Үрге Сирбай ауылында йәшәгән Шәүғәнә менән Ғәйфулла Айытҡоловтарҙың сәстәрен-сәскә бәйләүенә 60 йыл ғүмер уҙған. Әйтеүе генә анһат. Төптән уйлап ҡараһаң, улар әллә күпме бай тарихты һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы кисергән.
– Юбилейыбыҙ айҡанлы йылы ҡотлауҙар килеүен әле лә дауам итә, күңелгә шундай рәхәт, – тип һөйләй Шәүғәнә ханым. – Бер ҙә әҙ ғүмер түгел бит инде. Хайран ҡалырлыҡ, бер кеше ғүмеренә торошло йылдар!
Шәүғәнә Рамаҙан ҡыҙы ла, Ғәйфулла Ҡотлогилде улы ла ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған. Матур пар булыуҙары һәм етеш йәшәүҙәре менән улар күптәргә өлгө. Айытҡоловтар биш балаға ғүмер бүләк иткән, дөрөҫөрәге, дүрт ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, тәрбиә биреп, оло юлға сығарған. Тормош булғас, һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә була тигәндәй, үкенескә ҡаршы, бер ҡыҙҙары йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән.
Тормош үҙ яйы менән бара, ваҡыт арбаһы тәгәрәүен дауам итә. Бөгөн уларҙың ун өс ейән-ейәнсәре, алты бүлә-бүләсәре бар.
– Баланың балаһы балдан татлы тигән һүҙҙәргә тәүҙәрәк бүтәнсәрәк ҡарай торғайныҡ, – тип һөйләй Шәүғәнә Рамаҙан ҡыҙы. – Әммә бәләкәстәребеҙ бер-бер артлы йүгерешә башлағас, уның ҡайһылай оло мәғәнәгә эйә икәнен аңланыҡ. Береһе килеп яраттырып китә, икенсеһе алға ултыра, ғәзиздәрем менән бер көн һөйләшмәй торһам, үҙемә урын таба алмайым. Етмәһә бүлә-бүләсәрҙәр буй еткерә.
Ғәйфулла Ҡотлогилде улы әйтеүенсә, малайҙарға бәләкәйҙән атай тәрбиәһе кәрәк. Улар ысын ир һәм ил һаҡсыһы булып үҫергә тейеш, шуға күрә олатай ейәндәрен һәм бүләләрен батыр итеп тәрбиәләүҙе лә үҙенә маҡсат иткән. Бер эштән дә ҡурҡмағандар тормошта үҙҙәренә еңел юл яра, һөнәр һайлағанда ла икеләнмәй.
Ғәйфулла Айытҡолов ғүмер буйы мәктәптә химия һәм биологиянан уҡытҡан. Әйткәндәй, ул беҙҙең “Мораҙым” гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе лә булды. Тәрән йөкмәткеле мәҡәләләрен уҡыусыларыбыҙ яратып уҡыны.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА
Күгәрсен районы.