Риф Ғилметдин улы Ғәзизовтың исеме Бәләбәй төбәге халҡына ғына түгел, республика йәмәғәтселегенә лә яҡшы таныш. Һынылышлы 90-сы йылдарҙа тәүҙә Бәләбәй ҡалаһының, артабан ҡала менән бергә ҡушылған райондың хакимиәт башлығы вазифаһын башҡара ул. Тиҫтә йыл дауамында ошо яуаплы урында фиҙакәрлек менән хеҙмәт итеп, тыуған төйәге өсөн бихисап изге эш башҡарыуға, халыҡ ихтирамын яулауға өлгәшә.
Риф Ғилметдин улы ошо райондың Тоҙлоҡыуыш ауылында тыуып үҫкән. Нефтсе булыу хыялы Х класты тамамлаған егетте Октябрьский ҡалаһындағы техникумға алып килә. Артабан ошо ауыр ҙа, яуаплы ла тармаҡҡа арналған хеҙмәт йылдары бер-береһенә ялғана. Ябай ауыл егете “Башзападнефтеразведка” тресының Бәләбәй быраулау контораһына 36 йыл ғүмерен арнай. Ошонда быраулаусы ярҙамсыһынан башлап, барлыҡ хеҙмәт баҫҡыстарын үтеп, быраулау эштәре идаралығы начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Шул уҡ мәлдә Өфө дәүләт нефть техник институтында уҡып, юғары белемгә һәм тау инженеры специальносына эйә була. Әйткәндәй, ул эшләгән, артабан етәкселек иткән предприятие Бәләбәйҙә иң эреләрҙән һаналып, ҡаланың һәм райондың иҡтисадын булдырыуҙа, уны тотороҡло үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.
1994 йылда Риф Ғәзизов тормошоноң яңы осорона аяҡ баҫа – ул, республика Президенты Указына ярашлы, Бәләбәй ҡалаһының мэры итеп тәғәйенләнә. 1998 йылда ҡала менән район хакимиәттәре бергә ҡушылғас, әлеге вазифаны үҙен ысын хеҙмәт кешеһе итеп танытҡан, шуның менән халыҡтың хөрмәтен яулаған Ғәзизовҡа ышанып тапшыралар. Ошо тиҫтә йыл дауамында уның етәкселегендә башҡарылған эштәрҙең ҡайһы берҙәрен генә билдәләп үтәйек: ҡаланы урап үткән юлды, Мартынов – Бәләбәй һыу үткәргесен төҙөү, дауахананың хирургия корпусын, урындағы Матбуғат йортон, ипподром, Никах һарайын сафҡа индереү, Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш университетының филиалын, башҡорт, татар һәм сыуаш гимназияларын асыу, ҡаланы йәшелләндереү һәм башҡалар.
Бәләбәй – күперҙәр ҡалаһы, тиҙәр, бында улар 30-ҙан ашыу. Ҡайһы берҙәре XIX быуат уртаһынан XX быуат баштарынаса осорҙа төҙөлгән, шуларҙы яңыртыу бурысын да лайыҡлы атҡарып сығыуға өлгәшә Бәләбәй башлығы. Тағы ла бер ҙур эшен билдәләп үтмәйенсә булмай Риф Ғилметдин улының, ул да булһа – Хәтер майҙанын һәм Геройҙар аллеяһын үҙ эсенә алған “Ватан һаҡсыларына” мемориаль комплексы. Был иҫтәлекле урын райондан сыҡҡан 11 Советтар Союзы Геройының, дүрт Дан орденының тулы кавалеры һәм Тыуған ил азатлығы өсөн һәләк булған Бәләбәй ҡаһармандарының яҡты рухын мәңгеләштерә.
– Тотош ил өсөн ауыр ғына осор булды мин хакимиәт башлығы булып эш башлаған йылдар. Халыҡтың көнкүреше лә, кәйефе лә шәптән түгел, сөнки иртәгәһе көнгә ышанысы ҡаҡшаны, күп урындарҙа айҙар буйы эш хаҡы түләнмәй ине. Иң тәүҙә ҙур илдең тарҡалыуынан, үҙгәртеп ҡороуҙарҙан, реформаларҙан миктәгән иҡтисадты тергеҙеү бурысы торҙо. Әкренләп илдә лә, республикабыҙҙа ла, шул иҫәптән төбәктәрҙә лә тормош яйлана барҙы. Төҙөлөштәр юлға һалынды, яңынан-яңы социаль объекттар сафҡа инде. Мин яҡташтарымдың тормошон яҡшыртыуҙы, халыҡты борсоған һорауҙарҙы хәл итеүҙе, уларҙың ышанысын аҡлауҙы һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйҙым, намыҫым ҡушҡанса эшләнем һәм йәшәнем, – ти бөгөн һигеҙенсе тиҫтәһен артылған уҙаман.
Риф Ғилметдин улы етәкселек иткән йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһы һәм районы республика күләмендә күп күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтенә сыға, ә ҡайһы бер ҡаҙаныштары Рәсәй кимәлендә лә билдәлелек ала. Һәр башланғысты төптән уйлап башҡарған, сәнәғәттең етди тармағында етәксе булараҡ үҫешкән, тотош райондың һәм ҡаланың иҡтисади тотороҡлолоғо, халыҡтың лайыҡлы йәшәйеше өсөн иңендә ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләгән Риф Ғәзизовтың рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Бәләбәйҙә үткән “Илһам шишмәләре” республика шиғриәт фестивале һәм халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан Аксаков байрамы бөгөн күп милләтле төбәктең мәҙәни йөҙөн билдәләгән саралар булып танылды.
Риф Ғәзизовтың тормош юлдашы Светлана Хәбир ҡыҙы ла – ҡалала һәм районда билдәле шәхес, абруйлы педагог. Ул – Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан. Бала сағынан тормоштоң әсе-сөсөһөн татып үҫкән ҡыҙ тиҫтерҙәре араһында ныҡышмал холҡо, тырышлығы менән айырылып тора, мәктәп йылдарында уҡ үҙен лидер итеп таныта. Был сифаттарҙы тәрбиәләүҙә әсәһе урынына ҡалып, ҡәҙерләп үҫтергән Шәмсикамал өләсәһе ҙур роль уйнай, сөнки ул үҙе лә көслө рухлы, ҡыйыулығы, эшсәнлеге менән дан алған ҡатын була. Светлананың иң яратҡан фәне инглиз теле була һәм, мәктәпте тамамлағас, һис икеләнмәйенсә, Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетына етди конкурс аша үтеп, уҡырға инә.
Буласаҡ тормош юлдашы Риф Ғилметдин улы менән уларҙы – ике студентты – Өфө таныштыра һәм ҡауыштыра. Ғаилә тормошон иренең тыуған ерендә – Бәләбәйҙә башлап ебәрәләр һәм ғүмерҙәре буйы ошо бәрәкәтле төбәккә, уның уңған халҡына тоғро ҡалалар. 28 йыл дауамында Бәләбәй ҡалаһының бер нисә мәктәбендә инглиз теленән уҡытҡан, ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенең методика кабинетын етәкләгән, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған, үҙ алдына маҡсат ҡуйып йәшәгән Светлана Хәбир ҡыҙын бөгөн бәләбәйҙәр абруйлы уҡытыусы булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, 12 йыл дауамында психология-медицина-педагогия комиссияһына етәкселек итергә лә тура килә уға. Был эште лә күңел биреп, лайыҡлы башҡара. Риф Ғилметдин улының да, Светлана Хәбир ҡыҙының да намыҫлы хеҙмәте маҡтаулы исемдәр, лайыҡлы наградалар менән билдәләнгән.
– Тормошта хатта ике ҡом бөртөгө лә бер-береһен ҡабатламай. Кешеләр ҙә шуның кеүек. Икебеҙҙә лә лидерлыҡ сифаттары көслө булды, ул да, мин дә һәр саҡ үҫешкә ынтылдыҡ. Ғаилә тормошобоҙҙоң башында уҡ шуны аңланым: Риф – иң ныҡлы терәгем, яҡлаусым һәм һаҡлаусым, шуға күрә көнкүрештәге төрлө сетерекле хәлдәрҙе ҡатын-ҡыҙ һиҙгерлеге менән тоя, көйләй белергә өйрәндем. Бергә йәшәлгән йылдар дауамында уның ышаныслы таянысы ла, кәңәшсеһе лә, ныҡлы тылы ла булдым, тип ғорурланып әйтә алам, – ти Светлана Хәбир ҡыҙы.
Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, бер-береһенә йылылығы әле лә һоҡланғыс. Йәшлек мөхәббәтен һаҡлап, бер-береһенә оло хөрмәт һәм хәстәрлек менән баҡҡан матур пар үҙ йортонда ҡартлыҡтағы һил бәхеткә ҡыуанып ғүмер кисерә. Светлана ханым баҡса йәме итеп раузалар үҫтерергә ярата, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен үҙе үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә менән һыйлауҙан күңеленә йәм таба.
Татыу ғаиләлә Илдар исемле ул һәм Ильмира исемле ҡыҙ үҫә. Бөгөн улар үҙ ғаиләләре менән гөрләтеп донъя көтә. Илдар, Ҡазан юғары танк училищеһын тамамлап, хәрби хеҙмәт юлын һайлай, запастағы полковник. Артабан Һамар юридик институтын тамамлай, философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Әлеге көндә ул “Башнефть” йәмғиәтендә яуаплы вазифа биләй. Тормош юлдашы Гөлнара менән Дилара исемле ҡыҙ үҫтереп, уға белем һәм матур тәрбиә биреүгә өлгәшкәндәр. Затлы нәҫелдең дауамы булып Ғәзизовтарҙың дүртенсе быуын вәкиле – кескәй Айлина үҫә.
Ильмира медицина юлын һайлаған. Ғаиләһе менән Санкт-Петербург ҡалаһында төпләнгән. Бөгөн ул – медицина фәндәре докторы, Н.П. Бехтерева исемендәге баш мейеһе институтында ғилми секретарь, поликлиника мөдире, бер үк мәлдә халыҡ-ара кимәлдәге табибә, ғаиләһендә хәстәрлекле ҡатын, күп балалы бәхетле әсәй. Улдары Радмир, игеҙәк ҡыҙҙары Софья менән Александра – бәхетле нәнәй менән олатайҙың өйөндә көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡтар.
Балалары атай-әсәй янына йыш ҡайтырға, олоғайып барған ҡәҙерле кешеләренә һәр яҡлап ярҙам итергә атлығып тора. Ҙур ғаилә бергә йыйылғанда, һөйләшеп, серләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Светлана Хәбир ҡыҙы менән Риф Ғилметдин улы әле лә тормош ағышынан артта ҡалмай, ил-йорт, республика яңылыҡтары менән танышып, дуҫтары, туғандары менән аралашыуҙан мәғәнә һәм йәм табып ғүмер кисерә. Ошо түңәрәк бәхетегеҙ оҙон-оҙаҡ йылдар дауам итһен, тигән изге теләктә ҡалабыҙ.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Бәләбәй ҡалаһы