етештереү күләме буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. “Баймаҡ – уникаль башҡорт тоҡомло аттарҙың генофондын ойоштороусы, уларҙың һаны 10 мең баштан ашыуыраҡ”, – тине ул район һабантуйында.

Шифаһы ҙур

 

Ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәре ғәйәт күп. Мәҫәлән, ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары систе­маһында сирҙәр күҙәтелгәндә алмаш­тырғыһыҙ дауа.

Ҡымыҙҙа организмды нығытыу өсөн кәрәкле булған С витаминының күп булыуы һәм был яҡтан уның әфлисун, лимон кеүек емештәргә тиң булған­лығын бил­дәләргә кәрәк. Хәлһеҙләнгән орга­низм­ға көс керетеүҙә яҡшы. Ҡымыҙ менән дауаланғанда тотош организм нығый, мускулдарҙың көсө арта. Уның ҡан составына ыңғай тәьҫир итеүе, организмда матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуы, ауырыу кешеләрҙең нервы системаһын сыныҡтырыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.

Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙ­ҙың иммунитетты нығытыуын, ирлек ҡеүәтен көсәйтеүен дә иҫбатланы, был иһә уның “тере эсемлек” булыуына бәйле. Биоактив матдәләргә, В, РВ, С, А, Е төркөмө витаминдарына бай.

-  Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ районы

Читайте нас: