Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 20:40

Һигеҙ ҙә, һимеҙ ҙә

Булат Тимерғәлиев фотоһы.
Фото:Булат Тимерғәлиев фотоһы.

Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Ә бына һигеҙ һимеҙ һыйыр аҫраусыһына ла тәл итте яҙмыш.

Аҫҡар-Исламбай яҡтарына юл төшкәндә күҙәтә йөрөйбөҙ: төш мәленә тап килдек тә, һәр ҡапҡанан мал һуғара сығыусылар, дөрөҫөрәге, һыуға юлланыусы малдарға осраныҡ. Берәү, икәү, өсәү... етәү, һигеҙ...

Эйе, ауыл кешеһенең эше лә, ашы ла игеҙ: шөкөр, кеше ергә, малға йәбешеп ята, донъя көтөүҙән төңөлмәй, малының ағын эшкәртә, кәртә-ҡураһын бөтәйтә, киләсәккә өмөт менән баға. Ошо үҙе түгелме ҡыуаныс, бөгөнгө тормош талабы?!

“Бер ҡапҡанан һигеҙ баш һыйыр сыҡты, әйҙә, шуларҙы барып яҙайыҡ”, – тип икенсе урамдарҙы байҡап йөрөгәндә мине ашыҡтырҙы фотограф менән водитель. “Ике ҡанат, бер ҡойроҡ” бит инде беҙ журналист заты – остоҡ!

Бәй, белгән кешеләрем булып сыҡты хужалар. Эҫе йә һыуыҡ тимәй, йәйен-көҙөн Иҫке Собханғол баҙарында үҙенең шәхси хужалығында етештерелгән ризыҡтарҙы һатып торған Исламбай уңғаны Мәрғиә апайҙы кем белмәй?!

Хәләле Тәлғәт Йомағужа улы менән икеһе лә хаҡлы ялда, ун ейән-ейәнсәргә өләсәй-олатай булһалар ҙа, Мәрғиә апайҙы бәйләп тә өйҙә тотоп булмайҙыр, моғайын, үҙе әйтмешләй, “огонь, батарея!” – ике баҫырҙы бер баҫып, юҡтан бар яһап, малының тамсы ағын исраф итмәй, былай ҙа етеш йәшәгән балаларына саҡ ҡына булһа ла ярҙам булһын, ғаилә бюджетыбыҙ ишәйһен, тип йөрөгән кеше бит ул!

“Тиҙҙән, Алла бирһә, баҙарға йөрөй башлайым инде. Әле һигеҙ һыйырҙың етеһе быҙауланы. Быҙауҙарҙы аҙыраҡ утыҡтырып алыу шарт. Үгеҙ-мүгеҙҙе тапшырып бөттөк. Көҙҙән 100 тоҡ фураж алып ҡуйҙыҡ. 11 баш кәзәм бар – ҡымыҙын да бешәм, дебетен эшкәртеп ойоҡ-бейәләйен дә бәйләп һатам. Ҡыш буйы диванда бәйләм менән булышып ултырам – ошо эшкә кәлеп булғанмын да ҡуйғанмын.

Майҙың килоһын 550-шәр һумдан һаттым. Ҡайһы берәүҙәр минән генә 20-шәр кило май алды. Майың тәмле, тип торалар – миңә ошо үҙе ҙур баһа инде. Йәй буйы бер 200 мең һум тирәһе өҫтәмә аҡса эшләйемдер. Хәҙер бит яғыулыҡ-май ҡиммәт, техникаға запас өлөш кәрәк – донъя көткәндә сығым күп.

Былтырҙан һыйырҙарымды һауын аппараты менән һауам. Көндәлек шул аппараттың ике бидоны тула һөт менән, ике сепаратта һөт айыртам. Һыйырҙың ағын эшкәртәм, ҡорот-майын, эремсеген дә һатам. Бәләкәс өй һауыт-һаба менән тулы, эшемде төнгө икеләргә саҡ тамамлап, барын йыуып-йышып инеп ятам. Беҙ, Ҡыуандыҡовтар, йоҡоһоҙ зат. Шуға эш менән булып тик йөрөлә. Һыйыр малынан тыш, ике баш йылҡыбыҙ бар. Йыл да 20-30-ар ҡаҙ, күркә алып көтәм. Бесән сабырға ике мотоблок бар, малайҙар эшләй бесәнде. Уларҙың техникаһы ла етәһе. Ике баҡсаны тултырып картуф сәсәбеҙ, йәшелсә, емеш-еләк тә”, – ти Мәрғиә апай.

Ғәлиуллиндарҙың дөйөм япмалы һарайы үҙе боронғо колхоз фермаһылай: һәр баш малға – айырым бүлмә, һарайҙа таҙалыҡ күҙгә ташлана.

22 йыл колхозда быҙауҙар ҡараған Мәрғиә Мәхийән ҡыҙы менән 30 йыл механизатор булып эшләгән Тәлғәт Йомағужа улының тормошо эшкә көйләнгән – икеһе лә эшһеҙ ултырып сыҙамай торған заттан. Уңғанбикәнең баҡсаһында помидор-боростары шаулап үҫеп тә ултыра, өй тулы сәскә. Үҙ ҡулдары менән бәйләп, диван-креслоларына түшәгән аллы-гөллө япмалары, түшәк-ҡаралтыһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел!

Уңған кеше бар яҡтан да уңа шул – ошо бөтмөрлөктәренән, ошоға бәйле бөтөнлөктәренән айырмаһын Исламбайҙың егәрле Ғәлиуллиндарын!

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Бөрйән районы.

Читайте нас: