Миңә был донъяла Йәмилә өләсәйемдән дә аҡыллыраҡ, төплөрәк, тура һүҙлерәк кеше юҡтыр төҫлө тойола. Йәшерәк саҡта ҡайһы бер кәңәштәрен ҡабул итеп бөтмәһәм дә, хәҙер үҙем бала тәрбиәләгән әсә, ир ҡатыны, килен дәрәжәләренә эйә булғас, бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарап, өләсәйемдең ни тиклем һиҙгер, зирәк, алдан күрә белгән кеше булыуына һоҡланам.
“Аҡыллы ҡатындың үҙ ҡағиҙәләре булырға тейеш, – ти торғайны хаталанған сағымда. – Бына, ҡыҙым, минең һымаҡ ҡартлыҡҡа аяҡ баҫтың икән, ти. Тыңла, минең кәңәштәрем һинең кеүек тәжрибәһеҙҙәр, таҡыр ерҙә йыш абынғандар өсөн...” Бөгөн уның ҡайһы бер тормош ҡағиҙәләре менән уртаҡлашмаҡсымын.
“Ҡыҙым, бер ҡасан да аҡыл өйрәтмә. Хатта хаҡлы булыуыңды белгән осраҡта ла. Иҫеңә төшөр әле, һин дә үҙ ваҡытыңда кеше әйткәнен ҡолағыңа ла элмәнең, асыуың ғына ҡабарҙы, барыбер үҙеңсә эшләнең”, – ти торғайны.
“Һинән ярҙам һорамайҙар икән, ҡыҫылма. Яҡындарыңды донъялағы бөтә бәләнән, ауырлыҡтарҙан ҡурсаларға маташма, бар кешегә лә ҡояш булып ярап булмай, өҙлөгөрһөң генә. Һин уларҙы бары ысын күңелдән ярат”.
“Зарланма. Бөтә кешене үҙенән биҙҙергән ғауғасыл ҡарсыҡҡа әүерелеүҙән һаҡлан. Бала-сағаңдан рәхмәт һүҙҙәрен көтөп ултырма. Иҫеңдә тот: рәхмәтһеҙ балалар булмай. Бары ул һәм ҡыҙҙарынан изгелек, рәхмәт һүҙҙәре талап иткән иҫәр ата-әсәләр генә бар”.
“Мин һинең кеүек саҡта...”, “Мин һинән күберәк йәшәгәнмен, күберәк беләм”, тип бер ваҡытта ла маҡтанмағыҙ. Йәш күренергә тырышып, ейәндәреңдең “өләсәй” тип әйтеүҙәрен кире ҡағып, исемең менән өндәшеүҙәрен талап итеү торғаны бер йүләрлек инде!”
“Йәшәртә торған процедураларға һуңғы аҡсаңды тотонма, был – мәғәнәһеҙлек. Аҡсаң булһа, ял ит, сәйәхәткә сыҡ, күңелеңде үҫтер. Мөмкинлегеңә ҡарап, зауыҡ менән кейен, күркәм һәм ыҫпай бул. Йәш күренергә тырышыуҙың кире һөҙөмтә биреүе генә ихтимал”.
“Һинең менән бергә тормош иптәшең дә ҡартая. Һырҙар баҫҡан, ҡурсалауға мохтаж, мыжыҡ ирҙе лә һаҡлай белергә кәрәк. Ул да бит ҡасандыр йәш, сибәр, көслө егет булған. Һин – уға бөгөн ысынлап ныҡ кәрәк булған берҙән-бер ышаныслы кеше”.
“Ваҡыт артынан ҡыума, ул барыбер ҡойроғон тоттормаҫ. Яңылыҡтарҙан, технологияларҙан артта ҡалмаҫҡа тырышып, һаулығыңды бөтөрмә. Нимә күңелеңә ята, шуның менән шөғөллән. Үҙеңде бер нимәлә лә ғәйепләмә. Үҙеңдең һәм балаларыңдың тормошо нисек кенә ҡоролһа ла, үкенмә, һин ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшләгәнһең”.
“Тормош беҙҙең йәйғор төҫөндә. Ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар кисерергә тура килгәндә лә бәҫеңде юғалтма, дәрәжәңде төшөрмә. Был кеше өсөн бик мөһим!”
- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА