Илеш районының Иҫке Айыу ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуына кем генә һөйөнмәгәндер! Иҫкеһендә һыу ҙа, канализация ла булмауы ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған. Яңы медицина пунктын иһә бер ай эсендә ҡороп ултыртып, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙары фельдшер Рәзилә Ғәзизованы ла таң ҡалдырған.
– Был ауылға килгәнемә 20 йыл ваҡыт үтеп тә киткән икән. Бөрө медицина училищеһын тамамлап, тәүге аҙымдарымды ошонда башланым. Үҙем Иҫке Күктау ауылынанмын. Хәҙер Иҫке Айыу ҙа күңелемә бик яҡын, ошонда тормошҡа сыҡтым, ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Ауылдың йылдар үткән һайын “ҡартая” барыуы ғына күңелде болоҡһотоп ҡуя. Ә көнкүреш шарттары күҙгә күренеп яҡшыра бара, – ти медицина пункты мөдире Рәзилә Фәйләс ҡыҙы.
Буш ятҡан урында ҡалҡып сыҡҡан фельдшер-акушерлыҡ пункты – хәҙер ауылдаштарҙың осрашыу урыны ла. Бында пациенттар өсөн көтөү, ҡабул итеү бүлмәләре, процедура, вакцина яһау кабинеттары булдырылған. “Яйлап өр-яңы ҡорамалдар алдыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре элек беҙҙә юҡ ине. Стерилизаторҙар, анализаторҙар, глюкометрҙар алынды, киҫкен осраҡтар өсөн дефибриллятор бар. 152 кешене, шул иҫәптән 27 баланы хеҙмәтләндереү бурысы тора. Бина ҡышын да йылы, электр мейестәре эшләй. Пациенттарҙы яҡшыраҡ хеҙмәтләндереү өсөн уңайлы шарттар ҙа артты”, – тип һөйөнә медицина хеҙмәткәре.
Рәзилә Фәйләс ҡыҙының медицина пунктына күрше генә йәшәүе лә уңайлы. Ауылдаштарҙың тәүлектең теләгән ваҡытында ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүенә ул күптән күнеккән. Өлкәндәрҙең өйөнә йөрөп, энә ҡаҙарға, кәрәк булғанда “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға тура килә.
Андреевка табиплыҡ амбулаторияһынан да белгестәр килеп, халыҡты ҡабул итә. Ауырыуҙарҙың тарихы, тапшырған анализдары, ниндәй вакцина яһатыуҙары компьютерҙа асыҡ күренеп тора. “Барыһы ла ус төбөндәге кеүек, кемгә ниндәй ярҙам кәрәк булыуы билдәле. Коронавирус ныҡ баш ҡалҡытҡан осорҙа ПЦР анализдарын үҙебеҙ илттек, вакцина яһаныҡ, әле лә иҫкәртеү эшен дауам итәбеҙ”, – ти Рәзилә Ғәзизова.
Һуңғы осорҙа республикабыҙ райондарында, хатта элек медицина пункттары бөтөнләй булмаған төпкөл ауылдарҙа тәүге медицина ярҙамының яҡынлашыуын, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуын, күсмә мобиль пункттарҙың эшләүен, халыҡтың һөйөнөсөн барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ. Бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Һаулыҡ һаҡлау тармағы, финанс ҡатмарлыҡтарына ҡарамаҫтан, үҫешеүен, нығыныуын дауам итә.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Илеш районы.