Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2022, 21:00

“Ейәнемде яратҡым килә...”

Әйтһәм, киленем менән ара боҙолор, тип ҡурҡам. Әллә сабыр итергәме икән?

“Ейәнемде яратҡым килә...”
“Ейәнемде яратҡым килә...”

– Ейәнегеҙ тыуған икән, ҡотлайым! – тинем бер нисә өй аша йәшәгән Рәйлә апайға.

– Рәхмәт!

– Беренсе ейән танһыҡтыр инде, яратып туймайһығыҙҙыр әле...

– Әллә инде... – тип ҡарашын ситкә алды күршем. Унан уңайһыҙланып ҡына һүҙ башланы.

– Өлкән улымдың балалары булманы, ә быныһы – кесеһе – 32 йәшкә тиклем өйләнмәй йөрөнө. Шуға күрә ейәнем, әлбиттә, танһыҡ. Машина менән бер көнгә булһа ла килеп ҡайтығыҙ тиһәм дә, бәпес менән йөрөмәйбеҙ, тинеләр. Үҙем дә артыҡ борсоманым, йә ауырып китер, тинем. Шулай ҙа айына бер тапҡыр булһа ла барып, күреп торам. Тик килен минән бәпәйен әллә ҡыҙғана, әллә башҡа сәбәп... Ҡулымда бәүетеп һөйгөм, бәпес еҫен еҫкәгем килә, тик миңә тоттормайҙар шул.

Бер барғанымда уянып, тауыш биргәс, карауатынан күтәреп алғайным, кухняла йөрөгән киленем йүгереп килеп сығып, ҡулымдан тартып тигәндәй алды. “Аһ, килен, аҙ ғына тотоп ултырайым инде”, – тигәйнем, “Юҡ, йә төшөрөп ебәрерһегеҙ”, – тейсе. Туптай булып үҫеп килгән баланы төшөрөп ебәрергә мин әле ҡарт әбей ҙә түгелмен, саҡ 65-кә аяҡ баҫтым. Нимә тиергә лә белмәйем. Әйтһәм, киленем менән ара боҙолор, тип ҡурҡам. Әллә сабыр итергәме икән? Бәлки, бәпәй үҫә килә килен дә үҙгәрер...

Фото: odessa-life.od.ua

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: