Уның һалмаҡ аҙымдар менән барыуын берәүҙең дә күргәне юҡтыр, тип уйлайым – ҡасан ҡараһаң да, йүгерә-атлай китеп бара. Һәр ҡайҙа, һәр ғәмәлгә өлгөрөргә тырыша ул. Ниндәй ҙә булһа эште аҙағынаса еткермәйенсә туҡтап ҡалғанын хәтерләмәйем. Республикабыҙ матбуғатын ғүмерлек юлы итеп һайлаған шәхес – Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, беренсе класлы дәүләт советнигы, төбәк Журналистар союзының яуаплы секретары, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы ЯҠУПОВА ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләй. Түбәндәге һорауҙарыбыҙ – уға.
– Ғүмер юлының йүнәлеше бала саҡ хыялдарынан, кешенең уй-маҡсаттарынан һәм ынтылыштарынан башлана. Бала сағығыҙ, ғаиләгеҙ, ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа үҫеүегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле...
– Бик ҙур ғаиләлә үҫтем: бер йортта 11 бала булдыҡ, мин – унынсыһы. Атай-әсәйемдең шундай ҙур ғаиләне тәрбиәләп үҫтерергә көсө һәм түҙемлеге етеүенә әле булһа ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡуям. Был бит улар яғынан үҙе бер батырлыҡ! Атайым Мөхтәр Хәсән улы 75-тән уҙғас та элеваторҙа эшләп йөрөй ине әле, ҡайһы саҡ эшкә сыҡмай ҡалған ҡарауылсылар урынына ла уны йәһәт кенә саҡыртып алалар. Бер саҡ бүләренең шулай тип әйткәне хәтерҙә: “Беҙҙең ҡартатай һаҡсымы ни? Текә кеше!” Бик тә текә шул – тотош ғаиләһе өсөн уға айына 45-әр һум хеҙмәт хаҡы бирәләр...
Туғандарымды эшһөйәрҙәр ғаиләһе тип иҫәпләйем. Бөтәбеҙ ҙә бар күңелдән эшкә бирелгәнбеҙ. Ғаиләбеҙҙең ике үҙенсәлеген күрһәткем килә: беренсеһе – дөйөм педагогия стажыбыҙ 167 йыл тәшкил итә, барыһының да һөнәре – рус теле һәм әҙәбиәте, шул иҫәптән минеке лә. Ун кеше мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, шулай уҡ уныбыҙ юғары уҡыу йорттарының отличиелы дипломына лайыҡ булды. Ғаиләнән ике кеше – фән докторы, дүртебеҙ фән кандидаты исемен яҡланы. Икенсе үҙенсәлек – барыбыҙ ҙа ноябрҙә тыуғанбыҙ. Был айҙы “бөлгөнлөк миҙгеле” тип тә йөрөтәбеҙ, сөнки тыуған көндәр үткәреп арып бөтөрлөк. Һәр ваҡыт эш менән мәшғүл булыу арҡаһында бер ҡасан да бөтәбеҙ бергә йыйыла алғаныбыҙ юҡ, хатта Сибайҙа ғаиләбеҙҙе данлау-хөрмәтләү өсөн ойошторолған Шәжәрә байрамында ла тулы килеш ҡатнаша алманыҡ.
– Журналист булырға ҡарар итеүегеҙ ҙә, моғайын, ниндәйҙер сәбәп-ваҡиғаларға нигеҙләнәлер...
– Сибайҙағы 2-се урта мәктәптә мин инша оҫтаһы булараҡ танылғайным. Ҡайһы берәүҙәр күсерергә һорай, әммә мин һәр иншаны кешенең шәхси ҡарашы тип ҡабул итә инем, шуға күрә күсерергә бирмәйем, ә һораған һәр класташыма айырым инша яҙып бирәм. Хәтеремдә – класс етәксебеҙ Тамара Павловна Смольникова менән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тамара Николаевна Ржевская минең иншамды һәр саҡ өлгө итеп ҡуя торғайны.
Ошо уҡ ҡалалағы педагогия училищеһының икенсе курсында уҡығанда егәрле уҡытыусыбыҙ Тамара Афанасьевна Калинина (иң яҡшы уҡытыусыларымдың барыһы ла – Тамара) ойошторған Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар клубына бер саҡ “Сибайский рабочий” гәзитенең баш мөхәррире Роберт Абдулла улы Нагаев һәм хеҙмәткәрҙәре килгәйне. Улар менән әңгәмәнән һуң ҡанатланып, гәзиткә беренсе мәҡәләмде алып барҙым. Редакцияның эшсе хәбәрселәр мәктәбенә беҙ, ун ҡыҙ, йөрөй башлағайныҡ, ҡалғандар таралып бөттө, башҡа шөғөл таптылар, мин иһә мәҡәләләр яҙып редакцияға килтереүҙе дауам иттем.
– Артабан Һеҙ, белеүемсә, ошо “Сибайский рабочий” гәзитендә ең һыҙғанып эшкә тотонғанһығыҙ. Илебеҙҙәге тамырынан үҙгәрештәр башланған ғына осорға тура килде хеҙмәт биографияғыҙҙың ошо өлөшө. Бөгөнгө күҙлектән ул дәүерҙе нисек баһалайһығыҙ?
– Эйе, артабан гәзит эшенең күңелемә көндән-көн тәрәнерәк үтеп инеүен аңлай башлағайным инде. Училищеның дүртенсе курсында уҡығанда баш мөхәррир редакцияның хаттар бүлегендә эш тәҡдим иткәс, ике урталыҡта ҡалдым – риза булырғамы, әллә үҙем ошоға саҡлы уҡ һайлаған педагогика йүнәлешен дауам итергәме?
Иң тәүҙә иртәнге сәғәт 7-лә Тамара Афанасьевнаға йүгереп килдем. Һәйбәт эш тәҡдим иттеләр, ул миңә бик оҡшай, ни эшләргә икән, тинем. Уҡытыусым, тойғоло кеше булараҡ, шунда уҡ ярһып китте: “Уй, Хоҙайым, Мәүлиҙә, һине дүрт йыл буйы педагог булырға әҙерләүебеҙҙе оноттоңмо ни, дәүләт һине уҡытыуға күпме аҡса түккән! Директорыбыҙ нимә тип әйтер хәҙер?” Беҙ хатта икәүләшеп илап та алдыҡ... Миңә оят та кеүек... Әммә гәзит хәбәрсеһе булыу теләге миндә көслөрәк ине. Директор ҙа аптырап ҡалды, әммә ул, аҡыллы шәхес булараҡ, юғалып ҡалманы. Хатта был хәлдең ыңғай яғын да күрҙе: “Беҙҙең студентты редакцияға эшкә саҡырыуҙары – училище өсөн маҡтаулы күренеш бит!” Шулай итеп, училище тарихында беренсе тапҡыр уның ситтән тороп уҡыған студенты булып киттем – диплом алғанда редакцияла ярты йыллыҡ хеҙмәт стажым бар ине инде.
Шулай итеп, “Сибайский рабочий” тыуған йортома әйләнде, тиһәм дә, артыҡ булмаҫ – бында ике тиҫтә йылдан ашыу эшләнем бит. Елдәр ҡайһы яҡҡа иҫһә лә, үҙемде ошо редакцияға тоғро кеше тип иҫәпләйем. Унда тәжрибә һәм һөнәри оҫталыҡ туплап ҡына ҡалманым, донъялағы иң һәйбәт дуҫтар таптым, күп шәхси сифаттарым да ошонда тәрбиәләнде.
– Был коллективта нисек эшләгәнегеҙҙе, нисек баһалауҙарын бер факт ҡына ла ап-асыҡ күрһәтеп тора: һеҙҙе 29 йәштә үк ошо гәзиттең баш мөхәррире итеп ҡуйғандар...
– Бөгөнгө ҡарашымдан сығып, шуны аңлайым: партияның ҡала комитеты бюроһы 29 йәшлек хәбәрсене баш мөхәррир вазифаһына ҡуйырға ҡарар иткәс, редакциялағы өлкән йәштәге хеҙмәткәрҙәрҙең күңеленә ҡыйын да булғандыр инде, ул заманда коллективта ошо яуаплы эшкә лайыҡлы тәжрибәле һөнәр оҫталары күп ине. Мин был урынға риза булмай тиҫкәреләнеп тә алдым, беренсе секретарҙың өгөтләүенә ике аҙна тигәндәй ризалыҡ бирмәй йөрөнөм. “Ә хәлемдән килмәһә?” – тим. “Килер, ярҙам итербеҙ”, – тине ул.
Ысынлап та, Марат Кашап улы Резбаев, элегерәк үҙе лә “Стерлитамакский рабочий” гәзитенең әүҙем авторҙарының береһе булған кеше, миңә эшемдә һәр саҡ ярҙам итеп торҙо, гәзиткә дошманы кеүек ҡарарға тырышҡан һәр төрлө түрәләрҙән ҡыйырһытырға ирек бирмәне. Ул ғына ла түгел, оперативкаларҙа “Сибайский рабочий” журналистарын дәртләндергән һүҙҙәр ҙә таба ине: “Ҡайһылай маладистар, күргәндәр, халыҡтың иғтибарын йәлеп иткәндәр был мәсьәләгә, ә бит күпселегебеҙгә ошо проблема күҙгә лә салынмай!..”
Бер һорау һәр саҡ күңелемде өйкәй: ни өсөн кешеләр, олоғайғас, үҙҙәре эште нисек башлағанын онота икән? Миңә, йәш мөхәрриргә, ололар менән эшләүе анһат булманы.
“Өйрәнсектән мөғәллимгә әйләнеү” осоро тураһында айырым һөйләшергә була. Дөрөҫөн әйткәндә, әхлаҡи яҡтан еңел түгел ине – ярайһы уҡ консерватив коллективҡа идара итеү йөкмәтелгән йәш мөхәрриргә лә, бындағы үҙ-ара мөхитте билдәләгән кисәге тәрбиәселәремә лә. Улар үтеп барышлай ғына әйткән һүҙ кешене бәхетле, ғорур ҡарашлы ла итә ала йәки, киреһенсә, камил булмауыңды аңлап, төшөнкөлөккә бирелергә лә күп кәрәкмәй.
Шул дәүерҙә үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем: бер ҡасан да яңы эш башлаған йәштәрҙе ҡыйырһытмаҫҡа, уларҙы һәр саҡ дәртләндереп һәм ярҙам итеп торорға. Ғүмер бик тиҙ уҙа, журналистикаға яңы кешеләр килә, һәр саҡ уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырышам. Шуға күрә бөгөнгө йәштәрҙең күҙенә тура ҡарауҙан тартынмайым.
– Гәзиттә баш мөхәррир булған осорҙа ҡайһы иҫтәлектәр хәтерҙә иң ныҡ уйылып ҡалды? Хәҙерге заман күҙлегенән уларға ниндәй баһа бирергә мөмкин? Шул дәүер шәхестәренән кемдәр йәмғиәттең алға барыуына булышлыҡ итте һәм урындағы матбуғаттың көсө нимәгә нигеҙләнде?
– Баш мөхәррир саҡтағы иҫтәлектәрме? Минең заман – Михаил Горбачевтың асыҡлыҡ сәйәсәте осоро. “Сибайский рабочий” биттәрендә бығаса күрелмәгән асыҡлыҡ, билдәлелек, проблемаларҙы күрһәтеү, етешһеҙлектәрҙе һис ҡурҡмайынса фашлау башланды, тәҡдимдәр көндән-көн арта барҙы. Гәзиттең тиражы 15 мең данаға етте! Баҫманың абруйы иҫ киткес юғары күтәрелде, йорттан тыш уны туҡталыштарҙа, йәмәғәт транспортында ла уҡыйҙар ине, мәҡәләләр тураһында бәхәс һис туҡтаманы, өйгә лә шылтыраталар. Журналистарҙы маҡтайҙар, дәртләндерәләр, тәнҡиткә эләккәндәре янауҙан да ҡурҡмай. Яңы темаларҙы асыу, проблемаларға йәштәр күҙе менән яңыса ҡараш гәзитте уҡымлыраҡ итте, быға саҡлы баҫма матбуғатҡа әллә ни иғтибар итмәгәндәрҙең дә ҡыҙыҡһыныуы бер-бермә артты.
Күп нәмә беренсе тапҡыр ине ул дәүерҙә. Киләсәк лайыҡлы үткәндәргә нигеҙләнә, шуны онотмаһаҡ ине. Күҙ алдына килтерегеҙ: “Сибайский рабочий” иҡтисади яҡтан тотороҡло гәзиткә әйләнде һәм табыш алыу буйынса республикала, “Стерлитамакский рабочий” гәзитенән ҡала, икенсе урынға сыҡты. Редакция бер нисә яңы автомобиль һатып алды!
Ул саҡта яңылыҡ булған ваҡиғаларҙан сығып ҡарағанда, гәзиттә уҡыусы менән бәйләнеш, уҡытыусым Серафим Вайсмандың эшсе хәбәрселәр мәктәбе (хәтеремдә, гәзиттә ҡатнашыуға корректорҙарҙы ла, типография эшселәрен дә, хатта үҙемдең шоферымды ла йәлеп иттем), редакцияла йәштәр бүлеге асыу кеүек “ноу-хау” барлыҡҡа килде. Йәштәр темаһына айырым бүлек асыу республиканың ҡала һәм район гәзиттәрендә беренсе тапҡыр булған хәл ине. Беҙҙең был башланғысты ул саҡтағы Нәшриәт эштәре буйынса дәүләт комитеты ла, партия һәм комсомолдың ҡала комитеттары ла хупланы. Гәзиттәге “Тиҫтер” йәштәр махсус бите өсөн минең менән бер кимәлдә ВЛКСМ-дың Сибай ҡала комитеты секретары Василий Каплин да яуап бирә ине.
Тәүҙә “Йәншишмә”, һуңынан “Атайсал” тип аталған башҡортса ҡушымтаны сығарыу, артабан гәзиткә әйләндереү миңә күп мәшәҡәттәр ҙә өҫтәне, башҡарылған эштән ҡәнәғәтләнеү хисе лә бирмәй ҡалманы. Гәзит авторҙарына, йәмәғәт хәбәрселәренә был баҫмалағы хеҙмәттәшлеге өсөн бик рәхмәтлемен. Уларҙың көсө менән ул әҙәби ҡушымтанан ижтимағи-сәйәси гәзиткә әйләнде.
Яңы журналист акциялары, десанттары, “тура бәйләнеш” һәм “Журналист һөнәрен алмаштыра” кеүек рубрикалар барлыҡҡа килеүе, гәзит уҡыусылар араһында көнүҙәк темалар буйынса анкеталар үткәреү, предприятиеларҙа һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороу, күрше өлкәләрҙәге һәм хатта ГДР кеүек сит илдәрҙәге хеҙмәттәштәр менән бәйләнеш урынлаштырыу... Иҫләй һәм һанай китһәң, күп нәмәләрҙе хәтерләргә булыр ине... Шул замандағы гәзиттәр өсөн иң яңы техника булған офсет ҡорамалдарын файҙаланыуға индереү үҙе генә лә ни тора... Был айырым тарих: типография менән туҡтауһыҙ “һөҙөшөү” ҙә, кадрҙарҙы өйрәтеү һәм офсет өсөн ҡағыҙ эҙләү ҙә... Бөтәһен дә бер юлы эшләргә һәм тиҙерәк һөҙөмтәне күрергә теләк тә ҙур була бит ундай саҡта, гәзитте төҫлө итеп һәм геройҙарҙың сифатлы фотоһүрәттәрен күрергә ашҡынабыҙ. Типография директоры Азат Ибраһим улы Хәлитовҡа ла ифрат рәхмәтлемен: үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ, ул беҙҙең “һөжүмдәрҙе” тыныс ҡабул итте, ҡуйылған бурыстарҙы ышаныслы һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә башҡарыуын дауам итте. Йоҡоһоҙ төндәр, типографияла ғаиләләр менән бергә дежурлыҡ итеү, гәзитте күмәкләп фальцовкалау һәм башҡа күп сараларҙы, һөнәрҙәренә хас булмаһа ла, Сибай журналистары үҙ иңенә йөкмәне.
Шул уҡ осорҙа редакция һәм типография өсөн яңы бина ла төҙөй башланылар. Был эштәге төп ауырлыҡтар ҙа йәнә Азат Ибраһим улының хәстәрлеге менән хәл ителде. Хәйер, мин дә йыш йөрөнөм был төҙөлөшкә, ул саҡта прораб-мастер булып эшләгән иремде лә кәңәшләшеү өсөн ошо объектҡа йыш саҡыра инем.
– Сибайҙы әле лә онотмайһығыҙ, бында “Атайсал” проектын ойоштороуығыҙҙы хәтергә төшөрөү ҙә етәлер...
– Был проекттың маҡсаты “Сибайский рабочий” гәзитенә автор материалдарын йәлеп итеүҙе йәнләндереү ине, ул уңышлы барып сыҡты. Был мәҡәләләрҙе яҙған кешеләр, һөнәре буйынса журналист булмаһалар ҙа, гәзит уҡыусыларҙан бик күп маҡтау һүҙҙәре алды, уларҙы гәзиттең социаль селтәрендә әле лә уҡып була. Конкурс барышында 21 авторҙың 34 мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Үҙемә Сибайҙың почетлы гражданы булғаным өсөн бирелеп килгән аҡсаны сарала әүҙем ҡатнашҡан штаттан тыш авторҙарға премия итеп таратам, сөнки тыуған ҡаламды бик яратам! Конкурстың жюри рәйесе Эльза Мансурова билдәләүенсә, ҡаланың почетлы гражданына түләнгән аҡсаны хәйриә сараларына йәлеп итеү Сибайҙа матур йолаға әйләнеп бара.
Бер генә гәзит тә авторҙар командаһынан тыш йәшәй алмай. Мөхәррир булып эшләй башлағас та иң тәүҙә авторҙар активын тупларға ынтылдым. Ул саҡта яҙышҡан штаттан тыш хәбәрселәребеҙ, ышанаһығыҙмы-юҡмы, әлеге конкурста ла әүҙем ҡатнашты! Нурия Ҡорманова, Нина Максимова, Фәниә Хәмитова, Минза Ҡотлогилдина, Фирҙәүес Ибраһимова, Надежда Шәкүрова премияларға лайыҡ булды, Чехиянан Миләүшә Годбодь, Өфөнән Кәримә Кашафетдинова, Галина Сәлихова, Илдар Хәйруллин, Магнитогорскиҙан Анатолий Анищенко рәхмәт хаттары алды. Эшсе-хәбәрсе Роза Ултыраҡова “Сибайский рабочий” гәзитенә бер йыллыҡ подпискаға лайыҡ булды. Мин дә ҡаланың күп балалы өс ғаиләһен гәзиткә яҙҙырҙым. Был конкурсты беҙ йыл һайын үткәрергә ҡарар иттек.
– Һеҙҙең хеҙмәт биографияһы тулыһынса киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнгән: ул саҡтағы Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә матбуғат хеҙмәте мөдире бурысын йөкмәгәндә лә, республиканың Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡта бүлек мөдире булғанда ла, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратында хеҙмәт иткәндә лә... Байтаҡ йылдар инде һеҙ Башҡортостандың Журналистар союзында яуаплы секретарь вазифаһында. Республикалағы был иң ҙур ижади йәмәғәт ойошмаһының бөгөнгө торошо тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?
– Беҙҙең Союз үҙ шөғөлөнә ғашиҡ булған һәм уны ғүмерлеккә һайлаған һөнәрмәндәрҙән тора. Ижади ойошмабыҙҙың эшмәкәрлегендә лә сағыла: беҙҙең 2021 йылғы эшмәкәрлек йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Журналистар союзы илдең төбәк союздары араһында иң яҡшы өсәү араһына инде. Был осраҡлы түгел тип уйлайым. Ошо отчет осоронда ғына ла хеҙмәттәштәребеҙ ҡатнашлығында 200-гә яҡын сара үткәрелде, улар араһында – Ғафури районындағы “Медиайыйын”, Өфөләге Медиафорум, Ҡариҙел районындағы Журфест, йәш хәбәрселәр фестивале, вайндар, мемдар һәм видеороликтар буйынса “Вирусты бергәләп еңәсәкбеҙ!” медиаконкурсы, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғына автоуҙыш, Журналистар клубы ултырыштары, Журналистар аллеяһына үҫентеләр ултыртыу һәм башҡалар.
Башҡортостандың бөгөнгө журналистар берекмәһе 81 урындағы ойошмаға ингән 1700 журналистан тора. Ете район-ара ижади берекмә эшләй. 1070 журналист әле лә эшләп йөрөй, 630-ы – хаҡлы ялда. Журналистар союзына киң матбуғат сараларында эшләгәндәр генә инә, тип уйларға ярамай – беҙҙең ойошмала уҡытыусылар, ғалимдар, китапханасылар, архив һәм клуб хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы белгестәре лә бар. Союз ағзалары араһында – фән докторы – 19, фән кандидаты – 59, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы – өс, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – 118, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре – 87, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы – 19. Беҙҙең ойошмалағы 13 ағза төрлө ваҡытта Дәүләт Думаһына, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Юғары Советтарына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланған, халыҡ артистары, рәссамдары, шағирҙары ла бар, 58 кеше Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы ла булып тора.
Беҙҙең Журналистар союзына йыл һайын 35-тән алып 50-гә саҡлы кеше ағза булып инә. Нигеҙҙә, улар – йәштәр. Был үҙе үк Союздың абруйы арта барыуын күрһәтеп тора.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН