Был хәлде Зөлфиә исемле ҡатын һөйләгәйне. Ысынлап та, мәсьәлә ябай түгел. Ни тиһәң дә, йәш ғаиләнең тарҡалыуы ихтимал. Кем ниндәй кәңәш бирер?
“Ирем мине яратмай шикелле… Туҡтауһыҙ тикшерә, ни ашаһам да, дөрөҫ туҡланмайһың, тип бәйләнә. Йәйге эҫелә туңдырма ашау ҙа михнәткә әйләнде. “Ашама, унда бит май күп”, – тип тыя. Дөрөҫ, буйым бик бейек булмаһа ла, ауырлығым 70 килонан артыҡ шул, әммә йыуан тип иҫәпләнмәйемдер, тим.
Үҙем бешеренергә яратам, йыш ҡына бәлеш әҙерләйем, ҡоймаҡ ҡоям. Бешергәс ни, ашағы ла килә. Уның үҙенә рәхәт: ҡаҡса, ашағаны бер ҙә генә йоҡмай…
Һигеҙ йыл бергә йәшәйбеҙ. Тәүҙәрәк бәйләнсеклеген нисек тә ҡабул итә инем. Үҙемде үҙгәртергә тырышып ҡараған саҡтарым булманы түгел, булды. Тик төрлө диета минеке түгел икәнен аңланым, кәйефемә, һаулығыма ла зыян килә башлағас, ташланым ул ғәмәлде. Ирем генә дүнмәй, үҙенекен һөйләүен дауам итә. Туҡтауһыҙ тикшереп тороуынан ялҡып, был мине яратмай, ахыры, тип уйлана башланым. Үҙемде йәмһеҙ бер ҡатын тип тоям хәҙер…
Ысынлап яратһаң, яныңдағы ғәзиз кешеңдең камил булмаған яҡтары күренергә лә тейеш түгелдер, минеңсә. Иң мөһиме – яҡыныңдың хистәре, күңеле таҙа, ихлас булһындыр, тим… Ошоно иремә нисек аңлатырға? Артабан былай дауам итһә, ғаиләнең тарҡалыуы ла бар бит”.
- М. БАТЫРОВА