Мәскәүҙә, «Коломенское» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә, һабантуй байрамы уҙҙы.
Башҡортостан делегацияһын Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова етәкләне. Республика делегацияһы составында - Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, республиканың РФ Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев, Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хакимиәт башлыҡтары, Башҡортостандың сәнғәт оҫталары, шулай уҡ башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары.
Әгәр элек һабантуй яҙ көнөндә билдәләнгән һәм сәсеү эштәренең тамамланыуына арналған халыҡ сараһы ғына булһа, бөгөн ул ысын мәғәнәһендә милләт-ара аралашыу, берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм халыҡтарҙың үҙ-ара аңлашыу байрамы.
Быны тулы мәғәнәһендә Мәскәүҙәге һабантуй иҫбатлай.
Мәскәү халҡының һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан байрамы Башҡортостандан алыҫта йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы «Коломенское» музей-ҡурсаулығында йыйҙы.
Байрам бер нисә йыл рәттән музей-ҡурсаулыҡ биләмәһендә уҙғарылып килә һәм иртәнән үк кешеләр менән тулылана башланы. Был һабан, ауыл эшсәндәрен тәбрикләү байрамы халыҡтар араһындағы ысын дуҫлыҡ тантанаһына әүерелде, шул уҡ ваҡытта үҙенең боронғо милли колоритын юғалтманы. Һабантуй изгелек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ идеалдарын үҙ эсенә алған. Һабантуйҙы Мәскәүҙә үткәреү йолаһы йылдан йыл нығына бара һәм ата-бабаларыбыҙ донъяһының матурлығын, башҡорт халҡының рухи байлығын, эшһөйәрлеген иҫбатлай. Һабан байрамы Мәскәүҙә ойошторолған иң сағыу һәм яратҡан милли байрамдарҙың береһенә әүерелде.
- Һуңғы ике йылда Мәскәүҙә Һабантуй үткәрелмәне. Был байрам беҙгә бик етмәне. Шул тиклем һағындыҡ үҙебеҙҙең тыуған төйәкте. Тирмәлә сәк-сәктән ауыҙ иттек, хәҙер инде башҡорт халыҡ ярыштарында үҙ көсөбеҙҙе һынап ҡарарға теләйбеҙ. Тыуған илебеҙҙән ситтә йәшәгәндәр өсөн матур байрам ойошторҙоҡ. Шул тиклем саралар күп. Беҙ тыуған илебеҙ - Башҡортостаныбыҙҙы гел иҫебеҙҙә тотабыҙ һәм яратабыҙ. Республика делегацияһына байрамыбыҙҙың мөхитен тыуҙырғандары өсөн рәхмәт, - тип бүлеште Салауат ҡалаһынан Рәйсә Митина һәм Нина Саттарова.
- Мине башҡорт халыҡ уйын ҡоралы - ҡурай ҡыҙыҡһындырҙы. Беҙҙә лә был үҫемлек бар, унан нисек ҡорал яһау һәм уйнау ысулы тураһында белергә теләйем. Бында мине башҡорт милли ҡоралында уйнарға өйрәтерҙәр тигән ышаныста ҡалам. Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрки халҡы вәкилдәре, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән еңел аңлайбыҙ, - тине Ҡырғыҙстан ҡунағы Закир Бабаев.
- Тормош иптәшем Башҡортостанда тыуып үҫкән, мин Татарстандан, әммә 20 йылдан ашыу Мәскәүҙә йәшәйбеҙ. Икебеҙ ҙә "Салауат Юлаев" хоккей клубының көйәрмәндәре. Ошо иҫ киткес байрамда йәнә башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булды. Тормош иптәшем Светлана Туймазы районынан, һәм беҙ тамырҙарыбыҙҙы яҡшы беләбеҙ. Башҡортостан ихатаһында ысын башҡорт балын тәмләп ҡарарға һәм һатып алырға, ҡымыҙҙан ауыҙ итергә мөмкин. Оҙаҡламай балаларыбыҙ ҙа киләсәк - кискә тиклем бында буласаҡбыҙ, - тип билдәләне Мәскәүҙә йәшәүсе Марат һәм Светлана Мөлөковтар.
Мәскәү өлкәһе башҡорттары өсөн баш ҡалала үткәрелгән һабантуй күптән көтөлгән ҙур ваҡиға. Улар башҡорт халҡының мәҙәниәте, йолалары, милли йыр-бейеүҙәренең сағыулығы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан таныша ала. Һабантуй программаһында - башҡорт артистарының сығышы, милли уйындар, «Бәйге» спорт ярыштары, конкурстар, бүләктәр уйнатыу һәм йәштәр дискотекаһы.
Бында Башҡортостандың рәсми брендтары һәм оҫталыҡ дәрестәре - кейеҙ баҫыу, башҡорт балаҫын әҙерләү тәҡдим ителгән. Майҙансыҡ биләмәһендә Башҡортостандың халыҡ художество кәсептәре әйберҙәре йәрминкәһе: башҡорт милли кейеме элементтары, сувенирҙар, бал, ҡуйыртылған һөт, сәй һатыу күргәҙмәһе ойошторолған. Шулай уҡ этно-ауылда интерактив майҙансыҡтар: солоҡсолоҡ, тимерселек, башҡорт биҙәүестәрен әҙерләү эшләй - быларҙың барыһы менән дә һабантуй ҡунаҡтары яҡындан таныша ала.
Этник тирмәләр биләмәһен арт-объекттар биҙәй: айыуҙар, һыуһар, метрлы ҡырмыҫҡалар композицияһы, тирмән, арбалы ат.
Шулай уҡ байрам ҡунаҡтары «Сүлмәк ватыу», «Тоҡ кейеп йүгереү», «Көйәнтә һәм биҙрә менән йүгереү», «Йомортҡа менән йүгереү» кеүек милли уйындарҙа ҡатнаша ала.
Байрам биләмәһендә ике сәхнә урынлаштырылған, унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм сәнғәт оҫталары сығыш яһай. Иң сағыу йырҙар һәм бейеүҙәр бөгөн Мәскәү һабантуйы ҡунаҡтары өсөн тәҡдим ителде.
Миләүшә Байсурина Башҡортостандың Хәйбулла районында тыуып үҫкән һәм бына 11 йыл инде Мәскәүҙә йәшәй. Ул был байрамды түҙемһеҙләнеп көтөүе хаҡында һөйләне:
- Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттар өсөн Һабантуй бик мөһим, беҙ уны көтәбеҙ, был беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға, осрашабыҙ, аралашабыҙ, ҡыуанабыҙ, пландар ҡорабыҙ. Башҡа милләт вәкилдәре Башҡортостандың мәҙәниәте, йолаларыбыҙ, милли аш-һыуҙарыбыҙ менән танышырға килә. Тыуған республикабыҙға ошондай иҫ киткес байрам өсөн рәхмәт».
Тәүге тапҡыр Мәскәүҙә һабантуй 1996 йылда уҙған. Күп йылдар эсендә уның күләме һәм популярлығы һиҙелерлек артты. Был байрам Рәсәйҙең баш ҡалаһында иң күләмлеләрҙән һанала, унда тиҫтәләрсә мең кеше ҡатнаша, улар араһында төрлө милләт һәм дин вәкилдәре бар. Мәскәүҙәге һабантуй күптән интернациональ сараға әйләнгән һәм Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә йәшәгән халыҡтар араһындағы милләт-ара татыулыҡты һәм тыныслыҡты нығытыуға булышлыҡ итә.
Фотолар рәсми сығанаҡтан