Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 15:16

Ошонан да олораҡ бәхет юҡ

Был һүҙ менән сабыйҙың теле асыла.

Зәлифә Йосопованың ғаилә архивынан.
Фото:Зәлифә Йосопованың ғаилә архивынан.

Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз, иң ҡәҙерле һүҙ ул – әсәй! Ошо һүҙ менән баланың теле асыла, һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе, терәк-таянысы, һөйөнөсө ул әсәй. Уның йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, аҡыллы кәңәштәрен, ауыр минуттарҙа көс-ҡөҙрәт өҫтәр яғымлы һүҙҙәрен донъялағы бер ғәмәл менән дә сағыштырып булмай.

 

Йәшәйеш йәме – улар

 

Беҙҙе уратып алған әсәйҙәр араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкә-тармаҡтарында ең һыҙғанып эшләйҙәр. Улар ара­һында аҡ халатлылар ҙа бар. Ошо ваҡытта билдәле рус яҙыусыһы Антон Чеховтың “Табип һөнәре – батырлыҡ, ул фиҙакәрлек, күңел һәм уй-ниәттәрҙең сафлығын талап итә” тигән һүҙҙәре хәтергә төшә. Ысынлап та, бар күңелен һалып башҡарғандар ғына был һөнәрҙе үҙ итәлер, моғайын. “Табип эше еңелдәрҙән түгел, әлбиттә, әммә тормошомда терәк-таянысым, ышанысым булған тормош иптәшем менән ғаиләм бар. Улар миңә барлыҡ ауырлыҡты еңеп сығырға, алға атларға булышлыҡ итә. Эштән арып-талсығып ҡайтып, өйҙә ял итеү, ҡәҙерлеләрем менән бергә матур ваҡыт үткәреү – иң һәйбәт ял”, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Зәлифә Йосопова. Ул – Зубов ауылындағы ковид-госпиталдең 4В блогы мөдире. Госпиталь асылыу менән Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар клиника­һында эшләгән 15-кә яҡын медицина хеҙмәткәре тап ошо яңы асылған ҙур дауаханаға күсерелә. “Ҡыҙыл зона”ның талаптары ла, үҙенсәлектәре лә ҡурҡытмай уңған, тырыш, маҡсатлы табипты. Ул коронавирус инфекцияһына ҡаршы ихлас көрәшкән, әллә күпме кешенең ғүмерен ҡотҡарған, йәшәү бәхетен бүләк иткән. Бынан тыш, Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы әллә күпме йәш табипҡа дөрөҫ дауалау серҙәрен өйрәткән. Өҫтәүенә, ул эпидемия осоронда ҡабул итеү бүлексәһенең эшен рәткә һалған.

Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бер төркөм медицина хеҙ­мәткәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында Зәлифә Йосопова ла бар ине. Ул Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

 

Ғаиләң-ҡәлғәң булғанда...

 

Үрҙә әйтеп үткәйнек инде: Зәлифә Йосопова эшенән генә түгел, ғаиләһенән дә уңған. Тимәк, ошондай ныҡлы ғаиләң-ҡәлғәң булғанда, эшкә лә ҡанатланып барыр, хеҙмәттә лә уңыш ҡаҙаныр өсөн нигеҙ бар. Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙының ире Мәүлетйән Рим улы Йомағужин – сығышы буйынса Салауат районының Радио ауылынан. Ул баш ҡалабыҙҙағы холдинг­тарҙың береһендә сифат контроле буйынса бүлек мөдире булып эшләй.

“Ғаиләбеҙҙә өс малай тәрбиә­ләнә. Ирем менән уларға өлгө булырға тырышабыҙ. Киләсәктә лә яҡшы ғаилә булырбыҙ, тип ышанабыҙ”, – ти Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы.

Өлкән улдары Асҡар Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала гимназияһында уҡый. “Ул – ысын ағай. Һигеҙ-туғыҙ йәшенән үҙаллы булды, ҡусты­ларын ҡарашты. Әле лә һис тик тормай, атаһына өй төҙөргә ярҙам итә. Тимерйәр иһә сит телдәрҙе өйрәнеүгә әүәҫ. Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә грамоталы яҙа, һөйләшә һәм күп уҡый, – тип белдерҙе бәхетле әсәй. – Сәй­фуллаға – туғыҙ йәш. Иркәләнергә, беҙгә һыйынырға яратҡан малайыбыҙ-төпсөгөбөҙ. Бәләкәйҙән үк һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөп һөйләй ине. Өс улыбыҙ ҙа спорт менән шөғөлләнә, бигерәк тә йөҙөргә яраталар. Өлкән улыбыҙ тренажер залына йөрөй. Ике кесеһе воркаут менән мауыға”.

Балалары, ғаиләһе тураһында һөйләгәндә күҙҙәре нурланып китә Зәлифә Йосоп ҡыҙының. Ошо ул – бәхеттең үҙе, балаларыңдың имен-һау булып алға ынтылыуы, иреңдең барлыҡ башланғыста­рыңды хуплап тороуы. Ә бит барлыҡ изге уй-ниәттәргә нигеҙ ғаиләлә һалына. Зәлифә Йосопова үҙе иһә сығышы менән Ишембай ҡалаһынан. Уның атаһы Мөхәмәт Рәшит улы ла ғүмерен медицинаға арнаған – табип-рентгенолог бул­ған. Әсәһе Хаят Сәғит ҡыҙы – билдәле журналист. Ул оҙаҡ йылдар “Торатау” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләне. Әле улар икеһе лә хаҡлы ялда.

Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙының ағаһы Ғәзиз дә, әсәһе кеүек, журналистика өлкәһен һайлаған, Хөкүмәттең, башҡа ойошма-ведомство­ларҙың матбуғат хеҙмәт­тәрендә эшләне. Ҡустыһы Юлдаш Мөхәмәт улы – тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе. “Ағайымдың да, ҡустымдың да, минең дә – һәр беребеҙҙең дә ғаиләһендә өсәр бала, – ти Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы. – Беҙ ҙә, атай-әсәйемә оҡшап, өс бала бағабыҙ. Туғандарым менән бергәләшеп, аралашып йәшәргә ынтылабыҙ”.

 

Табиптан – иң изге теләктәр

 

Яҡынлашып килгән Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө айҡанлы Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы түбәндәгеләр хаҡында әйтте. “Бик матур байрам. Иң тәүҙә әсәйем Хаят Сәғит ҡыҙын байрам менән ҡотлар инем. Бәхет, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем. Әсәйем – минең өсөн бар йәһәттән өлгө, маяҡ ул. Ғөмүмән, һәр ҡыҙ бала әсәһенә оҡшарға ынтыла. Мин дә шулай. Иремдең әсәһе Фәниә Кәлимулла ҡыҙын да тәбрикләйем. Ул шул хәтлем яҡшы ул тәрбиәләгән. Мәүлетйән – минең өсөн терәк тә, таяныс та, йыуаныс та, шуға күрә уның әсәһенә ҙур рәхмәт. Барлыҡ әсәйҙәргә лә балаларының, яҡындарының имен-һау тормошон күреп, бәхеткә төрөнөп йәшәүҙәрен теләйем”.

...Барлыҡ әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабый­ҙарҙың киләсәге яҡты булһын ине. Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр...

Табип Зәлифә Йосопованан әсәйҙәргә һәм буласаҡ әсәйҙәргә кәңәштәр:


– Балаларҙы һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, өй­рә­теү, спорт менән шөғөл­ләнеү, дөрөҫ туҡланыуға иғтибар итеү, Милли прививкалар календарындағы барлыҡ вакциналарҙы ваҡытында эшләтеү мотлаҡ. 


Буласаҡ әсәләргә һаулы­ғына һаҡсыл ҡараһын, тип өндәшәм. Имен-һау әсәнән генә иҫән-һау бала тыуа. Тағы сабый менән тәү күреүҙән үк туған телдә һөйләшергә, артабан уны әсә телендә аралашырға өйрәтергә кәрәк. Уның өсөн ҙур донъяны бары туған телдә асып күр­һәтегеҙ. Үҙемә килгәндә, өс балам да башҡортса һәйбәт һөйләшә, яҡшы уҡый, шуға атай-әсәйем дә шат. Уларға балалар ме­нән аралашыу оҡшай. Иремдең ата-әсәһенә лә балаларым менән баш­ҡорт­са һөйләшеүе еңел. 

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: