1998 йылда эскелектән ҡотолдом, ошо хаҡта күп яҙҙым, ике тапҡыр китабым да сыҡты. Ҙур резонанс тыуҙырҙы был һабаҡтар. Минең арттан эйәреп насар йоғонтонан ваз кисеүселәр ҙә, берҙәй үк әрләүселәр ҙә булды. Әле булһа ул яҙмаларҙың йоғонтоһо хаҡында яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торам. Һабаҡтарымды рус теленә тәржемә итеүемде лә һорайҙар. Бер һүҙ менән, кем берәү әйтмешләй, эскелек буйынса мәсьәлә “академигына” әүерелдем.
Ә бына тағы ла биш йылдан һуң, йәғни 2003 йылдың 23 сентябренән башлап нисек итеп тәмәкенән ҡотолоуым хаҡында, “Мөһөрлө ант”тан башҡа, ошоғаса ентекләп яҙғаным юҡ ине әле. Шуға күрә нисек тарта башлауымдан алып ташлағанға тиклемге күҙәтеүҙәремде, кисерештәремде бәйән итмәксемен. Бәлки, кемгәлер уларҙың файҙаһы ла тейеп ҡуйыр.
Кем кемде ашай?
Студент саҡта егеттәргә эйәреп тәмәке тартырға өйрәндем. Тәүҙә эскә алмайынса ғына һурып, шаярып ҡына башланым да, аҙаҡ тәмәке-“сабакы” ихтыярымды ауыҙлыҡлап алды, шунан оҙаҡ ваҡытҡа ысҡындырманы. Бүлмәләш егет менән был насар ғәҙәткә ылыҡтыҡ. Тәмәке төтөнөн ауыҙым тулғансы һурам да уны тышҡа сығармай ғына: “Әсәйем миңә тәмәке тартмаҫҡа ҡуша, тартһаң, әрләй”, – тип әйтәм. Ә тәмәке мине нимәһе менән үҙенә тартты һуң? Нисектер никотиндың башты әйләндергес тәьҫире ижад итергә, шиғыр, хикәйә яҙырға ярҙам иткән дә һымаҡ булып тойолдо. Башҡа, бер ваҡытта ла булмағанса, шундай шәп уйҙар ҙа килеп ҡуя. Бигерәк тә кистәрен уйлана-уйлана Өфө урамдарын ҡыҙырғанда тәмәке төтөнөнә эйәреп фекерҙәрем дә йомро-йомро йомғаҡҡа урала башлағандай. Үҙеңде кәмендә Пушкин, Рәми кеүек тояһың!
Ҡыҫҡаһы, 1985 йылда институт тамамлағанда көнөнә бер ҡапты бушатҡан профессиональ “тәмәжник”кә әйләнеп өлгөргәйнем инде. 1986 – 1988 йылдарҙа әрмелә хеҙмәт иткәндә тәмәкене тартманым, ә “ашаным” ғына. Бик күптәр фәҡәт әрмелә тартырға өйрәнә. Ротабыҙҙа бер белорус егете генә тартманы. Владимир Кривко ине ул, миңә һәр ваҡыт тәмәкенең зыянын һөйләп аңлатырға итте, тик минең бер ҡолаҡтан инде лә икенсеһенән – “выжт!”
Һуңыраҡ ҡына аңлай башланым: мин тәмәкене ашаным тиһәм дә, ул мине “ашаған” булып сыҡты. Был йәһәттән интернетта бер хәтәр фекер уҡығайным. Ҡоштарҙың бер төрө тик ҡырмыҫҡалар менән генә туҡлана ла, ҡош үлгәс, ҡырмыҫҡалар уның үҙен ашай башлай. Ә инде кеше менән тәмәкегә килгәндә, был процесс бер юлы бара: икеһе лә бер-береһен бер үк ваҡытта “ашай”.
Ашай, тигәндән, тәмәке тартыуҙан ҡотола алмаусыларға шундай ысул тәҡдим итәм. Мин тартыуымды ташлағас ҡына был хаҡта белдем, әгәр ҙә ташлай алмаған булһам, мотлаҡ уны ла ҡулланыр инем. Ысул шунан ғибәрәт: йоҡлар алдынан ике бөртөк тәмәкенең үләнен, ҡағыҙынан айырып алып, сәйнәй-сәйнәй йотоғоҙ. Иртәнсәк уяныуығыҙға эсегеҙҙә үлгән бесәй ятҡанын тойорһоғоҙ. Уҡшырһығыҙ, үпкәгеҙҙе ҡоҫорҙай булырһығыҙ, күҙегеҙҙән йәштәр атылып килеп сығыр. Был саҡта тәмәке тартыу түгел, уға әйләнеп ҡарауы ла ерәнеү тойғоһо уятыр. Эскелектән арындырыр өсөн наркологтар ҙа ошо “ерәндереү” алымын ҡуллана. Хәйер, бындай ысулды халыҡта “шынаны шына менән һуғып сығаралар” тиҙәр.
Мине тәмәке тартырға өйрәткән егет үҙе һынап ҡараған арыныуҙың бер юлы хаҡында һөйләгәйне. Төрлө ысулдарҙы һынап ҡарап, “сабакы”нан ҡотола алмағас, ул өр-яңы ҡап сигарет алып, унан бер генә бөртөгөн алып тартҡан да, ҡалғандары менән ҡабын, шунда зажигалкаһын ҡушып, полиэтилен япмаға ураған да, төндә зыярат янына алып барып, ҡәберҙәр эргәһенә һалып киткән. Бер юлы үҙен шулай көйләгән: әгәр ҙә тарта башлайым тиһәм, мотлаҡ шул урындан тәмәкене барып алып тартырға тейешмен. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: тәҡәтһеҙ тартҡыһы килгән берәү төндә зыяратҡа китеп бара...
Тәмәкеме, араҡымы?
Эсеүме, тартыумы? Ә уларҙың ҡайһыһын ташлауы еңелерәк икән һуң? Кеше аҙналар, айҙар буйы эсмәй йөрөй ала, ә тәмәке тартмайынса нисә сәғәт түҙергә була? Бында тик бер төрлө генә аңлатма булыуы мөмкин түгелдер? Ни өсөн тигәндә, тәмәкеһеҙ тыйылып күпме түҙһәң, нервыларың да шул тиклем ҡаҡшай. Ҡайһы ваҡыт оҙағыраҡ тартмай йөрөһәң, бер-бер артлы ике тәмәке тартһаң да үс ҡанмай. Тимәк, фәҡәт ихтыяр көсө ярҙамында ғына бынан ҡотолорға тырышыуҙың файҙаһынан зыяны күберәк. Бында ихтыяр көсөң, киреһенсә, һине тәмәкегә нығыраҡ бәйләй генә. Улайһа, нисек ташларға һуң?
Кемдер: “Һин тәмәке тартҡансы, араҡы эс, тәмәке үпкәнең яман шешенә алып килә, ә араҡы ашҡаҙаныңды, ҡаныңды таҙарта ғына”, – тип кәңәш бирә. Ҡайһы берәү сигарет тартыуҙан оҙайлы ваҡытҡа тыйылып йөрөй ҙә, араҡы эскәндән һуң, тәүбәһен онотоп, тағы ла тәмәкеһен тоҡандыра. Ә инде тағы ла “аҡыллыраҡтар” эсеүенән ҡотола ла ҡоһорон тәмәкегә төшөрә, йәғни элекке бер ҡап урынына көнөнә ике ҡапты бушата башлай.
Икеһен дә бер-бер артлы ташлаған кеше булараҡ, тәмәкенән ҡотолоуҙың ауырлығын яҡшы беләм. Әйтер инем, йөҙ тапҡырға ауырыраҡ. Шулай булмаһа, эсеүҙе ташлағандан һуң тағы ла биш йыл буйы тарта алмаҫ инем. Бында мин бер нисә сәбәпте килтереп үтер инем:
Мин тәмәке тартыуҙы, араҡы эсеүҙе (шулай уҡ наркотик ҡулланыуҙы) кешелек өсөн оло фажиғә һаналған суицидҡа тиңләр инем. Әлбиттә, былай әйтеүемә күптәр ҡаршы ла килер. Әммә был фекеремде түбәндәгесә дәлилләйем: эсеү менән тартыу – шул уҡ суицид, айырма шунда ғына: суицид осрағында кеше шунда уҡ, ә араҡы, тәмәке ярҙамында яйлап, ыҙаланып, оҙайлы яфалар кисереп, ҡот осҡос сирҙәргә дусар булып, донъялыҡ менән хушлаша. Ике осраҡта ла әҙәм балаһы Хоҙай биргән ғүмер мөҙҙәтен кисермәйенсә үлгәс, бында бер үк төшөнсә хаҡында һүҙ барыуын аңлауы ауыр түгел.
Мөһөрлө ант
Тәмәкенән ҡотолоу өсөн мин дә нимәләр генә эшләп ҡараманым. Хатта дуҫым менән Башҡорт дәүләт университетының бокс секцияһына ла йөрөнөк. Унда барып еп өҙөрлөк тә хәл ҡалмайынса, арып-арманһыҙ булып, сарсап, асығып-талсығып ятаҡҡа ҡайтабыҙ. Ә егеттәребеҙ рәхәтләнеп һалҡын һыра һемерә, тәмәке көйрәтә. Беҙҙән көләләр, етмәһә. Тәүге мәлдә уларҙың арбауына ҡаршы тора алһаҡ та, һуңынан ваҡиғалар, беҙҙең ихтыярға буйһонмайынса, үҙ ағышы менән китте...
Хәҙер инде, ниһайәт, үҙемдең нисек итеп тәмәке-“сабакы”нан ҡотолоуым тураһында яҙам. 2003 йылдың 23 сентябрендә тыуған ауылымдың өлкән йәштәге кешеләре йомошо буйынса Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратына барҙым. Ауылыбыҙ мәсетен теркәтеү мәсьәләһе тора ине. Йомошом оҙаҡҡа һуҙылырын күҙ уңында тотоп, назаратҡа инер алдынан бер-бер артлы өс тәмәкене үпкә йөҙгәнсе, баш сатнағансы тарттым. Йәнәһе, күберәк тартһаң, “һыуһын ҡана”, оҙаҡҡараҡҡа сыҙап була инде.
Нурмөхәммәт хәҙрәт мине, һәр ваҡыттағыса, ихлас йылмайып, әйҙүкләп ҡаршыланы. Әммә күрешкәндән һуң шунда уҡ йөҙө сирылды. Яҡын килгәнемдә теге “сабакы”ның еҫен һиҙҙе, әлбиттә. Йомошомдо тиҙ генә үтәне лә, назаратта хеҙмәт иткән өс кешене саҡырып индереп, тиҙ генә ҡағыҙға ғәрәп телендә ниҙер яҙҙы. Артабан уларҙың шаһитлығында мине ҡиблаға ҡаратып баҫтырып ҡуйып, башыма түбәтәй кейҙереп, үҙе артынан ошо һүҙҙәрҙе ҡабатларға ҡушты: “Мин Ғүмәр улы Әхмәр Аллаһ Тәғәлә алдында тәмәкене...” Ошо ергә еткәс минән “нишләргә?” тип һораны. Мин “ташларға” тинем инде, башҡа нимә әйтәһең, шунан ул тағы ла: “Ташларға нимә эшләйһең?” – тип һораны. “Ант итәм”, – тинем инде.
Барыбыҙ ҙа ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыҡ, тик шул саҡта ғына хәҙрәттең ни өсөн йөҙө сирылғанын һәм үҙемә ниндәй оло яуаплылыҡ алыуымды бар тулылығында аңланым. Хәҙрәт минең был аҙымға әҙерлегем хаҡында һорашып та торманы, үҙенсә эш итте. Ташлауы еңел булмауын аңлағас: “24 октябрь көнө сәғәт 11-ҙә шылтыратасаҡмын, бик тә бик ташлай алмаһаң, тағы ла бер аҙ мөҙҙәт бирермен”, – тип тә иҫкәртте. Назараттан сығып, байтаҡ ара үткәс кенә сираттағы тәмәкемде ауыҙыма ҡаба алдым. Йәнәһе, Нурмөхәмәт хәҙрәт күреп ҡалмаһын. Эй, алйот, хәҙрәттән йәшеренеп булһа ла, Хоҙай күреп тора лабаһа! Теге сүллектә башын ҡомға тығып эт-ҡоштан йәшеренгән дөйәғош һымаҡ...
Ант миңә шул тиклем ныҡ тәьҫир итте, бер ай түгел, ә ике аҙна үтеүгә ташлай алдым. Нисектер үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ауыҙыма тәмәке ҡапһам, үҙемде енәйәт ҡылғандай тоя башланым. 24 октябрҙә хәҙрәт шылтыратып мине ҡотланы: “Атайыңдан һөйөнсө ал, һуңынан Ғүмәр ағайҙан үҙем һорашам”.
Атайыма шылтыраттым. Ул минең тартҡанымды белмәй ине. Шуға күрә иң тәүҙә тартҡаным өсөн әрләне, шунан ташлағаным өсөн маҡтаны. Хәҙер генә килеп тағы ла бер хәҡиҡәтте аңлайым. Хәҙрәт ни өсөн мотлаҡ атайыма был хаҡта әйтергә ҡушты һуң? Тимәк, ул был аҙымымды атайымдың миңә ышанысы, уның ихтыяры менән нығытып ҡуйған. Кире тарта башламаҫ өсөн. Бына бит нисек! Атай алдында оятлы булыуҙың нимә икәнлеген аңлар йәшкә еткәйнем шул. Беҙҙең яҡта, ғөмүмән, атай-әсәй алдында тәмәке тартмайҙар, йәшереп кенә борҡолдаталар. Шуға күрә егерме йылдан ашыу тартһам да, атайым, ысынлап та, минең тартҡанды белмәй ине.
Шулай булды тәмәке-“сабакы”нан ваз кисеүем. Тәмәке тартмағыҙ, егеттәр, ҡурай тартығыҙ!
- Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ