Кем ул ағинәй?
Социаль селтәрҙә яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың ағинәйҙәр, ағинәйлек тураһындағы яҙмаһы ярай уҡ ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Танышыу өсөн төркөмдәштәр иғтибарына уның шәхси фекерен тулыһынса тәҡдим итәбеҙ.
“Күптән тыуған фекеремде яҙып ҡуйырға булдым әле. Һуңғы йылдары ҡайҙа ниндәй сараға барма – ағинәйҙәр. Улар ҡунаҡ ҡаршылай, концерт ҡуя, һыйлай, бүләктәр тапшыра һәм башҡалар. Әртис тә, ашнаҡсы ла, тегенсе лә, музейҙар ойошторусы ла, күргәҙмәләр яһаусы ла, йөҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусы ла. Район һәм ҡала етәкселеге өсөн әрһеҙләп тотона торған бер һапһыҙ ҡара балта улар, аңлауымса. Ә бит ағинәй, асылда, ҡунаҡ килгәндә алға сығарып йырлата, өҫтәл тирәһендә йүгертә торған әбей йә ҡатын түгел. Ағинәйҙе ауылдарҙа халыҡ үҙе баһалап өҫкә сығарған, ул инәй ҙур авторитет менән ҡулланған һәм йәмғиәт алдында дәрәжә тота, сетерекле мәсьәләләрҙә баһалы һүҙ әйтә алған хөрмәтле ханым булған. Ирҙең тоғро ҡатыны булыу йәки ун биш бала табып үҫтереү, атҡаҙанған уҡытыусы йә алдынғы һауынсы булыу һәм матур йырлау йә сәсәниә булыу ғына Ағинәй статусына барып етеү тигәнде аңлатмай әле. Әлбиттә, бөтөн был алда һаналғандар ҙа ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл күрһәткестәре, әммә ағинәй булыр ҡатындар һирәк тыуған һәм уларҙа аҡыл, рухи көс, ниндәйҙер юғары аң менән бәйле сифаттарҙың бергә тупланышы сағылған һәм быны халыҡтың да күреп, уға тартылыуы, кәңәшкә килеүе, ярҙам һорауы был ҡатындың дәрәжәһен булдырған.
Нимә әйтергә теләйем? Ағинәй һынлы ағинәй исемен күтәргән инәйҙәрҙе әртис итеп әрһеҙләп алып йөрөтмәҫкә, ҡайҙалыр ҡунаҡ ҡаршыларға тип икмәк тоттороп сығарып теҙеп ҡуймаҫҡа ине, тип. Ваҡламаҫҡа уларҙы, әрһеҙләмәҫкә. Милли кейем, аш-һыу һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, эскелекте бөтөрөү өсөн йән атып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, инәйҙәребеҙ икән – һанлай беләйек. Баһалайыҡ, ҡатын-ҡыҙ итеп хөрмәт итәйек. Кемдәрҙеңдер шәхси амбициялары өсөн генә хеҙмәт иттермәйек, уйынсыҡ яһамайыҡ уларҙан. Юғиһә, район йә ауылдарҙың һәр ваҡ сараһында ҡояш йә ямғыр аҫтында шул инәйҙәр теҙелешеп тора. Йәки, концерт ҡарарға теләгән тамашасы бит, моғайын, сәхнәлә йәш, матур йырсыны күрергә теләй. Ә беҙҙә ҡайҙа ҡарама сикәләрен ҡыҙылға буяған, йәмшәйгән-кәүшәйгән әбейҙәр йырлап-бейеп аптырата. Сама белергә ваҡыт. Был ағинәй функцияһы түгел. Түгел!” – тип яҙҙы ул.
Әлбиттә, был яҙмаға ҡарата фекер белдереүселәр, уны яҡлаусылар ҙа, ҡабул итмәүселәр ҙә күп булды. Бәхәстәр әле лә тынмай. Яҙма авторы был осраҡта “Ағинәй” төшөнсәһенең төп асылына баҫым яһап, уның абруйлы, дәрәжәле, иң сетерекле мәлдәрҙе яйлай белгән, йор аҡыллы, йәғни ил инәһе дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙ булыуына баҫым яһай. Һәм был фекерҙе яҡлаусылар күп кенә, әммә улар араһында ла, сиктән сиккә ташланыусылар, мәҫәлән, хатта милли кейем кейеүҙе тәнҡитләүселәр бар. Яҙмаға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ағинәй хәрәкәтендә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ауылдар тормошона йән өрөргә, милли йолаларға тоғролоҡ һаҡлауын һәм башҡа бихисап эштәрен айырып билдәләй.
Был бәхәсле хәлгә Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева ла аңлатма биреп үтте.
“...Ошо йәмәғәт ойошмаһын ойошторғанда мин башҡаларҙы, башҡа йәмәғәт ойошмаларын ҡабатламаҫҡа тырыштым. Битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың борсолоуҙарын зар һүҙенә, әрләшкә әйләндермәҫкә, ә “Ҡараңғылыҡты әрләп ултырғансы, бәләкәй булһа ла үҙ шәмеңде тоҡандыр” тигән аҡылға буйһондорорға саҡырҙым. Бына шулай башланды беҙҙең асылыбыҙға яуап бирерҙәй, танһыҡлап торған ғәмәлдәребеҙ – милли кейем, биҙәүестәрҙе, милли кәсеп, йолаларҙы ҡайтарыу, тәрбиә мәктәбен тергеҙеү. Ошо эштәрҙә үҙе өсөн, милләт өсөн ниндәй зыян күрә икән ҡайһы берәүҙәр? Кемдер хатта милли кейемдәргә нәфрәт яуҙыра ана...
... Миләүшә үҙенең шәхси фекерен изге ниәт менән тәҡдим иткәйне: ысынлап та, бөгөн бик күп бурыс йөкмәтелде “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, ағинәйҙәр иңенә. Шишмәләрҙе тергеҙһендәрме, экологик өмәләр ойошторһондармы, балаларҙың рухи донъяһын байытыуҙы хәстәрләһендәрме... Ә бит уларҙың күбеһе өлкән йәштәге, хаҡлы ялға сыҡҡан әсәйҙәр, өләсәйҙәр. Әммә улар икенсе заман кешеләре, улар совет мәктәбе һабаҡтарын алған яуаплы, белемле, уйлы ҡатын-ҡыҙҙар. Улар кемдер әйткәнде көтмәй, үҙ выждандары ҡушҡанса, бер ниндәй түләү талап итмәй эш атҡарыусылар. Улар үҙҙәре йәшәгән төбәк, ауыл, халыҡ яҙмышына битараф була алмаған илһөйәрҙәр. “Ҡуй, улай сабыулап йөрөмәгеҙ, түр башында ултырығыҙ!” тип әйтеп ҡара уларға! Бына шундай күркәм фиғел-ғәмәлдәре менән өлгө лә инде улар беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙға, килендәребеҙгә, йәш быуынға”, - тип яҙҙы ул.
Яҙмаларҙы уҡыусылар араһында ағинәйҙәр хәрәкәтенә яңы атама биреү, мәҫәлән, уларҙы “Өләсәйҙәр мәктәбе” йәки башҡа төрлө исем менән атау тураһында ла фекерҙәр булды. Ә һеҙ был хаҡта ниндәй фекерҙә? Кем ул ағинәй?
Сығанаҡ: vk.com/milyasha_kagarmanova һәм
vk.com/id385821744