Ҡайһы осраҡтарҙа ул ҡыҫҡартыла?
Был ниндәй закон нормалары менән билдәләнә һәм нисек рәсмиләштерелә? Закон нимә ти? Ҡануниәт буйынса ял көнө алдынан эш көнөн ҡыҫҡартыу ҡаралмаған. Шул уҡ ваҡытта бының байрам алды көндәренә генә ҡағылыуы ихтимал. Аҙнаның теләһә ҡайһы көнөндә хеҙмәт ваҡытын ҡыҫҡартыу тыйылмай, йәғни төп талаптарҙы үтәү шарты менән эш көнө оҙайлығының ҡыҫҡартылыуы мөмкин.
Эш аҙнаһы оҙонлоғо Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 91-се статьяһында билдәләнә. Ул аҙнаһына 40 сәғәт тәшкил итә. Хеҙмәтсәндәрҙең айырым категориялары өсөн хеҙмәт көнө оҙайлылығы буйынса сикләүҙәр бар. Был категорияға инвалидтар, уҡыусылар, бәлиғ булмағандар инә.
Хеҙмәт кодексының 108-се статьяһы көнөнә ял һәм туҡланыу ваҡыты оҙайлығын билдәләй. Тәнәфес 30 минуттан ике сәғәткә тиклем булыуы ихтимал. Был ваҡыт эш сәғәте тип иҫәпләнмәй. Тәнәфестең шарттары (оҙайлығы, күләме) ойошманың эске документтары менән билдәләнә.
Ғәмәлдә бер сәғәтлек (йәки 30-ар минутлыҡ ике) тәнәфес менән һигеҙ сәғәтлек эш көнө билдәләнә, аҙнаһына хеҙмәткәр ошо ваҡытты эшләп үткәрә. Әммә эш биреүсе уның менән килешеп, 40 сәғәтлек хеҙмәт аҙнаһын боҙмайынса, эш көнө оҙайлылығын көйләй ала.
Ғәҙәттә туғыҙ сәғәтлек эш көндәрендә төшкө тәнәфес 45 минут тәшкил итә. Бер аҙна эсендә хеҙмәткәр көн һайын эшкә 8 сәғәт 45 минутты сарыфлай. Дүшәмбенән кесе йомаға тиклем 33 эш сәғәте килеп сыға, йомаға иһә ете сәғәт ҡала, йәғни эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Ял итеүгә һәм туҡланыуға ваҡыт аҙнаһына бер тапҡыр, йома 15 минутҡа кәметелһә, хеҙмәткәр был көндә эшен 15 минутҡа алдараҡ тамамлай ала.
Эш көнөн ҡыҫҡартыуҙы нисек законлаштырырға?
Ғәҙәти смена тәртибе предприятиеның, учреждениеның, компанияның хеҙмәткәрҙәр менән төҙөлгән коллектив килешеүҙә билдәләнә. Ғәҙәти шарттарҙан ситләшкән осраҡта (эштең миҙгелле булыуы, зарарлы шарттарҙа эшләү, хеҙмәткәрҙәрҙең айырым категориялары өсөн), эш көнөнөң оҙайлылығы хеҙмәт килешеүендә өҫтәмә билдәләнә.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА