Башҡортостанда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы” уңышлы тормошҡа ашырыла. Шуныһы ҡыуаныслы, унда ҡатнашырға теләк белдереүселәр йылдан-йыл арта. Иң мөһиме, ошо проект эшләй башлағандан алып ауылдарыбыҙға йәм инде, йәнлелек өҫтәлде.
Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов билдәләүенсә, унда халыҡтың теләп ҡатнашыуы – айырыуса шатлыҡлы күренеш.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә райондың Әлебай ауыл мәҙәниәт йортонда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проектын хуплауға йүнәлтелгән ҙур һөйләшеү үткәрелде. Дөрөҫөрәге, ул көндә ауыл зыяратын кәртәләү, староста һайлау һәм башҡа мәсьәләләр буйынса асыҡ йыйын булды.
Ейәнсура районының Абҙан ауылы хакимиәте башлығы Нурғәле Бикбулатов башта ошо проекттың әһәмиәтен аңлатты, был тәңгәлдә тормошҡа ашырыласаҡ уй-ниәттәрҙе барланы, хатта эш барышында йыш осраған ҡаршылыҡтарҙы ла телгә алды, алдыңа алғанды ташлап ҡуймаҫҡа өндәне, шулай уҡ ошо проектҡа ҡағылған бүтән яңылыҡтар менән дә таныштырҙы.
Нурғәле Хажғәле улы белдереүенсә, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проекты тәңгәлендә уй-пландар эҙмә-эҙлекле дауам итә. Абҙан ауыл советына ете – Абҙан, Башҡорт Самаҙыһы, Мөхәмәтйән (халыҡ телендә – Серекәй), Ниязғол, Этҡол (халыҡ телендә – Юлдаш), Әлебай һәм Юлдыбай ауылдары ҡарай. Йыл һайын ошо ауылдарҙың береһендә мотлаҡ рәүештә социаль йүнәлешле объекттарҙы сафҡа индереү – шуға асыҡ миҫал.
– Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөн йәшәйеш бөтөнләй бүтәнсә, – тине Нурғәле Бикбулатов. – Ысынлап та, әлеге тормошто элеккеһе менән сағыштырыу ер менән күккә тиң булмаһа ла, айырма ҙур ғына. Шул уҡ төнгө ауыл урамдарын ғына алайыҡ. Хәҙер бөтә ауыл урамдарының да бағаналарына фонарҙар ҡуйылды, улар эргә-тирәне яҡтырта.
Электр бағаналарынан тыш, Бөйөк Еңеүҙең 70 һәм 75 йыллыҡ байрамдары уңайынан, һәр ауылда хөрмәтле һуғыш ветерандары иҫтәлегенә обелисктар яңыртылған, ауыл мәҙәниәт йорттары заманса итеп үҙгәртелгән, шишмәләр таҙартылған, ауыл урамдарына асфальт түшәлгән.
– Абҙан – Мөхәмәтйән юлын тулыһынса ремонтланыҡ. Шулай итеп, ауыл советына ҡараған иң төпкөл ауылға ла барып еттек, – тине Абҙан ауылы хакимиәте башлығы Нурғәле Бикбулатов. – Үлгәндәрҙең – ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тибеҙ. Хәҙер иһә ауыл зыяраттарының кәртәләүҙәрен алмаштыра башланыҡ. Был осраҡта халыҡ бүтән берәүҙән дә көтөп ятмай, ә үҙе башҡара.
Нурғәле Хажғәле улы матур башланғысты бойомға ашырыуға тос өлөш индергән, барыһына ла өлгө булып торған Илмир Булатасовты маҡтап телгә алды. Ысынында, Өфө ҡалаһынан йүнсел Илмир Рафиҡ улы Мөхәмәтйән ауылының зыяратын кәртәләү йәһәтенән ҙур эш башҡарған. Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр. Бынан тыш, серекәйҙәр үҙҙәре лә хәстәрлекле ауылдашының башланғысына әүҙем ҡушылған. Хәйер, Мөхәмәтйән ауылында ҡанат нығытҡан егет һәм ҡыҙҙар бөгөн ҡайҙа ғына тамыр йәймәгән! Әйтеүҙәренсә, халыҡтан йыйылған аҡса ауыл зыяратын кәртәләүгә тулыһынса еткән, хатта артып та ҡалған әле. Артҡанын иһә артабан нисек тотоноу өсөн махсус төҙөлгән комиссия ҡарамағына тапшырғандар. Күп тә үтмәгән, сираттағы йыйылышта ауылға ингән урында билдәне яңыртырға килешкәндәр һәм арканы тиҙ арала урынлаштырғандар.
– Нисек кенә булмаһын, алға ҡарап йәшәргә кәрәк, – тине Нурғәле Бикбулатов. – Үҙегеҙ күреп-һиҙеп тораһығыҙ, ауылдар күркәмләнә һәм төҙөкләнә. Хөрмәтле яҡташтар, әлебайҙар, мөхәмәтйәндәр өлгөһөндә һеҙҙе лә был изге эшкә әүҙемерәк ҡушылырға саҡырам.
Шулай уҡ был көндә Әлебай ауылы кешеләре кеҫә телефоны менән һөйләшә алһын өсөн ниндәй эштәр башҡарыласағы тураһында ла һүҙ барҙы.
Нурғәле Бикбулатов әйтеүенсә, былтыр Башҡорт Самаҙыһы ауылы янына заманса вышка урынлаштырылған, халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ хәҙер. Әгәр ҙә 2023 йылда кеҫә телефонынан һөйләшеү мөмкинлеге биргән ошондай уҡ вышканы Әлебай ауылы эргәһенә лә ултыртһалар, киләсәктә Мөхәмәтйән ауылы халҡының да тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. Ул тағы ла бер тапҡыр әлебайҙарға берҙәм булыу зарурлығын билдәләне, сөнки Ейәнсура районының биш ауылы араһында тап ошо мәсьәлә буйынса халыҡтың тауыш биреүе мөһим.
– Интернетһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, шул уҡ ваҡытта ошо тауыш биреү эше үҙенә күрә ҡатмарлыларҙан һанала, – тине ауыл хакимиәте башлығы. – Уйлауымса, быға хәтлем һәр конкурстың алдынғыһы булған шикелле, әле лә уны еңеп сығасаҡбыҙ. Тамсы ла шигем юҡ. Йәнә бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәм, ҡайһы ауыл тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнаша, шул ғына еңеүсе иҫәпләнә. Боҙ урынынан ҡуҙғалды, тиһәң дә була.
Ауыл старостаһын һайлау ҙа ситләтеп үтелмәне. Ошоға тиклем ауыл старостаһы булған Альфред Ишәлин бына нимәләр тураһында бәйән итте:
– 25 йылдан ашыу ауыл старостаһы йөгөн тарттым, әҙ түгел был. Ни тиһәң дә, сирек быуат ваҡыт бит. Кешене хаҡлы ялға тиккә генә оҙатмайҙар. Миңә лә 60 йәш тулып уҙҙы. Йәштәр кеүек етеҙлектең кәмеүен дә һиҙмәйем түгел, һиҙәм. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, минең урынға бүтән кешене һайлаһағыҙ ине.
Альфред Ҡәйүм улының сығышынан һуң әҙ генә тынлыҡ урынлашты. Унан инде ауыл старостаһы вазифаһына бер нисә кандидат тәҡдим ителде, шулай ҙа күпселек тауышты Нәжип Йәнтилин йыйҙы. Ул ҡасандыр староста булып эшләгән, тимәк, был юҫыҡта тәжрибәһе әҙме-күпме бар.
Абҙан ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Нурғәле Бикбулатов оҙаҡ йылдар ауыл старостаһы булған Альфред Ишәлингә ихлас күңелдән рәхмәтен белдерҙе һәм Нәжип Йәнтилинде яңы вазифаһы менән ҡотланы, уңыштар теләне.
- Илдар АҠЪЮЛОВ