Мәшәҡәтлерәк булһа ла, матур, күңелле ваҡыттар бөгөн. Байлыҡ, муллыҡ, барлыҡты күрһәткән осор – ҡыш башы. Уңғандар, егәрлеләр, ҡунаҡсылдар атҡарған йола-байрамдар, һуғым өмәләре мәле.
“Ҡыш бауыры оҙон”, “Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ”, “Аҙ ашаһаң, күп ашарһың, күп ашаһаң, аҙ ашарһың” (Шәп бит, ә? Һай, шәп!), тип йыллыҡ ризығын хәстәрләгән тырыш йорт хужаларының, оло ҡәнәғәтлек кисереп, ең һыҙғанып эшкә тотонған сағы: ҡаҙ өмәләре, һуғым мәлдәре бара.
...Мин килен булып төшкән йылда ҡәйнәмдең – Шәрәфиниса Үмәр ҡыҙының (халыҡ телендә Ғүмәрҙе шулай тинеләр) өс оянан сыҡҡан 27 ҡаҙын йолҡтоҡ. Мин һыу ташыуҙан бушаманым инде. Ҡәйнәмдең ҡаҙы уңа ине. Ул ҡаҙ аҫтына һалған йомортҡаларҙы бер ҡасан да көнө тулғанды көтмәне. Өс аҙна тулыр-тулмаҫ элек, ҡояшҡа йә лампа яҡтыһына ҡарап, “атаһыҙ”, йәғни, яралғыһыҙ йомортҡаларҙы, сереткеләрен алып бөтә ине. Икеһе лә Әмин ауылы ҡыҙҙары бит, әсәйем дә шулай итә ине.
Шунан иң тәүҙә баҫырға ултырған инә ҡаҙға икенсе ҡаҙҙың аҫтынан алып өҫтәй. Уның аҫтына иһә әле һалып йөрөгән ҡаҙҙың йомортҡаларын ҡуя. Уныһына күпме һалып өлгәрә, шуныңса ҡала инде. 11 йомортҡа, йәтешерәк булһа, 13 йомортҡанан артыҡ һалмай. “Нәфсе әйтер ул. Ҡаҙҙың аҫтына һыймағанына барыбер һыуыҡ тейә, серетке була. Ҡаҙ суҡышы менән әүештереп-тәүештереп, болғай бит. Ситкә сыҡҡаны һыуына”.
Минең дә ҡаҙҙарым уңды. Уңа инде – анау аҡыл кемгә тейә? Бәләкәй ҡыҙым армиялағы ағаһына хат яҙған. Ҡаҙ-өйрәктәрҙе, күркәләрҙе, тауыҡтарҙы һанап сығарған да: "Бөтәһе 100 ыштук", – тип ҡуйған.
Ә йомортҡаларҙы йылы ғына һыуға һалып, уларҙың ҡыя ғына ятып ҡыбырлауын шыбырлап ҡына һөйләшеп, ҡарап ултырыуҙар... Үҙе бер байрам! Туп-тура төпкә шөңгөп төшөп киткәндәре, әлбиттә, серетке йә боҫҡан.
Хәҙер әҙер бәпкәләр алып үҫтерәбеҙ. Ишейҙәге Хәшиә инәй әйтмәксе, "дитдум ҡаҙҙары" көтәбеҙ. Бер килке: “Итенең тәме өй ҡаҙыныҡынан ҡайтыш барыбер”, – тип ҡаңғырып алдыҡ та хәҙерге заман күренешен ҡабул иттек. Ҡалай булғанда ла алабыҙ, көтәбеҙ, һимертеп һуябыҙ... Һуймайбыҙ шул. “Ҡаҙ (өйрәк, күркә) һуйҙыҡ”, – тип әйтеү дөрөҫ түгел. Элек улай тимәнеләр. Оло малды ғына һуялар. Ирҙәр һуя. Һуйыуҙың эше күп һәм уны ир-ат башҡара. Малды салалар, салыуын һалҡын һыу менән таҙарғансы йыуалар. Салыуҙан алып ҡойроҡ төбөнә еткәнсе тирене телеп сығалар ҙа тунай башлайҙар. Тирене һыҙырып бөткәс, малдың эсен яралар. Бауыр-йөрәкте, үпкә-бөйөрҙәрҙе ысҡындырып алалар, эс-ҡарынды ауҙарып бирәләр. Бына ошо эштәрҙең барыһын һуйыу һүҙе берләштерә.
Эсәк-ҡарынды эшкәртеү – ҡатын-ҡыҙҙарға. Был саҡта ирҙәр һуйылған малды һан-һан итеп бүлеп, һуғым ашына бешерә торғанын үткер балта менән сапҡылап, турап, әҙерләп бирә. Тирене лә улар хәстәрләй. Һуйыу ошо була.
Ә ҡаҙҙы, ҡош-ҡортто салалар. Ҡаны һарҡҡансы һалып торалар ҙа, баштарын алып, муйындарын бәйләп, йолҡоп бөткәс, өтөп бирәләр. Ирҙәрҙең эше шул ғына. Был эште "Ҡаҙ һуйыу" тип әйтмәй торғайнылар.
“Нисек әйтәләр ине?” тиһегеҙме? Ҡаҙ салдырҙым. Ҡаҙ йолҡторҙом. Ҡаҙ өмәһе үткәрҙем. Нимәһе насар? Нәҡ беҙҙеңсә – башҡортса. Ҡошто һуймайыҡ әле, салдырып ҡына алайыҡ. Дөрөҫө шулай була.
- Таңһылыу ҠАРАСУРИНА
Баймаҡ районы,
Байым ауылы