“Лапша” фактчекинг платформаһы (https://lapsha.media/) бер аҙна эсендә 53 уникаль фейкты асыҡлаған. Дөйөм алғанда, уларҙы кәмендә 340 миллион кеше уҡыған, ғәмәлдә иһә күберәк тә булыуы ихтимал.
Был хәбәрҙәрҙе шартлы рәүештә өс темаға бүлергә мөмкин. Тәүгеһе (40 проценты тиерлек) махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле. Популярлыҡ буйынса икенсе тема – эске сәйәсәт, өсөнсөһө – Рәсәй граждандарының йәшәү кимәле.
Иң күп фейк “Класташтар” (21,7 %) һәм “Бәйләнештә” (21,3 %) селтәрҙәрендә теркәлгән.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ялған хәбәрҙәр заманса мәғлүмәт сараларының айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Улар йәмғиәткә кире йоғонто яһай: ҡотҡо тарата, тәртипһеҙлеккә ҡоторта, ҡулланыусыларҙы алдай, борсолоу һәм билдәһеҙлек тойғоһо тыуҙыра”, – тигән фекерҙә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков.
Болонья системаһынан баш тартыу арҡаһында Рәсәй дипломдарын сит илдә таныуға бәйле проблемалар тураһындағы имеш-мимеш аҙна эсендә киң таралыу алды. Был фейкты 28 миллион тапҡыр ҡарағандар. Мәғариф һәм фән министры был мәғлүмәтте кире ҡаҡты.
Икенсе фейк – Сыуашстандағы ғәрәсәт. Уны 4,5 миллион кеше ҡараған. Ысынында иһә кадрҙа – Америка Ҡушма Штаттарындағы дауыл. Өсөнсө урында – Юрий Шатуновтың үлеменә бәйле табиптарға енәйәт эше асыу тураһындағы хәбәр. Уны 850 мең кеше уҡыған. Артистың концерт директоры һәм Тәфтиш комитеты был имеш-мимеште кире ҡаҡты.
“Йыш ҡына кешеләр, дөрөҫлөктө ялғандан айыра белмәйенсә, фейкты таратырға ярҙам итә”, – ти Дмитрий Черенков. Эксперт ялған яңылыҡты айырыу, интернетта бындай мәғлүмәтте таратыуҙа ҡатнашмауға ҡағылышлы бер нисә кәңәш бирҙе:
Киң мәғлүмәт сараһы булһа, уның тураһында һеҙ әлегә тиклем ишеткәнегеҙ бармы? Ул абруйлымы, мәҡәләләренең исеме әллә ҡайҙан “ҡысҡырып торамы”? Мәҡәләнең шаяртып ҡына яҙылмауын тикшерегеҙ. Автор хаҡында ниндәй мәғлүмәт бар? Авторы ысын кешеме? Ул ышаныслы, абруйлы кешеме? Әгәр мәғлүмәт бүтән баҫмаға һылтанып яҙылһа, уның буйынса үтеп, тәүге сығанаҡты табып, яңылыҡтың дөрөҫлөгөнә инаныу шарт.
Был мәғлүмәтте башҡа абруйлы яңылыҡтар сығанағы, киң мәғлүмәт саралары хәбәр итәме? Мәҡәләлә ышаныслы нигеҙҙәр бармы?
Күп кенә ялған яңылыҡтар хис-тойғо (мәҫәлән, ҡурҡыу, асыу) уятырға тырыша. Үҙ-үҙегеҙгә “Был мәҡәлә ниндәй маҡсат менән яҙылған?” тигән һорау бирегеҙ. Ул билдәле бер ҡараштарға йәки мәсьәләләргә өҫтөнлөк бирәме?
Мәҡәләнең авторы нимәгә һылтана? Тәҡдим ителгән мәғлүмәтте тикшереп буламы? Аноним телеграм-канал, социаль селтәрҙә кемдеңдер яҙмаһы, мессенджерҙа таратылған хәбәр – шикле мәғлүмәт сығанағы. Дөрөҫ яңылыҡтарҙы статистика, эксперттарҙың нигеҙендә яңынан тикшерергә мөмкин.
Хатта реаль мәҡәләнең йәки видеоның комментарийҙары булмауы ихтимал. Йыш ҡына һылтанмалар һәм мәҡәләгә аңлатмалар автоматик рәүештә боттар йәки ялланған әҙәмдәр тарафынан ҡуйыла.
Яңылыҡҡа беркетелгән фотоның төп нөсхә булыу-булмауын интернет селтәрендә уны эҙләп табып, еңел генә асыҡларға мөмкин.
Мәҫәлән, https://lapsha.media фактчекинг сайтын ҡарарға була. Шикле мәғлүмәтте “Лапша”ға ебәрергә була. Проект белгестәре фактчекерҙар менән берлектә уны тикшереп, фейкмы-түгелме икәнен асыҡлар.