Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 15:03

“Ваҡытында тапшырыласаҡ”

Нуғай халҡына яңы юлды көтөргә күп ҡалманы.

Ләйсән Ғарапова фотоһы.
Фото:Ләйсән Ғарапова фотоһы.

Өфө янында урынлашҡан Нуғай ауылы көндән-көн үҫешә. Ҡала шау-шыуынан ситкә ҡасып, тыныс, шул уҡ ваҡытта баш ҡаланан алыҫ урынлашмаған ауылда йәшәгәндәр һаны ла арта. Әммә бер рәхәттең бер ҡыйыны була тигәндәй, бында проблемалар ҙа байтаҡ. Уларҙың иң мөһиме – көн һайын иртәле-кисле булған тығындар. Таң менән кешеләр эшкә бара алмай йонсоһа, кисен ҡайтыуы проблема.

Әлеге ваҡытта бында дүрт һыҙатлы юл үткәргес төҙөлә. Тап ул автомобиль юлындағы тығын­дарҙы бушатырға тейеш ине. Әммә һуңғы ваҡытта Нуғай ауылы кешеләренә бында төҙөлөш туҡтаған кеүек тойола һәм ул ваҡытында тамамланмаҫ тип борсола башлағандар. Уларҙың фекеренсә, төҙөүсе ойошма финанс ауырлыҡтар кисерә. Һөҙөм­тәлә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына мөрәжәғәт итеп, хәлде тикшереүҙе һорағандар.

Ошо көндәрҙә Йәмәғәт палатаһы ағзалары журналистар менән берлектә юл үткәргес төҙөлгән урынға барып, етәкселек менән осрашты һәм хәлдең барышын үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Беҙҙе төҙөүселәр ҡаршы алды. Эштәрҙе “Уралмостострой” акцио­нерҙар йәмғиәтенең филиалы – “Мостотряд № 30” ойошмаһы башҡара. Компанияның генераль директор урынбаҫары Василий Чекуров һөйләүенсә, әлеге ваҡытта фундаменттарҙан алып терәк өлөштәргә тиклем монолит тимер бетоны һалынып бөткән.

– Дүрт таяу ҙа тулыһынса әҙер. Тороҡ ҡоролмала 36 төп балканың 18-е монтажланған, – тине ул.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдар һәм яһалма ҡоролмалар ремонты буйынса идаралыҡ етәксеһе Константин Паппе билдәләүенсә, әле тороҡ ҡоролмаларының балкаларын монтажлау бара. Уның һүҙҙәренсә, иң ҡатмарлы эштәр артта ҡалған.

– Нигеҙҙәр 100 процентҡа төҙөл­гән дә инде, – ти чиновник. – Дүрт юл үткәргес терәге бар, улар махсус свайҙарға ултыртылған. Бөгөн­гө көндә балкаларҙың 50 проценты монтажланған. Тимер юл өҫтөндә тороҡ ҡоролмаларының балкаларын монтажлау эштәрен генә башлай алмайбыҙ. Унда тимер юлды туйындырыусы контакт селтәре, шулай уҡ элемтә селтәрҙәре менән эштәр бара, шул иҫәптән свето­форҙар үҙгәртеп ҡорола. Эш шунда: тәүге балканы монтажлағас та, ул поезд машинистарының күреү мөмкинлеген сикләй. Ауыр тауар поездарына туҡтау өсөн кәмендә 1,5 километр алыҫлыҡ кәрәк. Был светофорҙар йәйәүлеләр үткәүе­ленән алыҫта урынлашҡан. Был эштәр тимер юл транспорты йөрөмәгән саҡта башҡарыла.

Подрядсы эштәрҙе 2022 йыл­дың аҙағына тиклем тамам­ларға ниәтләй, тип билдәләне ул.

– Тимер юл өҫтөндәге тороҡ ҡоролмаларының балкаларын монтажлау өсөн тимер юл тәҙрәләрен биреү тураһында Рәсәй тимер юлдарына һорау ебәрелгән. Бындай 12 тәҙрә буласаҡ. Графикка ярашлы, йыл аҙағына тиклем тороҡ ҡоролмаларының бөтә һыҙаттары монтажланасаҡ, – тине идаралыҡ начальнигы.

Рәсәй тимер юлдарының техник шарттары һәм нормалары, хәүеф­һеҙ­лек шарттары буйынса тимер юл светофорҙы көйләү объектын һәм элемтә селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу кәрәклеге арҡаһында тимер юл өҫтөнән монтаж үткәрелмәй, тип билдәләне Василий Чекуров.

Әйткәндәй, Константин Паппе белдереүенсә, йыл башында ысынлап та финанслау менән проблемалар булған.

– Беҙҙә ысынлап та хәл шәптән түгел ине. Тәүҙә быйылғы йылға ни бары 90 миллион һум ҡарал­ғайны. Бындай объект өсөн ул ҙур аҡса түгел, беҙ республика Хөкү­мәтенә мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Ул хуплау тапты, объектҡа өҫтәмә рәүештә 250 миллион һум самаһы аҡса өҫтәлде, был объектта эштәр алып барырға мөмкинлек бирҙе. Быйылға аҡса етерлек. Киләһе йылға финанслау тәьмин ителгән. Ҡышын балкаларҙы монтажлая­саҡбыҙ, ҡом-ҡырсынташ килтерә­сәкбеҙ, киләһе йылғы төҙөлөш миҙгеле етеү менән объектта юл эштәрен башҡарасаҡбыҙ, – тине чиновник.

Төҙөүселәр төҙөлөш осоронда кешеләргә уңайлы булһын, тығын­дар кәмеһен өсөн ваҡытлыса техник үтеү юлдары эшләгән.

Заказсы һәм төҙөүсе ойошма вәкилдәре белдереүенсә, эштәр графикка ярашлы бара. Уларҙы киләһе йылда тамамларға йыйыналар. Муниципаль контракт буйынса срок 2023 йылдың өсөнсө кварталы, ти Василий Чекуров.

Шулай булғас, Нуғай кешелә­ренә күп көтөргә ҡалманы.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: