Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 15:12

Ике төбәк араһында бәйләнеш нығый

Эшлекле осрашыуҙан ғына тормай ул.

Башҡортостанда булһынмы йә иһә илдең башҡа төбәгендәме – урындағы үҙидара органдарының барыһын да уртаҡ бурыстар һәм мәсьәләләр бәйләй. Бөгөн муниципаль берәмектәрҙең хоҡуҡтары үтә сикләнгән булыуын иҫәпкә алғанда, халыҡ менән оҫта эш алып барып, үҙҙәренең биләмәләрендә тотороҡлолоҡ һаҡлай алған хакимиәт башлыҡтарына һоҡланырға ғына ҡала. Һүҙ ҙә юҡ, халҡының ниндәй тормош алып барыуына ҡарап та, уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында асыҡ фекер йөрөтөргә була. Урындарҙа лайыҡлы тормош булдырыу, уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы, тәү сиратта, ауыл хакимиәте башлыҡтарының иңенә һалынған.

Хакимиәт башлыҡтарына ла эшен башҡарыр өсөн ниндәй генә тупһалар тапарға, кемдәр менән генә аралашырға тура килмәй. Үҙидара йөгөн тартыу, шул иҫәптән эргә-тирәңдәге халҡыңдың социаль башланғысын үҫтереү, ай-һай, еңел эш түгел. Шуға ла күҙмә-күҙ ҡарап фекер алышыу, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу – көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең иң ябай, сығымһыҙ юлы бөгөн.

Ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тотоп, Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорт­тары ҡоролтайы башҡарма комитеты, район хакимиәте Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы менән дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һалды. Ҡайҙа ғына барһаң да дуҫың булһын ҡаршы сығып атың бәйләргә, тип йырларға яратабыҙ. Шуға күрә был дуҫлыҡ бөгөнгө тыныс булмаған заманда ла сәмләнеп, дәртләнеп эшләргә ынтылыш бирер.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың “1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығын билдәләү һәм байрам итеү” тураһындағы Указына ярашлы, Шығай ауылында үткәрелгән “Беҙ – Төньяҡ амурҙары вариҫтары” тип аталған ғәмәли семинарҙың да маҡсаты ҙур ине. Ауыл хакимиәте башлыҡтары эшмәкәрлегенә хас булмаған яңы форматтағы был семинар, бәлки, кемделер ғәжәпкә лә ҡалдырыр. Ни тиһәң дә, беҙ мәҙәниәт, мәғариф, спорт саралары өсөн ауыл хакимиәттәре яуаплы түгел, был йүнәлештә эшләгән айырым кешеләр бар, тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, урындарҙа ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, бар юлдар ҙа хакимиәт башлығына илтә.

Был сара күрше Силәбе өлкәһенең Һатҡы муниципаль районынан ҡунаҡтар ҡатнашыуы менән дә үҙенсәлекле булды. Сит өлкәлә йәшәгән һәм эшләгән коллегалар менән аралашыу бар яҡлап та, бигерәк тә көндәлек эшмәкәрлекте тағы бер тапҡыр күҙ уңынан үткәреп, сағыштырып ҡарау йәһәтенән, файҙалы булды.

Ҡунаҡтар Белорет ҡалаһының иҫтәлекле урындарында булды, дәүләт программалары ярҙамында башҡарылған төҙөкләндереү саралары менән танышты һәм үҙҙәренең эш алымдары хаҡында һөйләне. Ике төбәк муниципалитетының эшмәкәрлеген сағыштырыу, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булды.

Шығайҙар батырҙарын иҫкә алды

 

Ауылдың Ҡамшаҡ яланында ойошто­рол­ған уҡ атыу буйынса район-ара асыҡ турниры ла ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. 1812–1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм “Парижды алған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Бурансы Амангилдин, Әбделмәжит Ҡотломбәтов, Ҡужәхмәт Ғәликәев иҫтәлегенә ойошторолған һыбай уҡ атыу бәйгеһендә Белореттан тыш Баймаҡ, Бөрйән, Учалы һәм Әбйәлил райондары уҡсылары ла ҡатнашты. Өсөнсө урынға Белорет районынан Илназ Үҙәнбаев, икенсегә – Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәков, беренсе урынға иһә Әбйәлил районынан Нурислам Хәйруллин лайыҡ булды.

 

Маҡсаттар уртаҡ, хәл итеү юлдары төрлөсә

 

Ауыл клубында барған эшлекле арала­шыуҙа Шығай ауыл хакимиәте башлығы Исмә­ғил Әбүталипов райондағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеге, Һатҡы муниципаль районының Әйле ауыл хакимиәте башлығы Тамара Шуть үҙҙәренең йәшәйеше, ниндәй йүнәлештә эшләүҙәре менән таныштырҙы.

Һатҡы районында 82 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бында ете муниципаль берәмек бар, шуларҙың икеһе – ауыл, бишәүһе – ҡала биләмәһе.

Ике төбәк араһындағы эшмәкәрлек кенә түгел, республика муниципалитеттары ла бер-береһенән айырылып тора, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ мөмкинлеге, үҙ эш алымы бар, шуға күрә Силәбе һәм Башҡортостан үҙидара органдары эшмәкәрлегенең үҙенсә­лектәрен байҡау етәкселәр өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Әлбиттә, айырмалыҡтар тураһында һүҙ йөрөткәндә, географик урын, социаль-иҡтисади үҫеш, халыҡтың менталитеты ла ҙур роль уйнай.

 

Тарихын белгәндең киләсәге бар

 

“Беҙ – Төньяҡ амурҙары вариҫтары” тип аталған семинарға Һатҡы районынан ҡунаҡтар юҡҡа ғына саҡырылманы. Беҙҙе тарихи үткәндәр, уртаҡ мәҙәниәт бәйләй. Тәүге тапҡыр уҙғарылған был осрашыу артабан да бергә аралашыу өсөн файҙалы булыр, сиктәш йәшәгән милләттәштәрҙең тормошо, башҡарған эштәре менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирер, ә инде сәнғәт, спорт коллективтары был дуҫлыҡты нығытыр тигән маҡсаттан сығып ойошторолдо ул.

2022 йылда Рәсәйҙә 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығы билдәләнә. Шуға ла семинарҙың икенсе өлөшөнөң тулыһынса Ватан һуғышына арналыуы ҡунаҡтар өсөн бигерәк тә фәһемле булды. Был һуғыш ул саҡтағы Рус дәүләтенең бар халҡын берләштерә. Ҡатнашыусылар һаны буйынса рустарҙан ҡала икенсе урында башҡорттар була. Улар илде һаҡлау өсөн һуғышҡа 28 башҡорт полкын яуға оҙата. Хәҙерге Белорет районы биләмәләрен үҙ эсенә алған 6-сы Башҡорт кантоны халҡы 3-сө, 14-се һәм 15-се Башҡорт полктарын ойоштора. Ҡаһарман башҡорт атлылары рус армияһы составында 1814 йылдың мартында еңеүселәр булып Парижға инә.

Ошо тарихи ваҡиғалар хаҡында респуб­лика­быҙҙың билдәле тарихсы-ғалимы, Баш­ҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы Нурислам Ҡалмантаевтың, Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Лилиә Сибәғәтованың сығыштары һәм XIX быуат ҡатын-ҡыҙҙары кейгән милли кейем өлгөһө дефилеһы барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы булды. Урындағы эшҡыуар Резеда Сайдаро­ваның Төркиәлә баҫтырып алған флүр яулыҡтары менән таныштырыу сараһы иһә француз яулығы тарихын тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрҙө. Әйткәндәй, Ватан һуғышы­ның 210 йыллығын билдәләүгә ярашлы, Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы шул заман яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйырға хәл иткәйне. Әле был эште атҡарып сығыу өсөн аҡса йыйыла.

Семинар барышында Резеда Рифҡәт ҡыҙы һатылған һәр яулыҡтың 20 процентын һәйкәл өсөн күсереп барасағын белдерҙе. Республикабыҙҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле яҡташыбыҙ Риф Ғәбитов та ошо ниәткә ҡарата фекерен белдерҙе.

– Яҡташтарымдың үҙ тарихын ололауы, уны мәңгеләштерергә тырышыуы – матур күренеш. Шуға тәүгеләрҙән булып һәйкәл ҡуйыу идеяһын күтәреп алдым. Бөгөнгө ҙур сарала шуны ла билдәләү мөһим. Белореттар 1812 йылғы һуғышҡа арнап күптән рухи һәйкәл ҡуйған да инде. Мәҫәлән, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамбле репертуарындағы “Төньяҡ амурҙары” композицияһының музыкаһын яҡ­та­шыбыҙ Заһир Исмәғилев яҙған. Был һәй­кәл­ме? Һәйкәл! “Төньяҡ амурҙары” рома­нының авторы кем? Шулай уҡ яҡташыбыҙ, Исмаҡай ауылы егете Яныбай Хамматов. “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле башҡарған “Илкәйем” вокаль-хореографик компози­цияһын иһә үҙем һалдым. Яугирҙәребеҙ иҫтәлеген, тарихыбыҙҙы мәңгеләштереүгә бына ни тиклем ҙур өлөш индергән беҙҙең район вәкилдәре. Күмәк көс менән тағы бер һәйкәл ҡуябыҙ икән, был беҙҙең тарихҡа битараф булмауыбыҙға, илһөйәрлегебеҙгә лә оло баһа буласаҡ, – тине ул.

Радий Хәбировтың “1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығын билдәләү һәм байрам итеү” тураһындағы Указы сығыу менән, Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Ватан һуғышына арналған күп конкурстар, саралар уҙғарҙы. Шығайҙағы семинар барышында әҙәби-тарихи викторина һәм “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” тип аталған тарихи йырҙар конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде. Викторинала ҡала һәм райондың китапханасылары, юғары класс уҡыусылары ҡатнашты, тарихи йырҙар конкурсында иһә башлыса оло йәштәгеләр музыка һәләтен һынаны.

Семинарҙа ҡунаҡтар ҡул эштәре күргәҙмәһен, башҡорт тирмәһен, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрес­тәрен дә ҡараны, милли аш-һыуҙы тәмләне. Айгөл менән Рәил Ғәлиуллиндарҙың уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә иһә теләгәндәр үҙҙәрен мәргәнлектә һынап ҡараны.

 

Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы

 

Халҡыбыҙҙың ошо мәҡәленә ярашлы, һуңынан белореттарҙы һатҡылар үҙҙәренә саҡырҙы. Һатҡы ҡалаһының “Магнезит” мәҙәниәт йортонда эшләгән “Йәйғор” халыҡ фольклор ансамбленең 35 йыллыҡ юбилей сараларында ҡатнашты улар.

“Йәйғор” коллективы 1987 йылда барлыҡ­ҡа килә. 1989 йылда был коллективтың етәксеһе Гөлнәзирә Вәлиева ҡалала башҡорт һәм татар мәҙәни үҙәген булдыра. Үҙенең 35 йыллыҡ эшмәкәрлеге барышында “Йәйғор” коллективы Һатҡы ҡалаһы һәм районында бихисап концерттар бирә. Уның репертуарында төрлө жанрҙағы әллә күпме йырҙар тупланған. Был коллективта вокаль, хореография, театр, вокаль-инструменталь төркөмдәре барлыҡҡа килә. 1991 йылдан ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркында улар һабантуй байрамын да үткәрә башлай. Үҙ йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләгән коллек­тивтың хеҙмәте баһаланмай ҡалмай. 1995 йылда улар халыҡ исеменә лайыҡ була һәм бөгөнгә тиклем уға тап төшөрмәй ижади оҫталығын камиллаштыра. Коллективта 6–60 йәшлек 40 кеше шөғөлләнә. Улар йыл һайын район, өлкә һәм Рәсәй сараларының лауреаты, дипломанты исемен яулап килә.

- Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА
Белорет ҡалаһы

Читайте нас: